Хисамов Ғәлим Афзал улы
Ғәлим Хисамов | |
Исеме: |
Хисамов Ғәлим Афзал улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Журналист, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре |
Премиялары: | |
Наградалары: |
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Хисамов Ғәлим Афзал улы (25 апрель 1949 йыл) — журналист, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлим Афзал улы Хисамов 1949 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Буласаҡ әҙип хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районында уҡытыусы булып башлай, артабан Салауат химия комбинатында, Күмертау ҡала-район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар ҡәләм сарлап, үҙ хәбәрсенән баш мөхәрриргә тиклем үрләй. «Китап» нәшриәтенең директоры, Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт һәм матбуғат министры вазифаһында ла хеҙмәт итә.
Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы, матбуғат һәм социаль өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй наградалары менән бүләкләнгән. Прозаик Ғәлим Хисамов — тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы, әҫәрҙәре утыҙлаған нәфис һәм документаль китаптарында тупланған. Әҙәби тәнҡит уның ҡәләмен милли әҙәбиәтебеҙҙә сәйәси детектив жанрын үҫтереүҙә әүҙемлеге өсөн дә ыңғай баһалай.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Владимир Романов. Галим Хисамов — писатель, журналист, исследователь и экспериментатор (К 65-летию писателя и публициста) // ИА Башинформ.рф. — 25.04.2014.
- Галим Хисамов — лауреат премии им.Ш.Худайбердина 2006 года
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 25 апрелдә тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан» гәзите баш мөхәррирҙәре
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан министрҙары
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары