Ирмәш (Татарстан)
Ауыл | |
Ирмәш татар. Ирмәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
113 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423740 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ирмәш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирмәш — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән.11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.
1848 йылда мәсет теркәлгән. Ауылда Николаевтың поташ заводы эшләгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Үрләч» колхозы ойошторола, ул 1950 йылдарҙа «Урал» колхозы, ә 1958 йылдан — «Үҙәк» колхозы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 62 башҡорт; 1816 йылда — 76 башҡорт; 1834 йылда — 128 башҡорт; 1859 йылда — 85 башҡорт; 1912 йылда — 232 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1897 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
176 | 192 | 177 | 187 | 233 | 222 | 241 | 206 | 233 | 236 | 182 | 126 | 113 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 335—338. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.