Ҡадыкөй
Статус |
Төркиә райондары |
---|---|
Урынлашҡан урыны |
Истанбул иле |
Ҡадыкөй (төр. Kadıköy) — ҡаланың азия өлөшөндә Мәрмәр диңгеҙенең төньяҡ ярында урынлашҡан Истанбул районы. Был урында тәүге тораҡ эҙҙәре б. э. т. 680 йылға ҡарай. Мегара дорийҙары Босфор ярында Халкедон ҡалаһына нигеҙ һалған.
Атама «Ҡазый ауылы» тип тәржемә ителә. Бының менән Истанбулдың тәүге ҡаҙыйына (прокурор) өлөш итеп бирелгән ошо биләмә уделына бурыслы тип иҫәпләнә.
Район территорияһында составына бер нисә православие ҡорамы ингән Константинополь патриархатының Халкидон митрополияһы эшләй. Нәҡ бында 451 йылда IV Бөтә йыһан (Халкидон) соборы үткән.
Хәҙерге заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Haydarpaşa Төрөк дәүләт тимер юлының төп терминалы Ҡадыкөй үҙәгенән алыҫ түгел урынлашҡан, көнсығыш һәм көньяҡ халыҡ-ара, эске һәм төбәк поездарын хеҙмәтләндерә. Инфраструктура эштәре сәбәпле, терминал 2013 йылда ябыла.[1] Хайдарпаша терминалы 1908 йылда Истанбул-Бағдад һәм Истанбул-Дамаск-Мәҙинә тимер юлдарының һуңғы туҡталышы булараҡ асыла.
Söğütlüçeşme тимер юл станцияһы, Haydarpaşa терминалынан һуң киләһе станция Истанбулдың европа яғындағы Metrobus линияһының һуңғы туҡталышы булып тора.
Истанбул метроһының 4 линияһы Ҡдыкөйҙән Тавшантәпәгә тиклем көн һайын иртәнге 6-нан алып төн уртаһына (23:57) тиклем эшләй.[2][3]
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда билдәле Фенербахче футбол клубы һәм уның футбол клуб аренаһы урынлашҡан.
Тирә — яғы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡадыкөйҙең тирә-яғы:[4]
- 19 майыс
- Ажибадем
- Бостанжи
- Жаддебостан
- Жаферага
- Думлупынар
- Эгитим (Eğitim)
- Эренкей
- Фенербахче
- Фенерйола
- Фикиртеп
- Гезтеп
- Ғасанпаша
- Ҡошуйол
- Козйатагы (Kozyatağı)
- Мердивенкей
- Османаға
- Расимпаша
- Сахрайыжедид (Sahrayıcedid)
- Суадие
- Зүхтүпаша
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡадыкөй майҙанында Ҡадыкөй муниципалитеты флагы елберҙәй
-
Төркиә тимер юлдарының Хайдарпаша терминалы, Ҡадыкөй үҙәгенән алыҫ түгел
-
Ҡадыкөйҙә метро билдәһе
-
Ҡадыкөй төбәгендәге Мәрмәр университетының Хайдарпаша кампусы
-
Ҡадыкөйҙә төрлө яңы йыл уйынсыҡтары
-
Ҡадыкөй муниципалитетындағы Сүрейя опера театры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Haydarpaşa Station like a museum of history (ингл.). Hürriyet Daily News. Дата обращения: 10 ғинуар 2018. Архивировано 10 ғинуар 2018 года.
- ↑ Metro İstanbul . www.metro.istanbul. Дата обращения: 10 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 18 август 2016 года. 2016 йыл 18 август архивланған.
- ↑ M4 - KADIKÖY - TAVŞANTEPE - İstanbul Metro Hareket Saatleri - Ne Vakit . nevakit.com. Дата обращения: 10 ғинуар 2018. Архивировано 11 ғинуар 2018 года.
- ↑ Kadıköy Nerede Haritası ve Kadıköy Mahalleleri - İstanbul (төр.). www.haritamap.com. Дата обращения: 10 ғинуар 2018. Архивировано 10 ғинуар 2018 года.