Ҡайбыҫ районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ҡайбыҫ районы
татар. Кайбыч районы
рус. Кайбицкий район
Flag of Kaibitsky rayon (Tatarstan).png Flag of Kaibitsky rayon (Tatarstan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Татарстан
Эске бүленеш 17 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Оло Ҡайбыҫ ауылы
Халыҡ һаны 14 866 кеше
Майҙаны 995,4 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +4
Автомобиль коды 16, 116
Location of Kaybitsky District (Tatarstan).svg

Ҡайбыҫ районы (татар. Кайбыч районы, рус. Кайбицкий район) — Татарстандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Оло Ҡайбыҫ ауылы.

Районда 2010 йылға 14 866 кеше йәшәй. Ҡайбыҫ районында 17 ауыл советы ҡараған 60 ауыл урынлашҡан. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса райондың милли составы: татарҙар — 67,7 %, урыҫтар — 26,2 %,сыуаштар — 5,3 %, башҡалар — 0,8 %.

Ҡайбыҫ районы ауыл хуҗалығы (аграр) районы булып тора. Ауыл хуҗалығында төп тармаҡтар: һөт, ит, бал йетештереү, игенселек, урмансылыҡ.