Эстәлеккә күсергә

Ҡаһым түрә

Эта статья создана в рамках проекта «Двуязычность»
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаһым Түрә битенән йүнәлтелде)
Ҡаһым түрә

Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев) — 1813—1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры. 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша. Наполеонға ҡаршы һуғышта Парижғаса барып етә.

1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы урынлаштырыла һәм башҡорттар хәрби сословиеға әйләндерелә. Улар Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлай, төрлө хәрби походтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡаһым Мырҙашев та хәрби хеҙмәттә тора һәм йөҙ кешенең командиры була.

Ҡаһым Мырҙашев атта ғәскәрен яуға әйҙәп бара

Тормош юлы һәм хәрби хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылында тыуған. Атаһы — Мырҙаш, әсәһе Емеш исемле. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1811 йылда уға 33 йәш булған, тимәк, ул 1778 йылда тыуған.[1] Уның «Түрә» ҡушаматы «башлыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата.

1812 йылғы Ватан һуғышына ул 12-се башҡорт полкы рәтендә сотник (йөҙбашы) исемендә китә. 1813 йылда, 35 йәшәндә генә, яугирыбыҙ үлеп ҡала. Шәжәрәһе буйынса ете йәшлек улы Хәбибулла (1810 й.- ) ҡалғаны билдәле.

Легендаларҙан яҡташыбыҙ бик көслө булғанын беләбеҙ, хатта бер ат та уны арҡаһында тота алмаған, яратҡан Турысайынан башҡа. Ҡаһым яуырында ла киң булған, хатта ишектәр уның өсөн тар булған.

Яугирыбыҙ тураһында риүәйәттәрҙә, француздар Мәскәүҙе алғас, Александр I батшаның башҡорт халҡына мөрәжәғәт иткәне һүрәтләнә. Оҙаҡламай, Ҡаһым түрә етәкселегендә ғәскәр туплана. Яуҙа улар үҙҙәрен илбаҫарҙарға ҡарата аяуһыҙ, көслө, сыҙам икәндәрен күрһәтәләр.

«Ҡаһым-түрә» башҡорт халыҡ йырында батырыбыҙҙың ҡыйыу, үткер икәнлеге күрһәтелә. Уның тоғро дуҫы — аты ла, моңло ҡурайы ла тасуирлана бында. Тағы ла, беҙ халыҡ ижадынан батырыбыҙ Владимир губернаһында император ялсыһ тарафынан ағыуланғанып вафат булыуын беләбеҙ (икенсе версия: Һуғыштан ҡайтып килгәндә, бер көнсөл рус майоры ағыу эсерә). Яңыбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романында батша Александр I-нең, Ҡаһым түрә, полк башлығы булып тыуған еренә ҡайтһа, Салауат Юлаев кеүек, халҡын ихтилалға күтәреүенән ҡурҡҡаны фаразлана[2].

Ватан һуғышында Башҡорт полктары күрһәткән батырлыҡ һәм патриотизмдың әһәмиәте хәл иткес була, уларҙың даны башҡорт халҡының күңелендә бөгөнгә тиклем йәшәй. Туған халҡы улар тураһында риүәйәттәр, йырҙар ижад иткән.

Башҡорт халҡының милли батыры Ҡаһым түрә иҫтәлегенә стела. Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы, 2006 йыл.
  1. Ф. Рәхмәтуллина. Батыр яҡташыбыҙҙың исеме үлемһеҙ 2011 йыл 22 май архивланған..
  2. Яңыбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы