Колумбия (Көньяҡ Каролина)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Колумбия
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1787
Хөрмәтенә аталған Христофор Колумб
Дәүләт Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Южная Каролина[d][1] һәм Republic of South Carolina[d][2]
Административ-территориаль берәмек Ричленд[d] һәм Лексингтон[d]
Хөкүмәт башлығы Stephen K. Benjamin[d]
Халыҡ һаны 129 272 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 89±1 Метр
Сәғәт бүлкәте Төньяҡ Америка көнсығыш ваҡыты[d]
Туғандаш ҡала Кайзерслаутерн[d], Клуж-Напока, Силәбе ҡалаһы[3], Пловдив һәм Аккра[d]
Сиктәш Forest Acres[d]
Майҙан 349 389 396 квадратный метр
Почта индексы 29201, 29203-6, 29209-10, 29212, 29223, 29225, 29229
Рәсми сайт columbiasc.net
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 803
Commons-logo.svg Колумбия Викимилектә

Колу́мбия[4][5] (ингл. Columbia) — Американың иң ҙур ҡалаларҙың береһе, Көньяҡ Каролина штатының баш ҡалаһы һәм Ричленд округының административ үҙәге. 2013 йылдың 1 июленә ҡалала 133 358 кеше йәшәй (АҠШ халҡы иҫәбен алыу бюроһы, июль, 2014 йыл). Ҡалала штаттың Капитолийы һәм Көньяҡ Каролина университеты урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалаға нигеҙ һалынғандан алып Аҡш-тағы граждандар һуғышына тиклемге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ Каролинаның Генераль Ассамблеяһы 1786 йылда баш ҡала сифатында яңы ҡала төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәнкәнгә тиклем үк Колумбияның был районы штатты колонизациялауҙа һәм уның эске райондарын үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Конгари йылғаһының көнбайыш ярында урынлашҡан Конгарис сик буйы форты — Санти йылғаһы бассейнында карап килеп туҡтай торған һуңғы пункт. 1754 йылда колониаль хөкүмәт, көнсығышта ҙурайғандан-ҙурая барған тораҡ пункттары менән форт араһында тотороҡло бәйләнеш урынлаштырыу маҡсатында, паром йөрөтә башлай.

Штат сенаторы Джон Льюис Джервис яңы баш ҡала төҙөү тураһындағы закон проектын Ассамблея ҡарауына сығара, 1786 йылдың 22 мартында проект хуплана. Баш ҡала атамаһына ике вариант тәҡдим ителә — Вашингтон һәм Колумбия, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса баш ҡаланың хәҙерге атамаһы өсөн 11 сенатор (шул иҫәптән Джервис, ул үҙе ошо атаманы тәҡдим иткән була), ә Вашингтон өсөн 7 сенатор тауыш бирә.

Яңы баш ҡала урынлашасаҡ ер 1786 йылда штат уртаһынан бүленә. Ассамблея баш ҡалала беренсе тапҡыр 1790 йылда йыйыла. Тәүге егерме йылда Колумбияға Ассамблея туранан-тура идара итә, ә 1805 йылда ул урындағы үҙидара хоҡуғын, артабан 1854 йылда ҡала статусын ала. Чарлстон менән 35 километрлы Санти каналы менән тоташҡандан һуң, Колумбия уғата ҙур үҫеш стимулын ала. Каналды төҙөү эштәре 1786 йылда башлана һәм 1800 йылда тамамлана, ул — Ҡушма штаттарҙа төҙөлгән тәүге каналдарҙың береһе. Тимер юл бәйләнеше ҙур үҫеш алғандан һуң 1850 йылда канал эшләүҙән туҡтай.

