Банат

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Банат

Банат — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Банат исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ғәрәп теленән ингән, ғәр. — ҡыҙ балалар, ҡыҙҙар; иркә ҡыҙ тигән мәғәнәне аңлата[1].

Шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (16 декабрь 1902 йыл — 19 июль 1970 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, сөгөлдөрсө. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш (1947—1959) Юғары Советы депутаты.

Вәлиева-Яубаҫарова Банат Хәсән ҡыҙы (1948 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Әбүләйес ауылында тыуған) — педагогик хеҙмәт ветераны, юғары категориялы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әүҙем википедист. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм район олимпиадалары призёрзары һәм миҙалға тамамлаусыларҙы укытып сығарҙы. Күп кенә уҡыусылары ла урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. «Әбүләйестә үткән бала саҡ» китабы авторы. 2021 йылдың февралендә Башҡорт Википедияһында күрһәткән эшмәкәрлеге өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. Рувики ойошторған «Узнай Россию. Начни с Дона» конкурстарында ике тапкыр икенсе урынды биләне. ХI Мәскәү халык-ара конференцияһында ҡатнашты. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ҡасабаһында, әүҙем тормош алып барып, йәмәғәтселек эштәрендә ихлас ҡатнашып йәшәй.

Алсынова Банат — Өфө ҡалаһы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Башҡорт теле дәреслегендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Эштә Банат Батырованың алтын ҡулдары ут сәсрәтер булһа, ял иткәндә ул моңло йырҙары менән күңелдәрҙе ар­бар ине »

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Банат Республикаһы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  • Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]