Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәзетдинова Илһөйәр
башҡ. Ғәзетдинова Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

1951({{padleft:1951|4|0}})

Тыуған урыны:

Исмаил ауылы, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1972 йылдан.

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/gazetdinova.html

Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (1951, Башҡорт АССР-ы, Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1990), Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982).

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәзетдинова Илһөйәр 1968 йылда Исмаил урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Училищены 1972 йылда тамамлай. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай.

Театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы 1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Эшләгән дәүерендә тулы образдар галереяһы булдыра:

  • Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһынан Йәмилә,
  • И. Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектакленән Һандуғас,
  • М. Фәйзи мелодрамаһынан Ғәлиәбаныу,
  • Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» спектаклендә Гөльямал,
  • Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу»; дебют, 1971), Мирхәйҙәр Фәйзи
  • Зөлфиә («Бажалар» — «Свояки», икеһе лә — И. А. Абдуллиндыҡы),
  • Ҡарлуғас («Һыу юлы» — «Родник», Н.Асанбаев),
  • Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие», Ғ.Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, М.Ғафури повесы буйынса),
  • Зөлхәбирә («Айгөл иле»),Мостай Кәрим
  • Шәфәҡ һәм Зөбәржәт («Ай тотолған төндә»),Мостай Кәрим
  • Тәскирә («Ғүмер ике килмәй» — «Жизни счастливый миг», Мирзаһитов ),
  • Миләүшә («Миләш-Миләүшә» — «Миляуша, горькая рябина», Нәжиб Асанбаев),
  • Жаннет («Киске табын» — «Вечерняя трапеза», М.Кәрим).
  • Сәжидә («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Кәлимулла улы Ибраһимов),
  • Нәфисә («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова).
  • Фәнүзә, 2-се әбей «БЕР МӘЛ САНАТОРИЙҘА…», Н. Ғәйетбай
  • Айзарә Әхәтовна «МИН — ҠАТЫН — ҠЫҘ», Туфан Миңнуллин
  • Аҫылбикә «ШӘҮРӘКӘЙ», М. Буранғолов.
  • Мәхмүзә «ҠОҘАСА»,Б.Бикбай
  • Гөлфиназ «БӘХЕТ ХАҠЫ», Хәлисә Мөҙәрисова
  • Харита Игнатьевна Огудалова «БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ»,
  • Хәмиҙә «ҠАРА ЙӨҘҘӘР»,М.Ғафури
  • Миңзифа " ИКЕ ТӨШ ", Мөҙәрис Бағаев.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]