Ҡала төҙөлөшө буйынса комиссия ҡаланы (йылға яры буйлап 3 км²) 400 кварталға бүлә. Кварталдар майҙаны 0,5 акрға тигеҙ участкаларға бүленә һәм алып-һатарҙарға һәм ҡалала төпләнергә теләүселәргә һатыла. Һатып алыусыларға оҙонлоғо 9,1 метр һәм киңлеге 5,5 метр ҙурлығында йорт төҙөп ҡуйыу бурысы йөкмәтелә, юғиһә йыл һайын уларға 5 % ҙурлығында штраф һалынасаҡ. Ҡала тирәләй урынлашҡан урамдарҙың һәм ҡала аша үткән ике урам 46 метр киңлегендә итеп эшләнә. Ҡалған урамдарҙың киңлеге — 30 метр. Төбәктәге серекәйҙәр 18 метрҙан артығыраҡ араға оса алмаҫтар тип урамдарҙы шулай киң итеп эшләйҙәр. Был теория раҫланмай, әммә Колумбия халҡы урамдарының киң булыуына әле лә шатлана.

Колумбия АҠШ-та план буйынса төҙөлгән тәүге ҡалаларҙың береһе була. Ул бик тиҙ үҫә, 19-сы быуат башына унда йәшәүселәрп һаны 1000 кешегә етә.

Ҡала уғата ҙур темптар менән үҫешә, һәм 1850-се йылдарҙа Колумбия Көньяҡ Каролинаның эре ҡалаларының береһенә әйләнә. Быға тимер юл транспортының йылдам эшләүе лә булышлыҡ итә. 1840 йылда тимер юл транспорты йөк ташыу менән (мамыҡ түктәрен) ташыу менән шөғөлләнә. Мамыҡ — Колумбияға байлыҡ биреүсе сығанаҡ, АҠШ-тағы граждандар һуғышы алдынан булған йылдарҙа ғәмәлдә ҡаланың бөтә иҡтисады мамыҡ менән бәйле була. Мамыҡ тармағында эшләү өсөн ҡолдар йәлеп ителә, 1860 йылда Колумбиялв 3 300-гә яҡын ҡол тотола.

Граждандар һуғышы һәм оккупация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ менән Көньяҡ араһындағы мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша, һәм 1860 йылдың 17 декабрендә Беренсе баптист сиркәүе бинаһында Көньяҡ Каролинаның бөтә ҡалаларынан да делегаттар съезы сецессияны (Төньяҡҡа буйһоноуҙан ҡотолоуҙы) тикшереү өсөн йыйыла. 159 делегаттың бөтәһе лә Союздан сығыу өсөн тауыш бирә. Колумбия Конфедерация сиктәрендә төрлө кәңәшмәләр һәм осрашыуҙар үткәреү өсөн бик уңайлы урын була. Граждандар һуғышы осоронда банкирҙар, тимер юлдар етәкселәре һәм дин әһелдәре төрлө мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн тап ошонда йыйыла.

Руины в центре города, март 1865

1865 йылдың 3 февралендә, граждандар һуғышының һуңғы айҙарында, Төньяҡтың генерал Шерман командалыҡ иткән ғәскәренән (5 000 кешенән ашыу) Көньяҡтың Лафайет Маклоуз (1 000кешегә яҡын) командалыҡ иткән снаряд, патрон һәм башҡа һуғыш кәрәк-яраҡтарһыҙ ҡалған отрядтары йылға буйында барған һуғышта еңелә. Колумбия властары, Джорджия халҡы хәленә ҡалмау өсөн, ҡаланы Шерман ғәскәренә һуғышһыҙ тапшырырға ҡарар итә. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланмай. Шерман, ҡала халҡы Конфедерация яҡлы булғаны өсөн уларҙан үс алыу маҡсатында, мамыҡ келәттәрен, тимер юл депоһын, арсеналды, телеграфты һәм магазиндарҙы яндырырға, тигән бойроҡ бирә. Ғәмәлдә ҡала тулыһынса емертелә.

