Олимп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Олимп
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1938
Дәүләт Flag of Greece (1822-1978).svg Греция[1]
Административ-территориаль берәмек Пиерия[d] һәм Центральная Македония[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Топографическая изоляция 254 километр
Яҡынса бейеклеге 2355 метр
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2918 метр
Мираҫ статусы Special Area of Conservation[d] һәм особая природоохранная зона ЕС по защите птиц[d]
Бейеклек 2,918 метр
Майҙан 19 139,59 гектар[2]
Категория с картами на Викискладе Maps of Mount Olympus
Описан на сайте filotis.itia.ntua.gr/bio…
natura2000.eea.europa.eu/…
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/new/en/natura…
Commons-logo.svg Олимп Викимилектә

Митикас

Олимп [3][4] (грек. Όλυμπος, МФА: [ˈɔlimbɔs], О́лимбос[4][5])(грек. Όλυμπος, МФА: [ˈɔlimbɔs], Олимбос) —Грецияла иң бейек тау массивы[6].  (2917 м). Милли парк. Тау Фессалияның  төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Борон Фессалия менән Македонияның тәбиғи сиге булған. Олимп тауының  иң юғары өс түбәһе Митикас (2917 м), Сколио (2912 м) һәм Стефани (2905. м.) тип атала[7].

Боронғо грек мифологияһында Олимп — изге тау, Зевс етәкселегендә аллаларҙың йәшәү урыны. Ошоноң менән бәйле, грек аллаларын йыш ҡына «олимпиялы» тип йөрөтәләр. Төньяҡ битләүендә македонлыларҙың Дион ҡала- ғибәҙәтханаһы, йәғни Зевс ҡалаһы урынлашҡан.

Олимп мифологик һәм тарихи символ ғына түгел тәбиғәт ҡомартҡыһы булып та һанала. Пиерия  номы һәм өлөшләтә Лариса-Фессалия сиктәрендә урынлашҡан Олимптың  Милли ҡурсаулығына күп биологик  төрлөлөк хас. Бында 1700 төр үҫемлек осрай, ул Грецияла осраған бөтә төрҙөң 25 процентына тап килә. Уларҙың 23-ө — эндемик төрҙәр, йәғни тик бында ғына осрай. Фауна 8 төр  амфибиялар,  22 төр һөйрәлеүселәр, 32  төр имеҙеүселәр, 136 төр ҡоштарҙан тора.

Олимпҡа күтәрелеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек  күтәрелеү Литохорон ҡалаһынан башлана, унда Олимпҡа күтәрелергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан. Унан 1100 метрлыҡ бейеклектә урынлашҡан «Приония» пунктына  тиклем таксила барып етергә мөмкин   («Πριόνια»),  шулай уҡ йәйәүле маршруттар ҙа бар. Прионияла  бәҙрәф,  ресторан һәм машиналар ҡуйыу урыны бар, эргәлә урынлашҡан Изге Дионис монастырында ҡунып сығырға мөмкин. 

Приониянан йәйәүле маршрут ҡунаҡхана һәм кемпинг өсөн зонанан торған «Спилиос-Агапитос» (Σπήλιος Αγαπητός, 2100 м) приютына тиклем бара[8], унан  уның Скала түбәһенә һәм башҡа таулы приюттарға күтәрелергә мөмкин. Скала түбәһенән Сколио һәм Митикасҡа эләгергә була. Митикасҡа төндә һәм насар һауа торошо ваҡытында күтәрелеү хәүефле, шулай уҡ унда күтәрелеү өсөн физик әҙерлек талап ителә[9].

Тәүге тапҡыр  1913 йылда Христос Какалас тарафынан яулана[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список гор Греции

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виртуаль тур[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]