Бурһыҡ (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бурһыҡ
татар. Бурсык
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Мәсәҙе

Координаталар

55°50′ с. ш. 53°51′ в. д.HGЯO

Халҡы

210 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423753

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 838 002

Код ОКТМО

92 605 438 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бурһыҡ (Рәсәй)
Бурһыҡ
Бурһыҡ
Бурһыҡ (Татарстан) (Татарстан)
Бурһыҡ

Бурһыҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Мәсәҙе ауыл биләмәһе составына керә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел йылғаһының тамағы янында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурһыҡ — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (аҙаҡ Таҡталасыҡ) улусы составына керә.

1848 йылда тирмән, мәсет (1811 йылдан билдәле), ә 1870 йылда мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Коллективизация осоронда ауылда «Ағиҙел» колхозы ойошторола, аҙаҡ ул Куйбышев исемен йөрөтә, ә 1965 йылда «Аҡтаныш» колхозы составына керә[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ир енесле 104 башҡорт; 1816 йылда — 152 башҡорт, 5 типтәр; 1834 йылда — 235 башҡорт, 5 типтәр; 1859 йылда — 443 башҡорт, 8 типтәр; 1870 йылда — 461 башҡорт; 1905 йылда — 700 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971906191319201926193819581970197919892000
443461483642706654611707788486468358231210

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, китапхана, клуб бар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 297—300. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.