Шарлотт (Төньяҡ Каролина)
Шарлотт | |
ингл. Charlotte | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1768[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Charlotte |
Ҡушамат | Hornet's Nest[2][3] |
Кем хөрмәтенә аталған | Шарлотта Мекленбург-Стрелицкая[d][2][1] |
Рәсми тел | инглизсә |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[4][2][5] |
Административ үҙәге | Мекленберг[d][2][1] |
Административ-территориаль берәмек | Мекленберг[d][4][2] |
Сәғәт бүлкәте | EDT[d] |
Статистическая область | Charlotte metropolitan area[d] |
Территория перекрывается с | Charlotte urban area[d][6] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | мэр Шарлотта[d][7] |
Хөкүмәт башлығы | Лайлс, Виола Александер[d][7] |
Халыҡ һаны | 874 579 кеше (1 апрель 2020)[8][9] |
Процент водной поверхности | 0,6634 процент[10] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 229 ± 0 метр |
Туғандаш ҡала | Арекипа[d], Крефельд, Баодин[d], Воронеж[11], Лимож[d], Вроцлав[d], Кумаси[d], Хадера һәм Манаус[d] |
Милке | Шарлотт Дуглас[d], Charlotte Coliseum[d], Спектрум-центр[d] һәм Bojangles Coliseum[d] |
Майҙан | 796,141399 км² (2016)[12] |
Почта индексы | 28201–28237, 28240–28247, 28250, 28253–28256, 28258, 28260–28262, 28265–28266, 28269–28275, 28277–28278, 28280–28290, 28296–28297, 28299, 28201, 28203, 28207, 28208, 28212, 28214, 28216, 28219, 28220, 28223, 28226, 28227, 28232, 28234, 28240, 28243, 28246, 28253, 28260, 28266, 28271, 28272, 28273, 28274, 28277, 28280, 28282, 28284, 28287, 28289 һәм 28296 |
Рәсми сайт | charlottenc.gov |
Классификация климата Кёппена | умеренный климат с равномерным увлажнением и жарким летом[d][13] |
Портал открытых данных | Charlotte Open Data Portal[d] |
Число домохозяйств | 338 985 ± 1809[14] |
Доход на душу населения | 39 834 $[15] |
Official map URL | charlottenc.gov/maps/Pag… |
Шарлотт Викимилектә |
Шарлотт[16] (ингл. Charlotte, /ˈʃɑrlət/) — АҠШ-та ҡала. Төньяҡ Каролина штатында иң ҙур ҡалаларҙың береһе, халыҡ һаны буйынса Шарлотт АҠШ-тың эре ҡалалары араһында ун етенсе урында тора. Ҡала Мекленбург округындағы Көньяҡ Каролина сигендә урынлашҡан, Мекленбург округының административ үҙәге.
Шарлотт ҡалаһында АҠШ-тың иң ҙур банкы— Bank of America банкының штаб-фатиры урынлашҡан, был әһәмиәте буйынса АҠШ-тың икенсе банк һәм финанс майҙаны һәм, үҙенең Атлантик океандың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә географик яҡынлығы арҡаһында һуңғы йылдарҙа Европаға бара торған юлдарға мөһим авиатранспорт үҙәге булып тора.
Шарлотт ҡалаһында Төньяҡ Каролина Университеты бүлексәләренең береһе урынлашҡан.
