Чөгәнә
Ауыл | |
Чөгәнә татар. Чөгәнә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1745 йыл[1] |
Халҡы |
160 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423740 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Чөгәнә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Чөгәнә күле буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чөгәнә — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Ябалаҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1832 йылдан билдәле), мәктәп, икмәк пристане теркәлгән[1]. 1905 йылда 2 тирмән, бакалея кибете, хужалыҡ магазины, мәсет теркәлгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 148 башҡорт; 1816 йылда — 107 башҡорт, 91 типтәр; 1834 йылда — 148 башҡорт, 120 типтәр; 1859 йылда — 527 башҡорт; 1870 йылда — 542 башҡорт йәшәй[2][3].
1858 | 1870 | 1906 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
527 | 542 | 546 | 599 | 427 | 425 | 318 | 324 | 279 | 236 | 186 | 186 | 160 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 482—484. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 122—124, 383—396. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.