Эстәлеккә күсергә

Евро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евро  (рус.)

Euro  (ингл., фр., нем., нид., люкс., латин., эст., ит., порт., фин., исп., ирл., слов., швед., фриз., кат., төр.)
Ευρώ  (грек)
Ewro  (мальт.)
Evro  (словен.)
Eiro  (латыш.)
Euras (лит.)
Евро  (болг.)

Евро банкноттары
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтары EUR (978)
Символы
Әйләнеш территорияһы
Эмитент Европа союзы Европа союзы (ЕС)
Рәсми ЕС ағзалары:
Австрия Австрия
Бельгия Бельгия
Германия Германия
Греция Греция
Ирландия Ирландия
Испания Испания
Италия Италия
Кипр Республикаһы Кипр Республикаһы
Латвия Латвия
Литва Литва
Люксембург Люксембург
Мальта Мальта
Нидерланд Нидерланд
Португалия Португалия
Словакия Словакия
Словения Словения
Финляндия Финляндия
Франция Франция
Хорватия Хорватия
Эстония Эстония
ЕС сиктәренән тыш:
Андорра Андорра
Ватикан Ватикан
Монако Монако
Сан-Марино Сан-Марино
Бөйөк Британия Акротири и Декелия
Франция Сен-Бартельми
Франция Сен-Мартен
Франция Сен-Пьер и Микелон
Рәсми булмаған Косово Республикаһы Косово
Черногория Черногория
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
Бүленгән Евроцент (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар 1, 2, 5, 10, 20, 50 центтар, 1, 2 евро
Банкноталар 5, 10, 20, 50, 100, 200, 500 евро
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәк Европа үҙәк банкыһы
www.ecb.europa.eu
20 октябрь 2014 йыл курсалар
1 USD = 1.27 EUR
1 RUB = 52.24 EUR
2014 йылда инфляция
Инфляция 0,7% (апрель) Сығанаҡ
Евро Викимилектә

Е́вро (валютаның коды, банк коды: EUR) — «еврозонаға» ингән 20 илдең (Австрия, Бельгия, Германия, Греция, Ирландия, Испания, Италия, Кипр, Латвия, Литва, Люксембург, Мальта, Нидерланд, Португалия, Словакия, Словения, Финляндия, Франция, Хорватия, Эстония) рәсми валютаһы. Евро шулай уҡ йәнә 9 илдең милли валютаһы булып тора, уларҙың етәүһе Европала урынлашҡан. Әммә еврозона ҡатнашыусыларынан айырмалы рәүештә, был илдәр Европа үҙәк банкынының аҡса-кредит сәйәсәтенә йоғонто яһай алмай һәм уның етәксе органдарына үҙ вәкилдәрен ебәрергә лә хоҡуҡлы түгел. Шулай итеп, евро — 320 миллиондан ашыу европалы өсөн берҙәм валюта булып тора.

Евро ҡулаҡсаһыҙ әйләнешкә 1999 йылдың 1 ғинуарында индерелә, ә 2002 йылдың 1 ғинуарынан ҡулаҡсалы әйләнешкә банкноталар һәм тимер аҡсалар инә. Евро 1:1 нисбәтендә 1979 йылдан 1998 йылға тиклем ҡулланылып килгән европа валюта берәмеген (ЭКБ) алмаштыра.

Евро Европа үҙәк банкылары системаһы (ЕҮБС) тарафынан идара ителә, уның башында Майндағы-Франкфуртта (Германия) урынлашҡан Европа үҙәк банкы (ЕҮБ) тора. ЕҮБС-ға ЕҮБ-нан тыш, евроны ҡабул иткәнме-юҡмы, Европа Берләшмәһе ағзаһы булып торған барлыҡ илдәрҙең банкылары инә. ЕҮБ бойондороҡһоҙ үҙәк банк булып тора. Еврозонала тик ул аҡса-кредит сәйәсәтен билдәләү хоҡуғына эйә. ЕҮБС банкнота һәм тимер аҡса сығарыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ еврозонала түләү системаларының эшмәкәрлеген тәьмин итә.

