Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хор капеллаһы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы
Нигеҙләү датаһы 12 апрель 1970[1]

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы 1969 йылдың аҙағында Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостан хор капеллаһы» булараҡ ойошторола.

Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Капелла беренсе тапҡыр 1970 йылдың 12 апрелендә концерт менән сығыш яһай. Уның тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Таһир Сәйфуллин).

1991 йылдан коллектив атамаһы «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хор капеллаһы» итеп үҙгәртелә. 1996 йылда юғары художество башҡарыу оҫталығы өсөн «академик хор капеллаһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

2017 йылда капеллаға уның ойоштороусыһы, тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижёры Таһир Сәйфуллин исеме бирелә.

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хор капеллаһының репертуарында 600-ҙән артыҡ әҫәр иҫәпләнә. Шулар араһында композиторҙар Бах, Шуберт әҫәрҙәре, Моцарттың «Реквием»ы, Вердиҙың "Реквием"ы, С. В. Рахманиновтың "Колокола", С. И. Танеевтың "Иоанн Дамаскин", Г Фореның "Реквием"ы, К. Орфтың "Кармина Бурана", Ф. Пуленоктың "Глория" әҫәрҙәре, хәҙерге заман Рәсәй композиторҙары Д. Д. Шостакович, Г. Г. Свиридов, Т. Н. Хренников, А. Г. Флярковский, Б.П. Кравченколарҙың хор өсөн яҙылған әҫәрҙәре бар. Хор капеллаһы репертуарында айырым урынды башҡорт композиторҙары З. Ғ. Исмәғилевтың "Мин-россиянмын" кантатаһы һәм "Үлемһеҙлек" вокал-симфонияһы, Х. Ф. Әхмәтовтың "Ауыл йәштәре" хор циклдары, Р. Ә. Мортазиндың "Тыуған ер", әҫәре, Р. М. Хәсәнов, Д. Д. Хәсәншин, Ш. Ш. Ибраһимов, С. Ә. Низаметдинов, Л. З. Исмәғилева һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре биләп тора. Капелла шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын да башҡара.

Капелла составында 65 йырсы. Шулар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Ф. Шәйҙуллин, Р. Ғарифуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Н. Байрамғолова, Р. Сабиров, Ю. Суханов, Р. Нохова, Т. Кислицына, Н. Лоҡмановтар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Академик хор капеллаһы» маҡтаулы исеме (1996)
  • Бөтә Рәсәй профессиональ хорҙар конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1982).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]