Үскүдар
Статус |
Төркиә райондары |
---|---|
Урынлашҡан урыны |
Истанбул провинцияһы (ил) |
Үскүдар (төр. Üsküdar) — Истанбул ҡалаһының азия өлөшөндә урынлашҡан Истанбул провинцияһы районы (Төркиә).
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡтан Бейкоз районы менән, көньяҡ-көнсығышта — Аташәһәр, көньяҡта — Ҡадыкөй районы менән сиктәш, көнбайыштан Босфор боғаҙы менән йыуыла. Боғаҙ шулай уҡ европа ярындағы Бишекташ, Бейоғлу һәм Әминөнү райондары менән бәйләй.
Солтантәпә боронғо торлаҡ кварталдарының береһе булып тора. Бер сығанаҡҡа ярашлы, бында ваҡытында Ғосман империяһы осоронда Күркәм Сөләймән һарайына ҡатын-ҡыҙҙар резиденцияһы булған, бында Хажи Хөснә Ҡатын (леди Хесна Хажи), уның ҡыҙы Миһримаһ Солтандың тәрбиәсеһе йәшәгән.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың беренсе атамаһы Хрисополь (бор. грек. Χρυσόπολις). Риүәйәт буйынса, ҡала бында вафат булған һәм ерләнгән Агамемнон һәм Хрисеиданың улы Хрис исеменән алынған. Башҡа фараз буйынса, фарсылар, Босфор аша үткән караптарҙан һалым алғанлыҡтан, йәки ҡаланың көнбайышындағы күренеше менән бәйләп, грек. χρυσό «алтын» тип атаған.
Үскүдар атамаһы эквит скутаторҙарҙан, рим армияһының скутум (σκουτάριον) менән ҡоралланған һыбайлылар менән бәйле тигән идея киң таралған.[1][2]
Шулай уҡ Скута́ри (грек. Σκούταρι) атамаһы ла осрай.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үскүдар боронғо Хрисополь ҡалаһы урынында тора. Хрисополь (Χαλκηδων хәҙерге Кадыкөй) Халкедонға буйһонған. Б. э. т. 508 йылда барып инә. Әһәмәниҙәр дәүләтенә ингән. Б. э. т. 400 йылда Хрисополдә бер ни тиклем ун мең Ксенофонт урынлашҡан булған.
1912 йылда районда 81 117 мосолман, 50 360 әрмән, 34 640 грек һәм 5670 йәһүд йәшәгән[3].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Василий III (Константинополь патриархы) (1846—1929) — Константинополь патриархы.
- Есаян Забел (1878—1943) — әрмән яҙыусыһы.
- Ғосман Зәки Унгөр (1880—1958) — төрөк композиторы, скрипкасы һәм дирижёр,
- «Үҙаллылыҡ маршы» милли гимнының музыкаһы авторы
- Хризостом (Константинидис) (1921—2006) — Эфес митрополиты.
- Ceza (1977 йылда тыуған) — төрөк рэперы.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәтхи паша (парк)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Üsküdar Vapur Hatları Seferleri Saatleri Biletleri Ücretleri (билдәһеҙ). Anasayfa (12 август 2017). Дата обращения: 21 ғинуар 2018.
- ↑ İstanbul Üsküdar İlçesi Hakkında Genel Bilgi Ve Tanıtım (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). helPonto (2016). Дата обращения: 21 ғинуар 2018. Архивировано 22 ғинуар 2018 года. 2018 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Soteriadis, George. Этнологическая карта, иллюстрирующая эллинизм на Балканском полуострове и в Малой Азии. — London: E. Stanford, 1918. — 16 p.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- uskudar.gov.tr — главы района рәсми сайты
- uskudar-bld.gov.tr — муниципалитета рәсми сайты
Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.