Шарлотты йыш ҡына «NASCAR йорто» тип атайҙар. Шарлоттан алыҫ түгел Шарлотт Мотор Спидвей трегы урынлашҡан, унда йылына дүрт тапҡыр NASCAR автомобилдә уҙышыу ярыштары үтә, Шарлотт биҫтәләрендә шуға күрә NASCAR командаларының базаһы урынлашҡан, ә ҡаланың үҙендә NASCAR Дан Залы музейы бар.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ статистика бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡала 629 км² майҙанды биләй, шуларҙың 628 км² ҡоро ергә һәм 1,6 км² һыу ресурстарына тура килә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлотт АҠШ-тың көньяҡ-көнсығышының ҙур өлөшөндәге кеүек дүрт миҙгел менән дымлы субтропик климатҡа эйә. Ҡыштар ҡалала ҡыҫҡа һәм башлыса һалҡын, уртаса температура ғинуарҙа 4,5 °C. Йылда яҡынса 58 төндә һауа температураһы нуль билдәһенә тиклем түбәнәйә йәки, әгәр көндөҙгө температура 0 °C артмаған булһа, нулдән түбән була. Иң ҡоро ай — апрель. Йәй 25,8 °C уртаса температура менән Шарлотта эҫе һәм дымлы. Көндөҙгө 32 °C йылда уртаса 40 көн була. Көҙ, нигеҙҙә, яҙға ҡарағанда йылдың ҡоро ваҡыты[17].
- Йыллыҡ уртаса температура — +15,4 °C
- Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,8 м/с
- Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 67 %
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 27,8 | 27,8 | 32,8 | 35,6 | 36,7 | 39,4 | 39,4 | 40,0 | 40,0 | 36,7 | 30,0 | 27,8 | 40,0 |
Уртаса максимум, °C | 10,4 | 12,8 | 17,3 | 22,2 | 26,1 | 30,0 | 31,7 | 30,8 | 27,4 | 22,1 | 16,9 | 11,6 | 21,6 |
Уртаса температура, °C | 4,5 | 6,6 | 10,7 | 15,2 | 19,7 | 24,1 | 25,8 | 25,2 | 21,6 | 15,7 | 10,4 | 5,8 | 15,4 |
Уртаса минимум, °C | −1,3 | 0,4 | 4,1 | 8,3 | 13,2 | 18,1 | 20,1 | 19,6 | 15,8 | 9,3 | 4,0 | −0,1 | 9,3 |
Абсолют минимум, °C | −20,6 | −20,6 | −15,6 | −6,1 | 0,0 | 7,2 | 11,7 | 10,0 | 3,3 | −4,4 | −11,7 | −20,6 | −20,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 87 | 84 | 102 | 77 | 81 | 95 | 94 | 107 | 82 | 86 | 80 | 83 | 1058 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда АҠШ-та халыҡ иҫәбен алыу буйынса , Шарлотт ҡалаһының раса составы:
- Аҡтар— 45,1 %
- Афроамерикандар — 35,0 %
- Латиноамерикандар — 13,1 %
- Азиаттар — 5,0 %
- Төп американлылар — 0,5 %
- Гаваялы — 0,1 %
- Ике йәки унан күберәк расалар — 1,2 %
Ҡалала уртаса йыллыҡ килем йорт хужалығына $48,670 тура килә, ә ғаиләлә уртаса килем $59,452 тәшкил итә.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлотт АҠШ-тың эре финанс үҙәге һәм хәҙерге ваҡытта АҠШ-та ҙурлығы буйынса икенсе банк үҙәге булып тора (Нью-Йорктан һуң).
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың дәүләт мәктәп системаһы ҙурлығы буйынса Төньяҡ Каролинала икенсе һәм илдә егерменсе булып тора.
Колледждар һәм университеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлотта бер нисә билдәле Central Piedmont Community College, Charlotte School of Law, Johnson C. Smith University, Johnson & Wales University, Queens University of Charlotte и University of North Carolina at Charlotte.кеүек университет һәм колледждар урынлашҡан
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи яҡтан, Шарлотт протестанттар ҡалаһы булған. Был Билл Грэмдың тыуған ҡалаһы, шулай уҡ Көньяҡ пресвитерианлыҡтың тарихи резиденцияһы, әммә демографик үҙәгрештәр һәм ҡалала халыҡтың артыуы тиҫтәләгән яңы дин һәм конфессиялар килтерә. Дөйөм алғанда, Шарлотта 700 дини ойошма бар.