Европа берлегенең барлыҡ илдәре лә еврозонаға инә ала. Бының өсөн Европа берлеге Килешеүе билдәләгән конвергенция критерийҙарының үтәлеүе кәрәк (уны маастрихт критерийҙары тип тә атайҙар). Ундай илдең макроиҡтисад күрһәткестәре конвергенция критерийҙарына тап килеү-килмәүе хаҡында ҡарарҙы ЕБ Советы ҡабул итә, артан Европа Советы раҫлай. ЕС-ҡа тулыһынса берегеп китер өсөн евро зонаһына инеү тәбиғи аҙым.

Латиница менән Euro (төрлө телдәрҙә ҙур йә бәләкәй хәрефтән яҙыла), грекса — ευρώ тип яҙыла. Европа берлегендәге ҡайһы бер илдәрҙә яҙылышының милли варианттары ла бар: eiro, euras, evro, ewro, euró. Болгарса кириллица менән — евро. Банкноталарҙа валютаның атамаһы латин һәм грек хәрефтәре менән (бәләкәй), яңы сығарылғандарында Болгарияның талабы буйынса кириллица менән дә яҙылған. Атама Европа һүҙе ниндәйҙер телдә нисек әйтелә, шуға оҡшатып ҡулланыла: французса яҡынса — ёро́, немецса — о́йро, испанса һәм итальянса — э́уро, инглизсә — ю́ро һ.б.

Урыҫ телендә е́вро тип йөрөтөлә. Норматив һүҙлектәргә ярашлы, ул мужской родҡа тура килә, телмәрҙә урта род та осрай.

2013 йылда тәүге тапҡыр 5 евро торған ҡағыҙ аҡса сығарыла[1]. 10 евролығы 2014 йылдың 23 сентябренән ҡулланышҡа инә[2].

Тимер аҡсалар һәм банкноталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евро 100 цент тәшкил итә (евроцент тип тә аталғылай). Евро тәңкәһенең бер яғында, шул иҫәптән 2 евролыҡ иҫтәлекле тәңкәлә лә, Европа картаһы ерлегендә тимер аҡсаның ҡиммәте яҙыла. Икенсе яғында тәңкәне һуҡҡан ил һайлаған һүрәт баҫыла. Евро рәсми валюта тип таныған илдәрҙең барыһында ла был тимер аҡсалар ҡулланыла ала.

Евро 2 €, 1 €, 0,50 €, 0,20 €, 0,10 €, 0,05 €, 0,02 € и 0,01 € ҡиммәте менән сығарыла. Еврозоналағы һәммә магазиндар ҙа хаҡты 5 центҡа бүлерлек итеп ҡуйырға тырыша. Мәҫәлән, Финляндияла 1 һәм 2 евроцент кәрәк булмай; Австрияла иһә, киреһенсә в 1 цент тәңкәһе киң таралған.

Евроның банкноталары бар илдәрҙә лә ике яҡтан да бер иш һүрәтле. 500 €, 200 €, 100 €, 50 €, 20 €, 10 € и 5 €. 500 € һәм 200 € кеүек эре аҡсалар ҡайһы бер илдәрҙә сығарылмай, әммә барыһында ла түләүгә алына.

