Эстәлеккә күсергә

Түке

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Түке (Татарстан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Түке
татар. Түке
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Түке

Координаталар

55°36′ с. ш. 53°34′ в. д.HGЯO

Халҡы

397 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423732 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 881 001

Код ОКТМО

92 605 481 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түке (Рәсәй)
Түке
Түке
Түке (Татарстан)
Түке

Түке — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Түке ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл Бәжәнә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Түке — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында мәсет, мәктәп, тирмән, икмәк магазины теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 160 типтәр (сығышы менән йәнәй ырыуынан), 22 башҡорт; 1859 йылда — 55 башҡорт, 150 типтәр; 1870 йылда — 470 башҡорт; 1902 йылда — 334 башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
352470609576703762737555646480461655573428366397

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ноғман Хәмитов (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 434—436. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.