Оккупация ваҡытында Колумбия йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә була. Репортерҙар, журналистар, сәйәхәтселәр һәм туристар Көньяҡ штаттың составына элекке ҡолдар ҙа ингән закон сығарыу йыйылышын күреү өсөн Көньяҡ Каролинаның баш ҡалаһына ағыла. Һуғыштан һәм 1865 йылғы янғындан һуң емерек хәлдә булған ҡала өкренләп тергеҙелә башлай: йорттар, тимер юлдары төҙөкләндерелә

Сәйәси тормош, тотош Көньяҡтағы кеүек үк, аҡ тәнлеләр һәм негрҙар араһындағы көрәш формаһын ала. Федераль властар уларҙы хуплауға һәм яҡлауға ҡармаҫтан, 10-11 йылдан власть органдарында негрҙар ҡалмай тип әйтерлек. 1960-сы йылдарға тиклем ҡалала сегрегация практикаһы ҡулланыла..

XX быуат һәм беҙҙең көндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ХХ быуаттың тәүге йылдарында Колумбия текстиль сәнәғәтенең төбәк үҙәгенә әйләнә. 1907 йылда ҡалала алты текстиль заводы эшләй. Уларҙа эшләгән 3 400 эшсе йылына 819 000 доллар күләмендә эш хаҡы ала, йылына 4,8 миллион долларлыҡ тауар етештерә. 1908 йылға тиклем Колумбия улрамдарына таш түшәлмәй, Мэйн-стрит буйлап 17 кварталдың урам юлдарына ғына таш түшәлгән була. Таш ҡиммәт булғанлыҡтан, башҡа урамдарға ағас түшәйҙәр. Тик 1925 йылда ғына таҡталар һәм таштар урынына урамдарға асфальт түшәлә.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында Джим Дулиттл төркөмө Токиоға рейд алдынан Форт-Джексон (граждандар һуғышы осоронда унда хәрби әсирҙәр лагеры урынлаша) хәрби базаһында әҙерлек үтә.

Конгари-Виста районы

Колумбияла 1940-сы йылдарҙан Джима Кроу закондарын ҡулланыу һәм кешенең расаһына ҡарап сегрегация ҡулланыу кәметелә башлай. 1945 йылда федераль судья, ҡара тәнле уҡытыусылар аҡ тәнле коллегалары кеүек эш хаҡы алырға хоҡуҡлы, тигән ҡарар сығара. Әммә артабанғы йылдарҙа штат хөкүмәте, аҡ һайлаусыларының ризаһыҙлығын баҫыу өсөн, афроамерикандарға аҡ тәнлеләр менән бер үк уҡыу йортонда белем алыуҙы сикләргә тырыша. Шуға ҡарамаҫтан федераль хөкүмәт баҫымы аҫтында сегрегация практикаһы әренләп бөтә бара. 1951 һәм 1964 йылдарҙа Newsweek журналы Колумбияны «апартеид чумаһынан үҙен азат иткән» ҡала булараҡ атай. .

Географияһы һәм климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колумбия нсубтропик океан климаты зонаһында урынлашҡан, ҡышы йылы (ҡар бик һирәк яуа), көҙө һәм яҙы ла йылы була, ә йәйе оҙон, дымлы һәм эҫе була.

Колумбияның климаты
Показатель Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Год
Абсолютный максимум, °C 28,9 28,9 33,9 35,6 38,9 41,7 41,7 41,7 41,1 38,3 32,2 28,3 41,7
Средний максимум, °C 13,3 15,7 20,1 24,6 28,8 32,2 33,7 32,6 29,6 24,5 19,6 14,6 24,1
Средняя температура, °C 7,1 9,2 13,1 17,4 22,1 26,2 27,9 27,1 23,7 17,8 12,7 8,2 17,7
Средний минимум, °C 0,9 2,7 6,1 10,2 15,3 20,1 22,0 21,7 17,9 11,2 5,7 1,8 11,3
Абсолютный минимум, °C −18,3 −18,9 −15,6 −3,3 1,1 6,7 12,2 11,7 4,4 −5 −11,1 −15,6 −18,9
Норма осадков, мм 91 92 95 67 75 119 139 134 90 81 70 82 1135
Источник: Погода и климат

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 2011 йылда ҡалала 130 591 кеше йәшәй, 52 471 йорт хужалығы һәм 22 638 ғаилә була.

