Крефельд
Крефельд (нем. Krefeld [ˈkʁeːfɛlt] ; 1929 йылға тиклем: нем. Сrefeld) — Германияның ер буйһоноуындағы ҡалаһы, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә урынлашҡан.
Ҡала Дюссельдорф административ округына буйһонған. Район ер буйһоноуындағы ҡала. Халҡы: 225 144 (2015; 2012 йылда — 222 026; 2009 йылда — 236,3 мең; 2000 йылда — 241,8 мең) кеше. Ҡала 137,68 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 05 1 14 000.
Ҡала туғыҙ районға бүленә.
Крефельд ҡалаһы Ульяновскиҙың туғандаш ҡалаһы.
Ҡалала DUEWAG заводы эшләй.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Рим ваҡытында уның легиондары Гелдубта хәрби лагерь төҙөгәндә нигеҙләнгән. 1105 йылдағы яҙмаларҙа Крефельд исеме Кринвельд тип яҙылғаны осрай..
Граф ҡатын Вальбурга 1598 йылдың февралендә Крефельдты принц Мориц Оранскийға бүләк итә. Вальбурга үлгәндән һуң 1600 йылда Иоганн Вильгельм Клевский был ерҙәрҙе үҙләштерә, әммә Мориц 1601 йылда мираҫын уңышлы яҡлай. Крефельд ҡалаһы Оранский йорто юрисдикцияһы аҫтында Нидерландтың Алтын быуаты буйына ҡала[10]. Был ҡаланың үҫеше ошо быуатта башлана[11].
Виллен III Оранский вафат булғандан һуң 1702 йылда Крефельд Пруссия короллеге составына индерелә[10]. 1872 йылда Креффельд Рейн Пруссияһы сиктәрендә бойондороҡһоҙ ҡала була. 1918 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Бельгия уны оккупациялағандан һуң армияһының базаһы сифатында ҡуллана.
1929 йылда Эрдинген менән Крефельд берләшеп, Крефельд-Эрдинген ҡалаһын ойоштора; 1940 йылда ҡаланың исеме ҡыҫҡартылып Крефельд тип атала башлай.
Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Линн Бург замогы
- Хюльзер Берг — Крефельдтең һәм уның тирә-яғының халҡы өсөн ял итеү урыны.
- Ҡалала теш щеткаһына һәйкәл ҡуйылған, уның бейеклеге — алты метр. Ул 1983 йылда ҡуйылған.
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туҡыу мануфактураһы элек-электән Крефельд ҡалаһын данлап килгән. Ҡалала немец туҡыма музейы (Textilmuseum Deutsches), Ебәк мәҙәниәте музейы (der Haus Seidenkultur) бар. Крефельд ҡалаһында иң билдәле Blind Guardian немец рок төркөмө барлыҡҡа килгән.
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала «Крефельд Пингвин» хоккей клубы бар, ул Немец хоккей лигаһында сығыш яһай.
Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Крефельд янындағы алыш (Хюкельсмае)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/krefeld.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
- ↑ https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Archiv/GVAuszugQ/AuszugGV4QAktuell.html (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ 7,0 7,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ 10,0 10,1 Erfgenaam Een uitzonderlijke: De Koning … van van nalatenschap verdeling de — Ada Peele — books google
- ↑ Крефельд. Ҡала тарихы «һәм ебәк, бәрхәт кеүек»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Крефельд ҡалаһының рәсми сайты (нем.) (инг.)