Эстәлеккә күсергә

Аҡкүҙ (Аҡтаныш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡкүҙ
татар. Аккүз
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Аҡкүҙ

Координаталар

55°31′25″ с. ш. 53°56′18″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1745 йыл

Халҡы

303 кеше (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423744 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 040 01 

Код ОКТМО

92 605 404 101

Номер в ГКГН

0142431

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡкүҙ (Рәсәй)
Аҡкүҙ
Аҡкүҙ
Аҡкүҙ (Аҡтаныш районы) (Татарстан)
Аҡкүҙ

Аҡкүҙ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Сөн йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Аҡкүҙ — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле, башта Юғары Ахун атамаһын йөрөткән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.

1821 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле, 1854 йылда уның ҡарамағында мәктәп асыла[1]. 1848 йылда тирмән, 1905 йылда хужалыҡ магазины эшләгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Гранит» колхозы ойошторола, хәҙерге ваҡытта бында «Ярыш» колхозының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан[1].

1795 йылда ир енесле 50 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуы), 5 типтәр; 1816 йылда — 97 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуы), 78 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуы), 15 типтәр; 1834 йылда — 327 башҡорт; 1848 йылда — 343 башҡорт («башкира по этносу»); 1912 йылда — 534 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуы), 405 йәнәй башҡорто һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192219261938194919581970197919892000
522592733906918939890792695511487596493354303

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия. Т. 1. — С. 81.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 252—256. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.