Эстәлеккә күсергә

Мөнирова Римма Мирас ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөнирова Римма Мирас ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 24 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Аҡкүҙ, Аҡтаныш районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 сентябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Этҡол, Үрге Өпәйле ҡала округы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, етәксе

Мөнирова Римма Мирас ҡыҙы (24 октябрь 1948 йыл23 сентябрь 1998 йыл) — уҡытыусы, совет органдары хеҙмәткәре, Үрге Өпәле ҡалаһының почётлы гражданы (1998, үлгәндән һуң).

Римма Мирас ҡыҙы Мөнирова 1948 йылдың 24 октябрендә Татар АССР-ы Аҡтаныш районының Аҡкүҙ ауылында тыуған. 1966 йылда Полдневая урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1972—1977 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый, бер үк ваҡытта 1966 йылдан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1978 йылдан Этҡол ауылының 7-се тулы булмаған урта мәктәбе директоры.

1984 йылда халыҡ депутаттарының Этҡол ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Был яуаплы вазифала ул Этҡол ауыл Советы тораҡ пункттары — Дауыт, Ключи (1996 йылда Снежинск ҡалаһына ҡушыла) Этҡол ауылдарының иҡтисади, мәҙәни һәм социаль үҫеше өсөн күп эшләй. Теләһә ниндәй рангтағы етәкселәрҙең күңел асҡысын таба белде, уға Екатеринбург, Полевский, Снежинск ҡалалары ярҙам итте. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптәр, клуб төҙөлә; тиҫтәләгән километр юлға асфальт түшәлә, 1985 йылда Этҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарға һәйкәл ҡуйыла. Үрге Өпәлегә уҡыусыларҙың экскурсияларын, Этҡол халҡының байрамдарға, күргәҙмәләргә, спектаклдәргә барыуҙарын ойошторҙо. Мөнирова ауыл хакимиәте биләмәһендә башҡорттарҙың милли култураны тергеҙеүҙә булышлыҡ итә: Этҡол күле ярҙары янында археологик ҡаҙыныу эштәре алып барыуҙа ярҙам күрһәртә; башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ауыл тарихы менән бәйле материалдар йыя[1].

Римма Мирас ҡыҙы Мөнирова 1998 йылдың 23 сентябрендә юл-транспорт фажиғәһендә һәләк була.

2004 йылдың июлендә Этҡол ауылында Римма Мөнирова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.