Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә

Ринат Хәйри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ринат Хәйри
Ринат Хайри.jpg
Исеме:

Ринат Мәғәфүр улы Хәйретдинов

Тыуған көнө:

19 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Үрмәт ауылы

Вафат булған көнө:

5 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (40 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист

Ижад йылдары:

1965—1990

Жанр:

шиғриәт, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1990)

Ринат Хәйри, Ринат Мәғәфүр улы Хәйретдинов (19 ғинуар 1950 — 5 сентябрь 1990) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990).

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәйретдинов Ринат Мәғәфүр улы (әҙәби псевдонимы Ринат Хәйри) 1950 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[1]) Илеш районы Үрмәт ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң урта белемде район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәптә ала. Уны 1967 йылда тик яҡшы билдәләренә генә тамамлай, уҡыу йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм әҙәбиәткә ғашиҡ егет мәктәптә уҡығанда уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәргә ихлас йөрөй, айырыусы драма түңәрәген үҙ итә, 6-сы синыфтан башлап спектаклдәрҙә ҡатнаша, күрше ауылдарҙа ла сығыш яһай. Шуға ла урта белем алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылы Үрметтә клуб мөдире булып башлай. Күңеле әҙәби ижадҡа нығыраҡ тартылғанлыҡтан, артабан Илеш районының «Маяҡ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша. Юғары махсус белем алыу теләге уны ике йылдан Өфөгә саҡыра, һәм Ринат Хәйри 1969—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, йүнәтмә менән тыуған районына ҡайта һәм Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Әммә был вазифала оҙаҡ эшләмәй һәм үҙ теләге менән «Маяҡ» район гәзитенә хәбәрсе булып күсә һәм тиҫтә ярым йылдан артыҡ, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, яратҡан хеҙмәте менән шөғөлләнә.

Төп эше менән бергә республика баҫмалары — «Совет Башҡортостаны» һәм «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре, «Һәнәк» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙа төрлө темаларға хәбәр һәм мәҡәләләр, үҙенең әҙәби әҫәрҙәрен баҫтыра. Илеш районында йәшәп ижад итеүселәрҙе берләштереү, уларға төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү маҡсатында 1980 йылда «Ләйсән» тип исемләнгән әҙәби берекмә ойоштора һәм уны артабан етәкләүҙе үҙ иңдәренә ала.

Ринат Хәйри ижады ныҡлап сәскә атып килгәндә, 1990 йылда, ни бары 41-се йәше менән барғанда, ҡәһәрле сирҙән вафат булды, тыуған ауылында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәби ижадҡа һәләтле Ринат Хәйри мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Район гәзите "Маяҡ"та эшләү, бигерәк тә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдары йәш әҙип әүҙемлегенең һиҙелерлек күтәрелеш осоро тип билдәләргә кәрәк. Ул — бар фәндәрҙән дә яҡшы уҡыуы, студентарҙың йәмәғәт тормошонда даими ҡатнашыуы менән бер рәттән филология факультетында эшләп килгән «Аҡсарлаҡтар» әҙәби-ижад түңәрәгенең билдәле һәм тырыш ағзаһы була. Нәҡ ошо ваҡытта Ринат Хәйри билдәле шағир һәм яҙыусылар, шул иҫәптән аҙаҡтан «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов һәм башҡа әҙиптәр менән республика район һәм ҡалаларында үткәрелгән әҙәби осрашыуҙарға саҡырыла, уларҙа дәртләнеп һәм илһамланып үҙенең шиғырҙарын уҡый.

Ринат Мәғәфүр улының тәүге ижад емештәре республика гәзит һәм журналдарында студент йылдарында баҫыла. Уларҙың бер шәлкеме («Өлгөрөү», «Баҫыуҙарым», Т"ирәктәр мамыҡ осора", «Шишмәләр тураһында баллада», «Муйыл» шиғырҙары) 1981 йылда Башҡортостан китап нәшриәте сығарған йәш һәм башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәре тупланған «Йәш көстәр» альманахында урын ала. Әҙип уларҙа тыуған тәбиғәткә дан йырлай, уның хозурлығын үҙенсәлекле образдар менән һүрәтләргә ынтыла, үҙенең уй-кисерештәрен улар аша асып бирә.

Нескә хисле шағирҙы балалар донъяһы ла үҙ итә. Ул кескәйҙәр өсөн шиғырҙарын илһамланып ижад итә. Һөҙөмтәлә Ринат Хәйриҙең Башҡортостан китап нәшриәтендә үҙаллы сыҡҡан тәүге йыйынтыҡтары нәҡ кесе йәштәгеләргә һәм мәктәп уҡыусыларына арналған һәм уларға тәғәйенләнгән.

Әүҙем көндәлек хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм емешле әҙәби ижад менән шөғөлләнгән һәм инде ныҡлап өлгөрөп еткән шағир, әлбиттә, лирикаға иғтибарын кәметмәй һәм йәмғиәтте борсоған күп яҡлы мәсьәләрҙән дә ситтә тормай. Нәҡ ошо йүнәлештәрҙе яҡтыртҡан әҫәрҙәр уның 1990 йылда донъя күргән «Эҙләйем һине» исемле йыйынтығында тупланған. Уға ингән «Ҡорбан» поэмаһын уҡыусылар шундуҡ оҡшатты, тәнҡитселәр ҙә тик ыңғай фекер әйтте. Шуға ла был китап һәм поэма өсөн Ринат Хәйри үлгәндән һуң Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәш көстәр: Шиғырҙар, хикәйәләр, скетчтар. Ун етенсе китап / Төҙөүсеһе Рауил Шаммас. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.
  • Әле яҙ башы ғына: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 30 бит.
  • Минең уйынсыҡтарым: Кескәйҙәр өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
  • Хәрефтәр парады: Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1988.
  • Эҙләйем һине: Шиғырҙар, поэма. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 80 бит.
  • Ҡанаттар ҡайҙа үҫә?: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 1993. — 24 бит.
  • Әйтелмәгән васыят: Шиғырҙар, поэмалар, робаиҙар, сонеттар. — Өфө, Китап, 1995. — 336 бит.
  • Мин үҙем йәшен инем. Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, Китап, 200.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2017 йылдың 19 ғинуарында Илеш районында Ринат Хәйри иҫтәлегенә арналған саралар үтте[2].
  • Республиканың «Юлдаш» радиоһы гүр эйәһе булған арҙаҡлы шәхестәр тураһында тапшырыуҙар циклын ойошторҙо. 2015 йылдың 24 ғинуарында эфирға сыҡҡаны Ринат Хәйригә арналды. Шағирҙың ҡыҙы Ләйсән Хәйретдинова алып барған тапшырыуҙа Тапшырыуҙа әҙиптең яҡташтары - Рәсүл Хәбибуллин, Хәлисә Рәжәпова, Рәсилә Басырова, Ғәлимә Ғәлиева, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Миңнуллин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, шағирҙың хәләл ефете Айһылыу Зәки ҡыҙы Хәйретдинова, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, «Ағиҙел» журналының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов ҡатнашты[3]. Был тапшырыу аҙаҡтан эфирҙа ҡабатлап бирелде.
  • Илеш районының Үрмәт ауылында һәм «Маяҡ» гәзите редакцияһында 2010 йылдан Ринат Хәйриҙең музейы эшләп килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина — Уфа: Китап, 2006. — 496 б.  (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]