Номинал Дәүмәл
Масса
Стиль Эпоха Кодтың урыны Төп төҫө
5 евро 120 мм × 62 мм
0,63 г
Антик / Классика XI быуатҡаса һүрәт ситендә һулда 2019 йыл 16 ноябрь архивланған. һоро
10 евро 127 мм × 67 мм
0,72 г
Роман XI—XII быуаттар йондоҙсоҡ «сәғәт 8-ҙә» 2019 йыл 31 октябрь архивланған. ҡыҙыл
20 евро 133 мм × 72 мм
0,81 г
Готика XIII—XIV быуаттар йондоҙсоҡ «сәғәт 9-ҙа» 2019 йыл 31 октябрь архивланған. күк
50 евро 140 мм × 77 мм
0,92 г
Ренессанс XV—XVI быуаттар һүрәт ситендә уңдан 2019 йыл 31 октябрь архивланған. ҡыҙғылт-һары
100 евро 147 мм × 82 мм
1,02 г
Барокко һәм рококо XVII—XVIII быуаттар йондоҙсоҡтан уңда «сәғәт 9 -ҙа» йәшел
200 евро 153 мм × 82 мм
1,07 г
Индустриаль эра / Тимер һәм быяла XIX быуат йондоҙсоҡтан уңда « сәғәт 8-ҙә» һарғылт-көрән
500 евро 160 мм × 82 мм
1,12 г
Яңы заман XX—XXI быуаттар йондоҙсоҡ «сәғәт 9-ҙа» алһыу-зәңгәр

ЕҮБ ҙур хаҡтар түләү транзакцияһы өсөн клиринг системаһын, TARGET булдырған. Еврозона илдәре эсендә аҡсаны күсереү айырым ил эсендәге күсереү кеүек үк булырға тейеш. Ҡулаҡса менән түләү өсөн дә шул уҡ ҡағиҙә ҡулланыла. Кредит карталары менән түләү ҙә, банкоматтан алыу ҙа карта сығарған илдәге кеүек үк баһаланырға тейеш. Чек кеүек «ҡағыҙлата» түләү ЕҮБ тарафынан стандартланмаған һәм һәр илдә айырым эшкәртелә.

Евро логотибының рәсми спецификацияһы, ул зәңгәр ерлектә һары төҫ менән баҫылырға тейеш (PMS Yellow һәм PMS Reflex Blue — ға ярашлы)

Евроның (€) махсус график тамғаһына килгәндә, йәмәғәселек фекерен өйрәнеп, 10 тәҡдимдең икәүһе һайланғас, Еврокомиссия уның береһенә туҡтала һәм шул тамға ҡабул ителә. Еңгән дизайндың авторҙары дүрт эксперт булып, уларҙың исемдәре мәғлүм ителмәй. Рәсми дизайнды Артур Эйзенменгер[3] үҙенеке тип дәғүә белдерә. Ул элек Европа берекмәһенең әйҙәүсе график дизайнеры булып эшләгән һәм был тамғаны Европаның дөйөм символы булараҡ ижад итеүен әйткән.

Тамға, Еврокомиссии белдереүенсә, «Европа цицвилизацияһы әһәмиәтен күрһәтеүсе грек эпсилоны, Европаны аңлатыусы Е хәрефе һәм тамға аша үткән, евроның тотороҡлоғон һынландырған ике һыҙаттан тора». Шул ике һыҙат арҡаһында евроның тамғаһы славян әлифбаһындағы «Есть» («бар») символына оҡшаш булып сыға.

Европа комиссияһы шулай уҡ алғы пландың һәм ерлектең теүәл пропорцияларын күрһәтеп, евроның логотибын ғәмәлгә индерә.[4] Ҡайһы бер шрифт дизайнерҙары евро логотибын туранан-тура күсереп алһа ла, күптәр ярашлы шрифттың С хәрефенә нигеҙләнгән һәм ғәрәп һандарына киңлеге тура килгән үҙ вариантын ижад итә.[5]

Банкноталар һәм тимер аҡсалар ЕҮБ ҡарары буйынса әйләнешкә индерелә. Еврозоналағы һәр ил серия номеры алдынан үҙ илен аңлатҡан хәреф яҙа:

  • Австрия — N
  • Бельгия — Z
  • Германия — Х
  • Греция — Y
  • Ирландия — T
  • Испания — V
  • Италия — S
  • Кипр — G
  • Латвия — C
  • Люксембург — R
  • Мальта — F
  • Нидерланды — P
  • Португалия — M
  • Словакия — E
  • Словения — H
  • Финляндия — L
  • Франция — U
  • Эстония — D
  • Латвия — C
  • Литва — B

Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.