Шәл бәйләнем (йыр)
Шәл бәйләнем | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Әҫәрҙең теле | башҡортса һәм татар теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1935[1][2] |
«Шәл бәйләнем» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» патентына эйә була[3][4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Осоп барып күрер инем,
Осоп барып күрер инем,
Йәнем күбәләк түгел дә,
Йәнем күбәләк түгел.
Ҡара бәрәс тиреһе лә
Ҡара бәрәс тиреһе лә,
Ҡама булыр тиһеңме лә
Ҡама булыр тиһеңме?
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Тәүләп Солтан Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм уның «Башҡорт халҡ йырҙары» (Өфө, 1935) тигән йыйынтығында баҫылып сыға. Йырҙың бер нисә төрлө варианты бар, уларҙы Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Л. Н. Лебединский, Р. С. Сөләймәнов яҙып алған.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шәл бәйләнем» йыры түңәрәккә баҫып уйын ойошторғанда киң ҡулланыла, ул таҡмаҡ жанрына ҡарай. Көйө — өс тактлы структуралы. Лады — мажор пентатоника. Ҡушымтаһы йырҙы айырыуса бейеү көйөнә тартым итә.
Башҡарыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шәл бәйләнем» йырының Т. Х. Үҙәнбаева, Башҡортостан Республикаһының Хор капеллаһы башҡарыуындағы яҙмалары бар. Эшкәртмәләрен тауыш һәм фортепиано өсөн — Заһир Исмәғилев, хорға a cappella башҡарыу өсөн Х. Әхмәтов, А.Кушниренко, Л. Лебединский, Рафиҡ Сәлмәнов, А. Г. Тихомиров әҙерләгән. Йырҙың көйө М. М. Вәлиев менән Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ башкирская народная песня
- ↑ улы Ғ. С. Х. (unspecified title)
- ↑ Запатентованы 100 башкирских народных песен
- ↑ 100 башкирских народных песен. Часть 1. Азамат
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү][1] 2019 йыл 24 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәл бәйләнем (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.