Эстәлеккә күсергә

Солтанәхмәт мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәңгәр мәсет битенән йүнәлтелде)
Мәсет
Солтанәхмәт мәсете
Sultanahmet Camii
Ил Төркиә Төркиә
Ҡала Истанбул
Архитектура стиле византия һәм ислам архитектураһы
Төҙөлөш 1609—1616 йылдар
Вместимость 10000 кеше
Торошо эшләй

1616

Зәңгәр мәсет йәки Солтанәхмәт мәсете (төр. Sultanahmet Camii) — әһәмиәте буйынса Истанбулдың беренсе мәсете. 6 манаралы Истанбулдағы иң ҙур мәсет. Дүрт манараһы ғәҙәттәгесә: яҡтар буйлап, ә ике бәләкәйерәге — тышҡы мөйөштәрендә. 1609—1616 йылдарҙа ғосман солтаны Әхмәт I күҙәтеүе аҫтында архитектор Седефкадар Мәхмүт Аға проекты буйынса төҙөлгән. Ислам һәм донъя архитектураһының күренекле өлгөһө һанала. Мәсет Мәрмәр диңгеҙ буйында, Истанбулдың тарихи үҙәгендә, Солтанәхмәт районында, Айя Суфия мәсете ҡаршыһында урынлашҡан. Мәсет баш ҡала символдарының береһе булып тора.

1895 йылға тиклем мәсет
Солтанәхмәт мәсете

Әхмәт I хакимлығы башында Ғосман империяһы бер үк ваҡытта ике - Австрия һәм Иран менән һуғыш алып барған. 1606 йылдың 11 ноябрендә Австрия менән Житваторок килешеүе төҙөлгән, уға ярашлы, йыл һайын Австриянан һалым түләүҙе талап итеүҙән ғосмандар баш тартҡан һәм Габсбургтарҙың императорлыҡ титулын таныған. Был еңелеү һәм башҡа ваҡиғалар Төркиәнең абруйын төшөрөүгә килтерә, һәм солтан Әхмәт I мәсет төҙөргә һәм шул рәүешле Алла ярлыҡауын һорарға ҡарар итә. Өҫтәүенә, төрөк солтандары ҡырҡ йыл дауамында бер яңы мәсет тә төҙөмәгән. Төҙөлөш 1609 йылдың авгусында, солтанға 19 йәш булғанда, башланған. Әхмәттән алдараҡ хакимлыҡ иткән солтандар мәсеттәрҙе һуғыштар барышында алынған аҡсаға төҙөгән, ләкин Әхмәт бер һуғышта ла әһәмиәтле еңеү яуламағанлыҡтан, уға үҙенең хазинаһындағы аҡса тотонорға тура килгән. Эштәрҙе ойоштороу һәм барышын тасуирлау алты томға ентекле яҙылған, әлеге ваҡытта улар Топҡапы һарайының китапханаһында һаҡлана. Ипподром майҙанында мәсет төҙөү маҡсатында византия һәм иртә ғосман осоро биналары емерелтелгән. Улар араһында Византияның Оло һарайы (Константинополь), Ипподромдың тамашасы урыны ҡалдыҡтары һәм юғары ҡатламдарҙың һарай ҡаралтылары ла бар ине.

Мәсеттең архитекторы - Седефкар Мехмет Аға, ул Синан архитекторының уҡыусыһы һәм баш ярҙамсыһы, үҙенең уҡытыусыһынан да уңышлыраҡ булырға ҡарар иткән. Мехмет Аға, архитектура һәләте асыҡлағанға тиклем, янычар полкында хеҙмәт иткән, унда һыу менән тәьмин итеүгә бәйле ҡоролмалар өсөн яуап биргән.

Мәсеттең эске бинаһы күренеше
Мәсет манаралары