Өскөдар
Статус |
Төркиә райондары |
---|---|
Урынлашҡан урыны |
Истанбул провинцияһы (ил) |
Өскөдар (төр. Üsküdar) — Истанбул ҡалаһының азия өлөшөндә урынлашҡан Истанбул провинцияһы районы (Төркиә).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡтан Бейкоз районы менән, көньяҡ-көнсығышта — Аташәһәр, көньяҡта — Ҡадыкөй районы менән сиктәш, көнбайыштан Босфор боғаҙы менән йыуыла. Боғаҙ шулай уҡ европа ярындағы Бишекташ, Бейуғлы һәм Әминүне райондары менән бәйләй.
Солтантәпә боронғо торлаҡ кварталдарының береһе булып тора. Бер сығанаҡҡа ярашлы, бында ваҡытында Ғосман империяһы осоронда Күркәм Сөләймән һарайына ҡатын-ҡыҙҙар резиденцияһы булған, бында Хажи Хөснә Ҡатын (леди Хесна Хажи), уның ҡыҙы Миһримаһ Солтандың тәрбиәсеһе йәшәгән.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың беренсе атамаһы Хрисополь (бор. грек. Χρυσόπολις). Риүәйәт буйынса, ҡала бында вафат булған һәм ерләнгән Агамемнон һәм Хрисеиданың улы Хрис исеменән алынған. Башҡа фараз буйынса, фарсылар, Босфор аша үткән караптарҙан һалым алғанлыҡтан, йәки ҡаланың көнбайышындағы күренеше менән бәйләп, грек. χρυσό «алтын» тип атаған.
Өскөдар атамаһы эквит скутаторҙарҙан, рим армияһының скутум (σκουτάριον) менән ҡоралланған һыбайлылар менән бәйле тигән идея киң таралған.[1][2]
Шулай уҡ Скута́ри (грек. Σκούταρι) атамаһы ла осрай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өскөдар боронғо Хрисополь ҡалаһы урынында тора. Хрисополь (Χαλκηδων хәҙерге Ҡадыкөй) Халкедонға буйһонған. Б. э. т. 508 йылда барып инә. Әһәмәниҙәр дәүләтенә ингән. Б. э. т. 400 йылда Хрисополдә бер ни тиклем ун мең Ксенофонт урынлашҡан булған.
1912 йылда районда 81 117 мосолман, 50 360 әрмән, 34 640 грек һәм 5670 йәһүд йәшәгән[3].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василий III (Константинополь патриархы) (1846—1929) — Константинополь патриархы.
- Есаян Забел (1878—1943) — әрмән яҙыусыһы.
- Ғосман Зәки Унгөр (1880—1958) — төрөк композиторы, скрипкасы һәм дирижёр,
- «Үҙаллылыҡ маршы» милли гимнының музыкаһы авторы
- Хризостом (Константинидис) (1921—2006) — Эфес митрополиты.
- Ceza (1977 йылда тыуған) — төрөк рэперы.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ғосмандар дәүерендә Скутари бик күп зыяратҡа эйә ҙур квартал булған, Константинополдән һыу аша (Джозеф фон Шеда картаһы, 1860–70
-
Ҡыҙҙар башняһынан Истанбулдың Үскүдар яр буйы күренеше
-
Үҙәк Үскүдар ҡар яуған саҡта, артҡы планда Миһримаһ солтан мәсете
-
Үскүдар майҙанында Әхмәт III солтан фонтаны
-
Алтунизадә мәсете Altunizade Mosque
-
Йәни Вәлиди мәсете Yeni Valide Camii, «Яңы мәсет», Солтандың әсәһе, вәлидә солтан мәсете
-
черепица менән ябылған (төр. Çinili') мәсет
-
Ағас Намазгаһ мәсете Namazgâh Mosque
-
Сурп Крикор Лусаворич (Изге Мәғрифәтсе Григорий) әрмән сиркәүе
-
Сәлимиә казармалары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәтхи паша (парк)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Üsküdar Vapur Hatları Seferleri Saatleri Biletleri Ücretleri (төр.). Anasayfa (12 август 2017). Дата обращения: 21 ғинуар 2018.
- ↑ İstanbul Üsküdar İlçesi Hakkında Genel Bilgi Ve Tanıtım (төр.). helPonto (2016). Дата обращения: 21 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Soteriadis, George. Этнологическая карта, иллюстрирующая эллинизм на Балканском полуострове и в Малой Азии. — London: E. Stanford, 1918. — 16 p.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- uskudar.gov.tr — главы района рәсми сайты
- uskudar-bld.gov.tr — муниципалитета рәсми сайты
Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.