Вәлиулла Мортазин-Иманский
Вәлиулла Мортазин-Иманский | |||
![]() | |||
Исеме: |
Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | |||
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Мораптал волосы, 1-се Иманғол ауылы[1] | ||
Вафат ваҡыты: | |||
Вафат урыны: | |||
Гражданлығы: | |||
Псевдоним: |
Иманский | ||
Наградалары: |
|
Вәлиулла Мортазин-Иманский (5 ғинуар 1885 йыл — 10 июль 1938 йыл) — актёр, режиссёр, драматург Һәм театр белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм администратор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы (Иманский псевдонимы) 1885 йылдың 5 ғинуарында[2] Ырымбур губернаһының Мораптал улусына ҡараған боронғо башҡорт ауылы Иманғолда (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы)[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сәнғәттәге юлы 1905—1907 йылғы революция осоронда башлана. Уның исеме Волга буйы Урал, Урта Азия, Кавказ халыҡтарының бер-береһенә туранан-тура бәйләнеше булған театр мәҙәниәтен тәү башлап ойоштороусы эшмәкәрҙәр араһында лайыҡлы урын алып тора.
Вәли Мортазин башҡорт театрына нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт театрын етәкләй.
1905 йылда И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың театр труппаһында эш башлай, «Сәйәр» төркөмө менән сығыш яһай.
Актер В. Мортазин-Иманскийҙың репертуары 500-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
1937 йылда Иманский ҡулға алына һәм 1938 йылдың 10 июлендә хәрби коллегия хөкөмө буйынса атыла. Репрессия ҡорбаны булараҡ ул бары тик 1957 йылда ғына аҡлана.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районына ҡарай
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы —Мортазин-Иманский (Мортазин) Вәлиулла Ғәйназар улы (Тикшерелгән 2 декабрь 2018)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәмилә Йәһүҙина. Башҡорт театры һәм Иманский. Ватандаш журналы. 12 һан. — 2005 йыл.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур өлкәһе Октябрьский районында тыуғандар
- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1885 йылда тыуғандар
- 10 июлдә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡортостанда репрессияланғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- Башҡортостан шәхестәре
- Ырымбур өлкәһендә тыуғандар
- Ырымбур өлкәһе башҡорттары