Татар Сыуыҡсыуы
| Ауыл | |
| Татар Сыуыҡсыуы татар. Татар Суыксуы | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1745 йыл[1] |
| Халҡы |
866 человек (2008) |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Почта индексы |
423736 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Татар Сыуыҡсыуы (Һыуыҡһыу) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Аҡтаныш ауылынан көнбайыштараҡ 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуыҡсыу (Һыуыҡһыу) — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле. Революцияға тиклем Башҡорт Сыуыҡсыуы тип телгә алына[1]. Татарҙан ауылда керҙәштәр булмаһала, урыҫ сығанаҡтарында ауыл Татар Сыуыҡсыуы тип атала[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә һәм уның үҙәге була.
Ауыл башҡорттары — Миңлеғол Ҡанбаров һәм Рәхмәтулла Илъясов 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. ХХ быуат башында ауылда улус идаралығы, почта станцияһы, мәсет (1798 йылдан билдәле), мәктәп, ел һәм һыу тирмәне, баҙар теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда 197 аҫаба башҡорт; 1816 йылда — 305 башҡорт (уларҙың 6-һы күп ҡатынлы); 1848 йылда — 391 башҡорт; 1859 йылда — 293 керҙәш (типтәр); 1912 йылда — 929 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 336 | 404 | 504 | 778 | 972 | 929 | 983 | 1041 | 922 | 822 | 883 | 909 | 988 | 936 | 875 | 866 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].