Мармарис
Мармарис | |
төр. Marmaris | |
Рәсми атамаһы | Marmaris |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | мәрмәр[d] |
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Мугла[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Урта диңгеҙ, Эгей диңгеҙе һәм Залив Гёкова[d] |
Халыҡ һаны | 97 818 кеше (2022) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7 метр |
Туғандаш ҡала | Фюрт[d], Цзинань[d] һәм Орду[d] |
Майҙан | 878,1 км² |
Почта индексы | 48700 |
Рәсми сайт | marmaris.bel.tr |
Городское население | 16 361, 28 660, 31 450, 30 101, 30 957, 31 397, 34 047, 85 801, 88 621, 89 630, 90 187, 91 871, 94 247, 94 749, 95 851, 3641, 4149, 5596, 7725, 9406 һәм 95 849 |
Сельское население | 25 479, 50 642, 45 370, 45 249, 46 433, 50 513, 49 034, 9139, 9369, 9881, 11 524 һәм 15 336 |
Номер тамғаһы коды | 48 |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Marmaris[d] |
Мармарис Викимилектә |
Мармарис (төр. Marmaris) — Төркиәнең ҡала-порты һәм курорты. Райондың бер исемле административ үҙәге. Урта диңгеҙ яры буйында Төркиәнең көньяҡ-көнбайышында, Мугла провинцияһында урынлашҡан (Урта диңгеҙ һәм Эгей диңгеҙе сигендә Мармарис һәм Даламан араһында). Туристик миҙгелдә 2014 йылда ҡала бөтә донъянан 2 миллионға яҡын туристарҙы ҡабул итә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мармарис тирә яғы тауҙар менән уратып алынған бухта яры буйлап һуҙыла. Бухтаға инеү урынын ҡаплай, шунлыҡтан штормдар һәм көслө тулҡындар ярға килеп етмәй. Грек утрауы Родос менән даими паром бәйләнеше булдырылған. Ҡалала бер нисә район — Сителер, Армуталан, Мәркәз. Мәркәз —ҡаланың иң үҙәгендәге район. Армуталан (төр. «Armut» — груша) — ҡала ситендә урынлашҡан. Ичмелер — Мармарис районындағы бәләкәй генә ҡала, 15 минутлыҡ юлда урынлашҡан.
Мармарис Төркиәнең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Эгей диңгеҙе менән Урта диңгеҙ ҡушылдығы эргәһендә урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мармарис форты — иҫке һарай, әлеге ваҡытта музей.
- Барҙар урамы (Bar street) — ҡаланың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Йөрөү өсөн популяр урын, күп һанлы ресторандары һәм барҙары бар.
- Аква парк Aqua Dream —Мармаристың төп аквапаркы, ҡаланың көнсығыш өлөшөндә ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың барлыҡҡа килеүенең аныҡ датаһы билдәһеҙ, беҙҙең эраға тиклем XI быуатта ҡала Фискос исеме менән билдәле булған һәм Кария составына ингән. Беҙҙең эраға тиклем X быуатта Фискос эргәһендә булған һәм Амос ҡалаһына нигеҙ һалған күрше Родос йоғонтоһо аҫтына эләгә. VI быуатта перстар хакимлыҡ итә. 334 йылда б. э. тиклем, Александр Македонский килгәндән һуң, ҡала Родосҡа тапшырыла.
Беҙҙең эраға тиклем 164 йылдан башлап римлеләр контроле аҫтына күсә, тулыһынса Римға беҙҙең эраға тиклем I быуатта ҡушыла. 395 йылдан алып Византия империяһы составында. VII—VIII быуаттарҙа ҡала Ментеш бейлигы (ҙур булмаған феодал биләмә) төрөктәре тарафынан баҫып алына. 1391 йылда ғосман төрөктәре баҫып ала, һәм 1424 йылда тулыһынса Ғосман империяһына ҡушыла. 1522 йылда Бөйөк солтан Сөләймән бойороғо буйынса ҡәлғә төҙөлә, һәм ҡала Мармарис тип атала (грек телендә — Балҡып торған, иҫ киткес). 1957 йылда булған ер тетрәүе арҡаһында ҡала емерелә, һуңынан яңынан төҙөкләндерелә.
1912 йылда ҡала һәм райондарҙа йәшәүселәр: мосолмандар — 12 128 кеше, гректар — 720 кеше.
1980 йылда ҡала туристик тармағының үҫешенә ҡеүәтле импульс алды.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мармариста Урта диңгеҙ климаты хас. Ғинуарҙа епшек ҡар һәм ямғыр менән уртаса температура 7,5 градус самаһы. Абсолют минимум −4 тәшкил итә.
Йәй яҡынса температура +30. Иң юғары теркәлгән температура +52.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | |
Уртаса максимум, °C | {{{Янв_ср_макс}}} | 15 | 17 | 20 | 25 | 30 | 34 | 33 | 30 | 25 | 20 | 16 | |
Уртаса минимум, °C | 6 | 7 | 8 | 11 | 14 | 18 | 22 | 21 | 18 | 14 | 11 | 8 | |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 249 | 183 | 126 | 65 | 46 | 20 | 7 | 8 | 13 | 67 | 137 | 283 | |
Һыу температураһы, °C | 16 | 16 | 17 | 18 | 20 | 22 | 24 | 25 | 24 | 22 | 20 | 18 |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Даламан аэропортынан 95 км алыҫлыҡта ята.
Ҡала буйлап маршрут таксиҙары йөрөй (долмуштар), улар төҫлө һыҙыҡтар менән айырыла. Фирүзә төҫөндәге долмуш ҡала буйлап йөрөй, һары долмуш Ичмелер районына тиклем бара, ә күк — Армуталан районына.
Ҡаланың төньяҡ-көнсығышында автостанция урынлашҡан (Otogar), унан Датч (Datcha), Мугла (Mugla), Кушадаса (Kusadasi), Айдын (Aydin), Акяк (Akyaka), Далам (Dalaman), Дальян (Dalyan), Анталья һәм башҡа ҡалаларға юлланырға мөмкин.
Датч, Ичмелер һәм Дальян ҡалалары менән һыу юлы бәйләнеше бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт города 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.