Эстәлеккә күсергә

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты
Нигеҙләү датаһы 1930
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Баш компания (ойошма, предприятие) Уральская горно-металлургическая компания[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Бүребай, Рәсәй
Рәсми сайт bgok.ru
 Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Викимилектә

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты (ҡыҫҡартылған исеме: АО «Бүребай ГОК») — Башҡортостандың Хәйбулла районы Бүребай ауылында урынлашҡан предприятие. Баҡыр колчеданы мәғдәнен сығарыу һәм байыҡтырыу, алтын һәм көмөш табыу менән шөғөлләнә.

1930 йылда алтын сығарыу буйынса прииск ойошторолған.

1942 йылда прииск базаһында Бүребай мәғдән идаралығы булдырыла.

1995 йылдан — «Бүребай мәғдән идаралығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 1996 йылдан — ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. 2000 йылдан хәҙерге исем менән йөрөй.

2004 йылдан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Урал тау-металлургия компанияһы сеймал комплексы составында.

2007 йылда байыҡтырыу фабрикаһы реконструкциялауға дусар була. Флотация бүлексәһе паркы тулыһынса яңыртыла, ике мең тонна һыйҙырышлы яңы аккумулятор бункеры сафҡа индерелә[1].

Предприятие составына түбәндәге производство участкалары инә:

  • «Октябрь» ер аҫты руднигы (1976 йылдан алып файҙаланыла),
  • байыҡтырыу фабрикаһы (1936 йылда нигеҙ һалынған),
  • транспорт цехы,
  • ремонт-механик цехы,
  • ремонт-төҙөлөш участкаһы,
  • химик лаборатория,
  • энергоцех,
  • техник контроль бүлеге.

Предприятиеның сеймал базаһы булып Бүребай, Маҡан, Октябрьск баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары тора. Һуңғыһы Бүребай мәғдән районының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, ә уның баланс запастары 10 млн тонна мәғдән тәшкил итә.

Комбинат сығарған тауар продукциялары:

  • баҡыр концентраты (концентрат маркаһы КМ−5, 2008 йылғы ГОСТ Р 52998 тап килә. Баҡырҙың масса өлөшө 20%-тан кәм түгел)
  • цинк концентраты (концентрат маркаһы КЦ-4, ТУ 48-6-117-90 тап килә, цинктың масса өлөшө 47%-тан кәм түгел)

2013 йылдың апрелендә сығарған баҡыр мәғдәне 20,7 мең тонна тәшкил итә, баҡыр мәғдәнен эшкәртеү — 20,9 мең тонна.