Эстәлеккә күсергә

Македония (Греция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Македония
юнан. Μακεδονία
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1913
Рәсем
Рәсми атамаһы Μακεδονία
Кем хөрмәтенә аталған Македония[d]
Этнохороним Macedoni
Дәүләт  Греция
Административ үҙәк Салоники
Халыҡ һаны 2 382 857 кеше[1]
Ҡулланылған тел новогреческий язык[d] һәм понтийский язык[d]
Майҙан 34 177 км²,
13 196 миль²
Урынлашыу картаһы
Описание печати/эмблемы Вергинская звезда[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Карта
 Македония Викимилектә

Македони́я (юнан. Μακεδονία), шулай уҡ Грек Македо́нияһы ( Эге́й Македо́нияһы йәки Аҡ диңгеҙ Македо́нияһы терминдарын башлыса Грецияның төньяҡ күршеләре файҙалана[2]) — Македонияның тарихи-географик өлкәһе өлөшө, уны 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғышы осоронда грек армияһы азат иткән. Бухарест килешеүе (1913) буйынса ул Греция составына ингән, майҙаны хәҙерге грек дәүләтенең 25,9 % территорияһын тәшкил итә.

Грецияла Македония тип кенә атала, был Грецияның халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса икенсе урында торған регионы.

Македония 1912 йылғы географик Македонияның 52,4% майҙанын биләй һәм уның халҡының 52,9 % тәшкил итә.

Македония — Төньяҡ Грецияның (Northern Greece) тарихи географик өлкәһе, уның иң ҙур майҙанын биләй. Көнбайышта Пинд тауҙарынан башлап Эпир менән , көнсығышта Нестос йылғаһы буйлап Фракия менән сикләшә. Көньяҡ сигенең өстән ике өлөшө Эгей диңгеҙе буйынан үтә, өстән бере — Камвуния һәм Олимп тауҙары буйлап Фессалияға барып сыға. Төньяҡтан дәүләт сиге Албания, Төньяҡ Македония һәм Болгария янынан үтә.

Был Аттиканан ҡала иң ҙур майҙанлы ( ил ерҙәренең 25,9 %) һәм иң күп кеше йәшәгән географик өлкә. Майҙаны 34 177,564 квадрат километр[3]. 2011 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 2 402 532 кеше[4].

100 мең тирәһе славян телле әҙселек бар, 10 - 30 мең тирәһе кеше үҙен македониялы һанай, улар үҙҙәрен гректарға индермәй [5].

Македония Грецияның утрау өлөшөнән ландшафтының байлығы, тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө, флора һәм фаунаһының күп төрлөлөгө, изге урындары, археологик ҡомартҡылары һәм боронғолоғо менән айырылып тора.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Калликратис» программаһы буйынса административ яҡтан 3 периферияға бүленә,уларҙың береһе Фракияны, 14 периферия берәмеген һәм 1 айырым административ берәмек Айон-Оросто (Афон) үҙ эсенә ала.

Көнбайыш Македония периферияһы ошондай берәмектәрҙән тора: Гревена, Кастория, Козани һәм Флорина, административ үҙәге — Козани. Үҙәк Македония ошондай берәмектәрҙән тора: Иматия, Килкис, Пела, Пиерия, Салоники, Сере һәм Халкидики, административ үҙәге — Салоники. Көнсығыш Македония һәм Фракия ошондай берәмектәрҙән тора: Драма, Кавала һәм Тасос.

МакедонияПоз. Греции перифериялары (периферия берәмеге)Административ үҙәкМайҙан, км²[3]Халҡы, кеше (2011)[4]
Көнбайыш МакедонияКозани9451,406283 689
1КасторияКастория1720,13350 322
2ФлоринаФлорина1924,56451 414
3КозаниКозани3515,853150 196
4ГревенаГревена2290,85631 757
Үҙәк МакедонияСалоники18 810,5231 880 058
5ПелаЭдеса2505,774139 680
6ИматияВерия1700,810140 611
7ПиерияКатерини1516,702126 698
8КилкисКилкис2518,88080 419
9СалоникиСалоники3682,7361 110 312
10ХалкидикиПолийирос2917,877105 908
11СереСере3967,744176 430
Көнсығыш Македония һәм Фракия (часть)5579,998236 974
12ДрамаДрама3468,29398 287
13КавалаКавала1731,608124 917
ТасосТасос380,09713 770
Айон-Орос (Афон, айырым административ берәмек)Карье335,6371811
Македония34 177,5642 402 532

Македонияла тыуғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. https://en.wikipedia.org/w/index.php?title=Macedonia_(Greece)&oldid=888182180
  2. Βακαλόπουλος, Κωνσταντίνος Α. Επίτομη Ιστορία της Μακεδονίας. — Θεσσαλονίκη: Εκδόσεις αδελφών Κυριακίδη, 1988. — P. 226.
  3. 1 2 Απογραφή πληθυσμού - κατοικιών της 18ης μαρτίου 2001 (μόνιμος πληθυσμός) (грек). — Πειραιάς: Εθνική στατιστική υπηρεσία της Ελλάδας, 2009. — Т. I. — С. 329—331. ISSN 1106-5761.
  4. 1 2 Δελτίο τύπου. Ανακοίνωση των αποτελεσμάτων της Απογραφής Πληθυσμού-Κατοικιών 2011 για το Μόνιμο Πληθυσμό της Χώρας (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή (28 Δεκεμβρίου 2012). Дата обращения: 4 июнь 2017.
  5. Report about Compliance with the Principles of the Framework Convention for the Protection of National Minorities (along guidelines for state reports according to Article 25.1 of the Convention) (ингл.). Greek Helsinki Monitor & Minority Rights Group - Greece (18 сентябрь 1999). — Рапорт Греческого хельсинкского комитета. Дата обращения: 29 июнь 2018. 2020 йыл 18 октябрь архивланған.
  • Giza, Antoni. Państwa bałkańskie wobec kwestii macedońskiej w latach 1878-1918. — Szczecin: Wydawnictwo Naukowe Uniwersytetu Szczecińskiego, 1998. — 205 p. — (Rozprawy i Studia / Uniwersytet Szczeciński, 287). ISBN 978-8387341756.
  • Гиза, Антони. Балканските държави и македонския въпрос / превод от полски Димитър Димитров. — София: Македонски Научен Институт, 2001. — 135 с. — (Македонска библиотека). — ISBN 954-81-87-523-1.