Хылыҡтың раса составы:

  • аҡ тәнлеләр — 51,3 %
  • афроамерикандар — 42,2 %
  • латиноамерикандар (төрлөх расанан) — 4,3 %
  • азиаттар — 2,2 %

Колумбия АҠШ-тың Библия билбауы тип аталған зонаһында урынлашҡан, халҡы диндарлығы менән айырылып тора. Диндарҙарҙың күбеһе (3/4) протестанттар (күбеһенсә Көньяҡ баптист конвенцияһына ҡарайҙар), ҡалғандары — католиктар. Ҡалала шулай уҡ биш мәсет, өс синагога, бер православ сиркәүе һәм бер индуист ғибәҙәтханаһы эшләй..

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Штаб-квартира Первого гражданского банка

Колумбия Көньяҡ Каролинаның сәйәси генә түгел, ә иҡтисади үҙәге лә булып, дәүләт идаралығы секторында, һаулыҡ һағы һәм мәғариф системаларында төп эш биреүселәре булған диверсификацияланған иҡтисадҡа эйә. Fortune 1000 исемлегенә ингән SCANA энергетика компанияһының штаб-квартираһы Колумбияның ситендәге Кейси кварталында урынлашҡан. Форт-Джексон хәрби базаһы — АҠШ-тың ерҙәге ғәскәрҙәр өсөн һалдаттар әҙерләгән иң эре үҙәге лә байтаҡ ҡына кешене эш менән тәьмин итә.

Ҡалала электрон сәнәғәте, дарыуҙар етештереү, программалар менән тәьмин итеү юлға һалынған. Колумбияның ситендә Michelin, Westinghouse һәм Honeywell компаниялары заводтары эшләй. Күп һандағы бактар и страховка компаниялары, шул иҫәптән Көньяҡ Каролинаның штаттағы иң эре Беренсе граждандар банкы штаб-квартираһы ла (First Citizens Bank of South Carolina) ҡала иҡтисадын тулыландыра. Бер нисә эре юридик фирма, шул иҫәптән дөйөм милли кимәлдә киң билдәле Nelson Mullins Riley & Scarborough ла эшләй.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колумбияның аэропорты (Columbia Metropolitan Airport (IATA:CAE; ICAO:KCAE)) ҡала үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан 8 километрҙа урынлашҡан һәм йылына 1 миллионға яҡын пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Самолеттар Нью-Йорк, Атланта, Вашингтон, Чикаго, Даллас, Хьюстон, Шарлотт, Филадельфия һәм Детройтҡа оса. Аэропортта шулай уҡ АҠШ-тың көньяҡ- көнсығышын хеҙмәтләндереүсе UPS посылкаларҙы адресатына алып барып биреү менән шөғөллөнгөн эре сортировка үҙәге лә эшләй.

Тимер юл станцияһы

Ҡалала Amtrak компанияһының тимер юл станцияһы бар, көн һайын унда Нью-Йорк — Майами маршруты буйынса йөрөүсе һәм Ричмонд, Вашингтон, Балтимор, Филадельфия, Роли, Саванну, Джексонвилл, Орландо һәм Тампа аша үтеүсе Көмөш йондоҙ (Silver Star) поезы туҡталып китә.

Через Колумбию проходят три межштатных шоссе: I-20, I-26 и I-77, а также скоростные дороги US 1, US 21, US 76, US 176, US 321 и US 378. Автобусная компания Greyhound предлагает десятки междугородных маршрутов.

Ҡаның һәм ҡала ситендә йөрөүсе йәмәғәт транспортына Central Midlands Regional Transit Authority ойошмаһы идара итә, 30 автобус маршруты бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Южная Каролина — 1788.
  2. (unspecified title) — 1860.
  3. https://www.cheladmin.ru/ru/gorod-chelyabinsk/goroda-pobratimy/kolambiya-ssha-shtat-yuzhnaya-karolina
  4. Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г., гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Изд-во Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — Б. 169.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]