Бөйөк Колумбия
Бөйөк Колумбия | |
исп. República de Colombia | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1819 |
---|---|
Рәсми атамаһы | República de Colombia |
Этнохороним | colombiano һәм colombiana |
Рәсми тел | Испан теле |
Донъя ҡитғаһы | Америка |
Дәүләт | Бөйөк Колумбия |
Административ үҙәк | Богота |
Идара итеү формаһы | республика, федератив республика[d] һәм президент республикаһы[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Колумбия президенты[d] |
Дәүләт башлығы | Симон Боливар |
Халыҡ һаны | 2 583 799 кеше (1825) |
Валюта | Пиастр[d] |
Сиктәш | Бразилия, Перу, Мексика, Соединённые провинции Центральной Америки[d] һәм Испан империяһы[d] |
Алмаштырылған | Яңы Гранада Республикаһы[d], Соединённые провинции Центральной Америки[d], Венесуэла, Эквадор һәм Британская Гвиана[d] |
Алыштырған | Новая Гранада[d] |
Ҡулланылған тел | Испан теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1831 |
Майҙан | 3 064 800 км² (1825) |
Рәсми дине | Католицизм |
Бөйөк Колумбия Викимилектә |
Бөйөк Колу́мбия (исп. La Gran Colombia) — 1819—1831 йылдарҙа Көньяҡ Америкала булған һәм хәҙерге Колумбия, Венесуэла, Эквадор һәм Панама илдәренең территорияһының үҙ эсенә алған тарихи дәүләт[1].
Был территориялар Испанияның Яңы Гранада вице-короллегенең, Венесуэла генерал-капитанлығының, һәм һуңыраҡ Кито король аудиенсияһы юрисдикцияһына әҙме-күпме тап килгән.
Атаманың барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Колумбия Республикаһы менән 1831 йылға тиклем булған дәүләт менән бутамаҫ өсөн Бөйөк Колумбия атамаһы ҡулланыла. Бөйөк Колумбия термины дәүләт йәшәгән осорҙа бер ваҡытта ла файҙаланылмаған һәм тарихсылар тарафынан уйлап сығарылған.
Колумбия һүҙе Христофор Колумбтың (исп. Cristóbal Colón, итал. Cristoforo Colombo) исеменә бәйле һәм Португалия менән Испаниянан колониаль бойондороҡлоҡта булған Яңы Донъяның территориялары өсөн атама булараҡ революционер Франсиско де Миранда тарафынан уйлап сығарылған.
Боливар һәм Федерация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Американың испан колонияларын азат иткән Симон Боливар һәм Беренес Венесуэла респyбликаһының башҡа революционерҙары Американың барлыҡ испан өлөшөн атар өсөн ғәҙәттә Колумбия һүҙен ҡулланғандар. 1819 йылда Ангостурала конгресста ул яңы илдең атмаһы булып киткән.
Башта конгресста федератив республикаһы ҡоролошо тәҡдим ителгән, ул өс департаменттарҙан торған:
- Кундимарка департаменты, баш ҡалаһы — Богота,
- Венесуэла департаменты, баш ҡалаһы — Каракас,
- Кито департаменты, баш ҡалаһы — Кито.
Әммә 1819 йылда барлыҡ элекке вицекороллектәр колониаль бойондороҡлоҡтан әле азат ителмәгән булған.
Яңы республиканың конституцияһы тексы Кукуталағы конгресста тәҡдим ителгән, уға ярашлы баш ҡала Боготаға күсерелгән. Конституцияла ил менән идара итеүҙә үҙәкләштерелеүҙең юғары кимәле ҡаралған, был йәш илдең оборонаһы өсөн хәрби көстәрҙе координациялау юҫығынан кәрәк булған, шунлыҡтан Конституцияның тексы хатта бер нисә федералистар тарафынан хупланған. Яңы административ бүленеш раҫланған — Венесуэла, Кундинамарка һәм Кито бәләкәйерәк административ берәмектәргә бүленгән. Симон Боливар илдең президенты итеп һайланған, Франциско де Паула Сантандер вице-президент булып киткән.