Шарлотта Төньяҡ Американың Баптистар йәмғиәтенең шатб-фатиры урынлашҡан, шулай уҡ бында Гордон-Конуэллдың Үҙгәртелгән Богослов семинарияһының кампустары урынлашҡан; һуңғы ваҡытта, урындағы колледждарҙа һәм университеттарҙа дини уҡытыу күпкә артҡан.
Шарлотта пастор Стивен Фартик нигеҙ һалған Elevation Church сиркәүе йөрөүселәр һаны буйынса иң ҙур сиркәү булып тора. Ҡаланың ете урынында сиркәүгә 15,000 кеше йөрөй[18]
Изге Патрик соборы Шарлотт рим-католик епархияһының епископ резиденцияһы булып тора.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бектлерҙың хәҙерге заман сәнғәте музейы (Bechtler Museum of Modern Art)
- Билли Грэм китапханаһы (Billy Graham Library)
- Авиация музейы (Carolinas Aviation Museum)
- Янғын һүндереүселәр үҙәге һәм музейы (Charlotte-Mecklenburg Fire Education Center and Museum)
- «Асыштар урыны» фәнни-популяр музейы (музей фән, тәбиғәт музейын һәм балалар үҙәген индерә) һәм Азатлыҡ паркы
- Тарихи Саут-Эндела трамвай музейы (Charlotte Trolley Museum in Historic South End)
- Харви Б. Ган афро-америка мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәге (Harvey B. Gantt Center for African-American Arts + Culture)
- Яҡтылыҡ фабрикаһы (The Light Factory)
- Маккола һынлы сәнғәт үҙәге (McColl Center for Visual Art)
- Элекке сәнғәт музейында Аҡса һуғыу йорто (Mint Museum)
- NASCAR дан залы (NASCAR Hall of Fame)
- Wells Fargo тарихи музейы
Фестивалдәр һәм айырым саралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарлотта йыл һайын күп кенә фестивалдәр һәм айырым саралар уҙғарыла.
- Октябрь һәм ноябрь айҙарында һәр шәмбе һәм йәкшәмбе Carolina Renaissance Festival.фестиваль уҙғарыла.
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала «Шарлотта Хорнетс» баскетбол командаһы урылашҡан, ул Милли баскетбол ассоциацияһында сығыш яһай. Америка футболы буйынса профессиональ «Каролина Пантерз» клубы NFL милли футбол лигаһында сығыш яһай.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Перу: Арекипа
- Германия: Крефельд
- ҠХР: Баодин
- Рәсәй Федерацияһы: Воронеж (1991)[19]
- Франция: Лимож
- Польша: Вроцлав
- Гана: Кумаси
- Израиль: Хадера
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 NCpedia (ингл.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Getty Research Institute Getty Thesaurus of Geographic Names (ингл.) — LA: Getty Research Institute, 1997.
- ↑ https://www.cmstory.org/exhibits/hornets-nest-book-one/welcome-cornwallis
- ↑ 4,0 4,1 Charlotte // Who's On First (ингл.) — 2015.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 Charlotte, North Carolina // Ballotpedia — 2007.
- ↑ https://web.archive.org/web/20220918014137/https://data.census.gov/cedsci/all?q=Charlotte%20city,%20North%20Carolina
- ↑ https://web.archive.org/web/20220918014608/https://www.census.gov/quickfacts/fact/table/charlottecitynorthcarolina/POP060210
- ↑ United States Census 2010
- ↑ http://www.voronezh-city.ru/city/int_relationships/
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ Ralph J., Nikischer T., Mineralogy H. I. o. Mindat.org (ингл.): The Mineral and Locality Database — [Keswick, VA], Coulsdon, Surrey: 2000.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 433.
- ↑ Station: Charlotte Dglas Intl AP, NC . Climatography of the United States No. 20 1971-2000. National Oceanic & Atmospheric Administration (февраль 2004). Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано 5 июнь 2012 года. 2013 йыл 25 август архивланған.
- ↑
- ↑
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шарлотт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)