Тарсус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарсус
Рәсем
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә
Административ үҙәге Киликийское армянское государство[d]
Административ-территориаль берәмек Мәрсин
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Berdan River[d]
Халыҡ һаны 339 676 кеше (2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 23 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+02:00[d] һәм UTC+03:00[d]
Майҙан 2240 км²
Рәсми сайт tarsus.bel.tr
Урынлашыу картаһы
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tarsus[d]
Commons-logo.svg Тарсус Викимилектә

Тарсус (элек Тарс), (төр. Tarsus, бор. грек. Ταρσός, әрм. Տարսոն, Тарсон) — Төркиәнең үҙәк өлөшөнөң көньяғында   Адана—Мәрсин агломерацияһына (төр. Adana-Mersin Büyükşehir Bölgesi) ингән тарихи ҡала. Тарсус Мәрсин провинцияһының көнсығышында  административ  район хасил итә. 

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Анатолиянан көньяҡ-көнсығышта Урта диңгеҙҙән 20 километрҙа хәҙер Чукурова тип йөрөтөлгән Киликия тигеҙлегендә тора. Ҡала аша Бердан Чайы (төр. Berdan Çayı) йәки Тарсус Чайы (төр. Tarsus Çayı) тигән йылға үтә, ул Тавр һыртынан ағып төшә һәм Урта диңгеҙгә ҡоя. Йылғаның беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта нисек аталғаны  билдәһеҙ, әммә  антик осорҙа уны  Кидн (бор. грек. Κύδνος, лат. Cydnus) тип йөрөткәндәр.

Тарсусҡа Урта диңгеҙ климаты хас — йәйе эҫе, ҡыш һалҡынса. Климат шарттары ауыл хужалығы өсөн ҡулай.   

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарс территорияһында торамалар неолит дәүерендә үк барлыҡҡа килә. Борон Тарс  Киликияның төп ҡалаһы була;  Ассирия батшаһы  Сеннахириб (беҙҙең эраға тиклем 705—681 йылдар) тарафынан төҙөлә. Ул Тарсты беҙҙең эраға тиклем 696 йылда  үҙе юҡ иткән Урта диңгеҙ порты урынында ҡора. Емертелгән порт  Кесе Азия  менән  Сүриәне  бәйләп торған була. Беҙҙең эраға тиклем  607 йылдан Тарс Киликия батшаларының резиденцияһы була.  Һуңыраҡ был батшалар Әһәмәниҙәргә вассал бойондороҡлолоғона эләгә. Селевкиҙар осоронда (беҙҙең эраға тиклем 297—190 йылдар)  ҡалаға гректар күпләп төпләнә һәм ҡала сәскә ата, киң билдәлегә әүерелә. Гректар киң сауҙа алып бара, юғары  грамматика һәм фәлсәфә мәктәбен нигеҙләй, был мәктәптәр айырыуса  Рим  империяһы заманында йылдам үҫә.  Римлыларҙың  парфиялылар менән һуғыштары осоронда Тарс ҙур әһәмиәткә эйә була. Ғәрәптәр осоронда ул тағы ла әһәмиәтлерәк һәм күп халыҡлы ҡалаға әйләнә. Артабан инде бөлөү яғына китә.  Тарс —  изге апостол Павелдың  тыуған ере[1].  1080—1186 йылдарҙа ҡала әрмәндәрҙең Киликия дәүләтенең баш ҡалаһы була.

Тарсус хөрмәтенә Марс планетаһының Оксиа-Палус (лат. Oxia Palus) яйлаһындағы күк есеме төшөүҙән барлыҡҡа килгән кратерҙы (диаметры 18.55 км) Тарсус тип атайҙар[2].

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарсус  Мәрсин һәм Адана менән тимер юл аша бәйләнгән. Тимер юлдың  67 километрлы был тармағы 1886 йылда һалына. 1911 йылда ул Бағдад тимер юлының бер өлөшөнә әүерелә[3]. Тарсус  тимер юл станцияһының тәүге бинаһы һаҡланмаған, әлегеһе  1949 йылда төҙөлгән.

Тарсус аша үткән эре автомагистралдәр:

  • O-21 (Otoyol 21) юлы үҙәк Кесе Азия  аша үтә һәм  Тарсусты Анкара менән бәйләй[4], Е90 трансъевропа автомагистраленең бер өлөшө булып тора.
  • D-400 юлы Төркиәнең көньяғы аша үтә,  Урта диңгеҙ яр  буйындағы Датча районында башлана һәм көнсығышта   Эсендере (Хаккәри провинцияһы) эргәһендә Иран сигенә тиклем барып етә.
  • D-750 юлы Ҡара диңгеҙ буйында  Зонгулдакта башлана, Төркиә территорияһы аша көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә  үтеп, Тарсусҡа барып етә.   

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Антипатр Тарслы (беҙҙең эраға тиклем II быуат) — боронғо грек стоик фәйләсүфе,  Диоген  Вавилонлының уҡыусыһы һәм   Панетийҙың остазы.
  • Зенон Тарслы (беҙҙең эраға тиклем II быуат) — боронғо грек стоик фәйләсүфе,  Хрисипптың уҡыусыһы.
  • Афинодор Кордилион (беҙҙең эраға тиклем I быуат) — боронғо грек стоик фәйләсүфе, Пергамдағы китапхананы һаҡлаусы, Кесе Катондың остазы.
  • Афинодор (беҙҙең эраға тиклем 74 йыл  — беҙҙең эраның 7 йылы) — боронғо грек стоик   фәйләсүфе,  Посидонийҙың уҡыусыһы һәм  Аполлонияла Октавиан Августтың остазы. 
  • Апостол Павел (I быуат) —  христианлыҡта  абруйлы апостол һәм Яңы Ғәһедкә ингән Хаттар авторы.    
  • Ясон (I быуат) — 70 апостолдың береһе,  апостол  Павелдың уҡыусыһы. 
  • Диомед Тарслы (III быуат) — христиан мученигы.
  • Пелагия Тарслы (III—IV быуаттар) — христиан мученигы. 
  • Бонифаций Тарслы (III быуат) —  иртә христиан  мученигы. 
  • Диодор Тарслы (IV быуат) — христиан дин белгесе. 
  • Юлиан Тарслы (IV быуат) — христиан мученигы.
  • Тарстан сыҡҡан Феодор  (VII) —  Кентербери архиепискобы, Англия примасы дәрәжәһенә еткән беренсе инглиз епискобы. 
  • Эмине Өлкер Тархан (1963—) — төрөк юрисы һәм сәйәсмәне,  Төркиәнең Халыҡ республика партияһы вәкиле.
  • Турғут Доған Шаһин (1988—) — төрөк футболсыһы,   «Кайсериспор» футбол клубының һөжүмсеһе.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]