Бөйөк Колумбия үҙенең йәшәүенең тәүге йылдарында әле Испания контроле аҫтында булған башҡа территорияларға бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштә ярҙам иткән — 1821 йылда Панама, Кито һәм Венесуэланың ҡайһы бер провинциялары кеүек федерация составына ингән.
1824 йылды Бөйөк Колумбияның ярҙамы менән Перу бойондороҡһоҙлоҡ алған. 1826 йылда Боливар һәм Сантандер икенсе мөҙәткә һайланған.
Тарҡалыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Испания менән һуғыш тамамлағандан һуң берҙәм дәүләт һәм сепаратистар яҡлылары араһындағы ризаһыҙлыҡтар көсәйгән. Төбәк властары йоғонтоһон арттырыуға даими саҡырыуҙар (шул иҫәптән финанс һәм коммерция ризаһыҙлыҡтар менән бәйле) төбәктәр араһында конфронтация барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән һәм даими компромисстар эҙләүҙе талап иткән.
Ҡабул ителгән ҡарарҙар барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡәнәғәтләндерә алмаған, шунлыҡтан дәүләт власы бик тотороҡһоҙ хәлдә булған.
Симон Боливар бөтә Латин Америкаһын берләштерергә ниәтләгән, әммә бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең бөтә дәүерендә быға ирешә алмаған. Бөйөк Колумбия республикаһы берҙәм Латин Америкаһы дәүләтен төҙөүҙең тәүге маташыуы булған. Латин Америкаһы сәйәсмәндәренең күбеһе берҙәм дәүләт идеяһын хупламаған һәм Боливар күңелһеҙләнеп проект өҫтөндә эшен туҡтатҡан һәм 1830 йылда президент вазифаһын ҡалдырған.
Боливар отставкаға киткәндән һуң эске ҡаршылыҡтар тағыла киҫкенләшкән, хатта генерал Рафаэль Урданета үҙ авторитетын ҡулланып Боливарға президент вазифаһын ҡайтарыр өсөн ваҡытлыса Боготала власты баҫып алған.
1830 йыл аҙағына ҡарай федерация тамам тарҡалған һәм 1831 йылда Венесуэла, Эквадор һәм Яңы Гранада республикаһы рәсми рәүештә үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән.
Бойондороҡһоҙлоҡ алған дәүләттәрҙең артабанғы яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кундинамарка департаменты Яңы Гранада республикаһы тип аталған дәүләт булып киткән. 1863 йылда Яңы Гранада рәсми атамаһын Колумбияның Ҡушма Штаттары тип үҙгәрткән, ә 1886 йылда хәҙерге көнгәсә йәшәп килгән атманы ҡабул иткән — Колумбия Республикаһы. Панама 1903 йылға ҡәҙәр был илдең өлкәһе булып ҡалған, 1903 йылда Америка Ҡушма Штаттары (АҠШ) ярҙамында Панама бойондороҡһоҙ булып киткән, ул алмашҡа АҠШ-ҡа Панама каналын төҙөлөшөнә һәм артабанғы эксплуатацияға хоҡуҡтарҙы ҡайтарған.
Панаманан тыш (ул бойондороҡһоҙлоҡто аҙаҡ алған), Бөйөк Колумбия территорияһында барлыҡҡа килгән илдәрҙең флагтары Бөйөк Колумбияның флагын хәтерләтә:
Колумбия | Эквадор | Венесуэла | Панама |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Los nombres de Colombia . Alta Consejería Presidencial para el Bicentenario de la Independencia de Colombia. Дата обращения: 12 август 2016. 2016 йыл 18 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bushnell David. The Santander Regime in Gran Colombia. — Westport, CT: Greenwood Press, 1970. — ISBN 0-8371-2981-8.
- Gibson William Marion. The Constitutions of Colombia. — Durham, NC: Duke University Press, 1948.
- Lynch John. Simón Bolívar: a Life. — New Haven and London: Yale University Press, 2006. — ISBN 0-300-11062-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Колумбия Викимилектә |
Ҡалып:Колумбия в темах Ҡалып:Президенты Великой Колумбии Ҡалып:Южная Америка по темам