Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Ғафар Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Ғафар Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Аҡтаныш районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (78 йәш)
Һөнәр төрө строитель
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Трудовой Славы I степени орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Абдуллин Ғафар Абдулла улы (24 октябрь 1930 йыл — 31 октябрь 2008 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. 1964—1990 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990).

Ғафар Абдулла улы Абдуллин 1930 йылдың 24 октябрендә Татар АССР-ының[1] Аҡтаныш районы Ҡәҙермәт ауылында тыуған.

Тулы булмаған урта белемле.

Татарстандың Калинин районында Октябрҙең 12 йыллығы исемендәге колхозда эшләй башлай. 1957 йылдан Башҡорт АССР-ында: Павловка ГЭС-ы төҙөлөшөндә балта оҫтаһы булып эшләй. 1959 йылдан — «Башнефтепромстрой» тресында балта оҫтаһы, 1964 йылдан — балта оҫталары бригадиры.

1990 йылдан хаҡлы ялда.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987) һәм Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990) исемдәренә лайыҡ булған.

Абдуллин Ғафар Абдулла улы 2008 йылдың 31 октябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.