Эстәлеккә күсергә

Троицк (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Троицк (ҡала, Силәбе өлкәһе) битенән йүнәлтелде)
Троицк
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы июнь 1743
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған День Святой Троицы[d]
Этнохороним троичанин, троичанка һәм троичане
Рәсми тел урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Троицк районы (Силәбе өлкәһе), Троицк ҡала округы[d][1] һәм Троицкий округ[d]
Административ-территориаль берәмек Троицк ҡала округы[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Уй һәм Уйылға
Рәсми байрам 11 июнь
Халыҡ һаны 69 983 кеше (2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 170 метр
Майҙан 139,15 км²
Почта индексы 457100, 457111, 457106, 457105, 457101, 457103, 457102, 457109 һәм 457113
Рәсми сайт troick.su
Урындағы телефон коды 35163
Карта
 Троицк Викимилектә

Троицк  — Рәсәйҙәге ҡала (1743), Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендәге «Троицк ҡала округы статусы һәм уның сиктәре тураһында» законына ярашлы Троицк ҡалаһы муниципаль берәмек булып һанала һәм уға ҡала округы статусы бирелә.

Ҡалаға нигеҙ һалыу иҫтәлегенә таҡтаташ
Хәтер скверында Һалдат әсәһенә һәйкәл

1743 йылдың 19 июнендә Ырымбур крайының наместнигы Неплюев Иван Иванович тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, Уйыл йылғаһы Уй йылғаһына ҡойған урында, хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән туғыҙ ҡәлғә иҫәбенә инеп, Уй сик һыҙығының үҙәге булған[3]. Ҡәлғә Азиянан Европаға барған төп ҡаруан юлында урынлаша. Троицк ҡәлғәһенә тәүҙә башҡа ҡалаларҙан дворян һәм казактар күсерелә. Гарнизонда 739 һалдат һәм офицер хеҙмәт иткән. 1771 йылда ҡәлғәлә 1680-дән ашыу кеше, 317 йорт иҫәпләнгән. Ҡәлғәнең ҡаршыһында, Уй йылғаһының уң ярында, 1745 йылда алыш-биреш йорто (меновой двор) булдырыла, ул 1915 йылға тиклем ғәмәлдә була (1749 йылда — ағастан, 1822 йылда таштан эшләнә), сик буйы таможняһы Ырымбур таможня округы бөтөрөлгәндән һуң ябыла. Императрица Елизавета Петровнаның указы буйынса (1749 йылдың ноябрендә) Троицкиҙа артабан йыл һайын, майҙан октябргә тиклем, алыш-биреш йортонда йәрминкә ойошторола, йәрминкәнең әйләнеше ҡырҡа арта бара һәм йылына 2,5 миллион һумға етә.

Ҡәлғә халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, сауҙа (башлыса Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары килтергән йылҡы менән) иткән. XVIII быуат уртаһында Троицк ҡәлғәһе Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары менән тышҡы сауҙа урынына әүерелгән.

Пугачев ихтилалы ваҡытында Емельян Пугачев тарафынан 1774 йылдың май айында ҡәлғә яулап алына. Пугачев ҡәлғәлә оҙаҡҡа ҡалмай, саҡрым ярым алыҫлыҡтағы тауҙа урынлаша (әлеге тау хәҙер уның исемен йөрөтә), әммә иртәгәһенә уның ғәскәрен полковник Деколонг ҡыйрата[4].

1784 йылда Екатерина II указы буйынса Троицк ҡәлғәһе өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Өфө наместниклығы ҡарамағына тапшырыла. 1804 йылдан — Ырымбур губернаһы составында.

Троицк Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булып китә: сиркәү-мәхәллә мәктәптәре, башланғыс мәктәп, өйәҙ училищеһы (1830), мәхәллә училищеһы (1839), ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (1861), ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) балалары өсөн училище (1861) асыла. 1870 йылда ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы прогимназияға әүерелә. 1873 йылдың сентябрендә ҡалала ирҙәр классик гимназияһы асыла. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була. Атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асыла (1884), мәҙрәсәгә билдәле башҡорт дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бирелә[5]. 1879 йылда Ырымбур губернаһында тәүге китапхана асыла.

1889 йылда 14 меңлек ҡала халҡына 8 православие сиркәүе, 4 мәсет, 1 синагога тура килә. Троицк ҡалаһының халҡы электән уҡ күп милләтле була.

1897 йылда ҡаланың 36,2 процентын (8430) мосолмандар тәшкил итә. 1897 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы: татарҙар — 7344 кеше (87,1 %), башҡорттар — 625 кеше (7,4 %), ҡаҙаҡтар — 410 кеше (4,9 %), үзбәктәр — 33 кеше (0,4 %), черкестар — 6 кеше (0,07 %), башҡалар — 12 кеше (0,13 %) иҫәпләнә[6]. Граждандар һуғышы осоронда ҡала ҡулдан ҡулға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Троицкиға бер нисә сәнәғәт предприятиелһы эвакуациялана.

1920—1960 йылдарҙа ҡалала Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһы (техникумы) эшләгән.

(недоступная ссылка)[[Категория:Википедия:Статьи с нерабочими ссылками] «Үҙәк» ҡунаҡханаһы (икенсе исеме «Башкировтар»)
Изге Троица соборы

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
  3. ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Троицк, уездный город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. На могиле великого имама
  6. Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т. XXVIII. Оренбургская губерния. СПб. : Изд. Центр. стат. ком., 1904. С. 56-57, 68-71. Цит. по Денисов Д. Н. Мусульманская община Троицка во второй половине XVIII — начале XX века Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 10 (191). История. Вып. 39. 2015 йыл 2 апрель архивланған. С. 125.
  7. Google Карты. Google Карты. Дата обращения: 19 апрель 2018.
  8. Яна Ершова. Медресе «Расулия» в Троицке начнут восстанавливать уже в этом году. Челябинск сегодня (27 май 2017).
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Завьялова Нина Алексеевна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2019)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Фенина Эвелина Павловна 2019 йыл 4 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2019)
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Черняков Иосиф Михайлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2019)