Людвиг Йозеф Иоганн Витгенштейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Людвиг Витгенштейн
Ludwig Josef Johann Wittgenstein
Тыуған көнө

26 апрель 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Вена, Австро-Венгрия

Вафат көнө

29 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (62 йәш)

Вафат булған урыны

Кембридж, Бөйөк Британия

Мәктәп/традиция

Аналитик философия

Йүнәлеше

Көнбайыш Философия

Осор

XX быуатының философия

Основные интересы

Метафизика, Лингвистика, Эпистемология, Логика, Телдең философия, Математиканың философия

Значительные идеи

Телдең структураһы доньяның структураһы билдәлә {тәүге}
Һүҙәң мәғәнәһе телдәң уйын контекст ҡулланышта менән була {һуң}

Оказавшие влияние

А. Августин, О. Вайнингер, И. Кант, С. Кьеркегор, Дж. Э. Мур, Б. Рассел, Г. Фреге, А. Шопенгауэр

Испытавшие влияние

Э. Анскомб, Г. фон Вригт, Д. Деннет, С. Крипке, Н. Малкольм, Дж. Остин, Дж. Сёрль, Г. Райл, Рамсей, Б. Рассел, Р. Рорти, Дж. Уиздом, Дж. Хадсон

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Людвиг Йозеф Иоганн Витгенштейн (нем. Ludwig Josef Johann Wittgenstein; 26 апрель 1889 йыл — 29 апрель 1951 йыл) — Австрия фәлсәфәсеһе, логик, аналитик фәлсәфә вәкиле, XX быуаттың иң күренекле фәлсәфәселәренең береһе. Яһалма «идеаль» тел программаһын төҙөүҙе программалаштырған, уның башы булып — математика логикаһы тора тип фекер йөрөткән. Фәлсәфәне "телде тәнҡитләү "тип аңлаған. Логик атомизм доктринаһын уйлап сығарған. Был доктрина белем структураһының донъя структураһына проекцияһы булып тора тип уйлаған[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1889 йылдың 26 апрелендә Венала ҡорос ҡойоусы магнат булған йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Карл һәм Леопольдина Витгенштейн. Ул Австрия-Венгрия иленең күптәргә билдәле ғаиләһендәге һигеҙ бала араһында иң бәләкәйе була. Уның атаһының ата-әсәләре Герман Христиан Витгенштейн (1802—1878) һәм Фанни Фигдор (1814—1890) Корбахта һәм Киттзелә йәһүдтәрҙең ғаиләһендә тыуғандар[2], тик улар Саксониянан Венаға 1850- се йылдарҙа күсеп килгәс , Вена протестантарының һөнәри ҡатламдарына ингәнлектән, протестант диненә күскәндәр. Уның атаһы инженер Карл Витгенштейн (1847—1913) XIX быуат аҙағында Европала иң эре сәнәғәтселәрҙең береһе булған . Әсәһе Леопольдина Витгенштейн (ҡыҙ фамилияһы Кальмус, 1850—1926) атаһы яғынан Прагала иң таныулы йәһүд ғаиләһенән сыҡҡан. Ул бик һәйбәт пианинола уйнаусы музыкант. Уның атаһы католик динендә булған. Туғандары араһында ― пианист Пауль Витгенштейн бар, ул һуғышта уң ҡулын юғалтҡан, әммә һөнәри музыкаль эшмәкәрлеген дауам итә алған.

Австрилы Кимберли Корништың «Еврей из Линца» китабында Витгенштейн мәктәптә, хатта бер синыфта Адольф Гитлер менән бергә уҡыған тип фараз ителә.[3].

Ул, Готлоб Фреге китаптарын уҡып, инженерлыҡҡа уҡыған еренән, осоусы аппараттар төҙөүҙән (авиация пропеллерҙәре төҙөүҙән) ваз кисеп, математиканың фәлсәфәүи нигеҙҙәрен өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына башлай[1]) .Витгенштейн талантлы музыкант, һынсы һәм архитектор булған, тик үҙенең байтаҡ сәнғәт өлкәһендәге таланттарын тормошҡа ашырып бөтөрә алмай ҡалған. Йәш сағында публицист һәм яҙыусы Карл Краустың әҙәби-тәнҡит түңәрәгенә һәм ул сығарған "Факел"журналына рухи ҡараштары менән яҡын торған[1].

1911 йылда Витгенштейн , Кембриджкә китеп, Расселдең уҡыусыһы, ярҙамсыһы һәм дуҫына әйләнгән. 1913 йылда ул Австрияға ҡайта һәм 1914 йылда, Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас,үҙе теләп фронтҡа китә. 1917 йылда Витгенштейн әсирлеккә эләгә. Һуғыш осоронда һәм тотҡонда булған сағында ул тулыһынса тиерлек үҙенең билдәле «Логико-философский трактат» китабын яҙып бөтөрә.[4]. 1921 йылда китап немецсә һәм 1922 йылда инглизсә баҫылып сыға. Был китаптың сығыуы Европа фәлсәфә донъяһына ҙур йоғонто яһай, тик Витгенштейн, үҙен трактатында әйтер һүҙен әйтеп бөтөргәнгә,төп фәлсәфә проблемаларын хәл итткәнгә һанап, икенсе эш менән булыша башлай. Ул ауыл мәктәбендә уҡытыусы була. 1926 йылда ул фәлсәфәләге проблемаларҙың хәл ителмәй ҡалғанлығын, уның "Трактатын " дөрөҫ аңлатмағанлыҡты һәм китабындағы ҡайһы бер фекерҙәрҙең хаталы икәнлеген аңлай.1929 йылдан алып Витгенштейн Бөйөк Британияла йәшәй, 1939—1947 йылдарҙа Кембридждә профессор булып эшләй[5]. 1930-сы йылдарҙа СССР-ға килә.[6] {{[АИ|09|03|2016]}}.

Ҡәбере

Ошо ваҡыттан алып үҙе 1951 йылда вафат булғансы, фәлсәфә теле тураһындағы ғилми эштәрен дауам итә, бары Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ғына, эшен туҡтатып, Лондон госпиталендә санитар булып эшләй. 1953 йылда уның был осорҙа яҙған «Философские исследования» тигән ғилми китабы баҫылып сыға.

Витгенштейн фәлсәфәһен ике өлөшкә бүлеп йөрөтәләр; «башланғыс» өлөшө "Трактат "китабында яҙылғанса һәм, «һуңғы»өлөшө «Философские исследования» китабында яҙылғанса, шулай уҡ «Голубая» и "Коричневая книга"ларҙағыса (публикация — в 1958).

Людвиг Витгенштейн Кембридждә 1951 йылдың 29 апрелендә простатаның яман шешенән вафат була[7]. Изге Эгидий бәләкәй сиркәүе янында урындағы зыяратта католик дине йыназаһы буйынса ерләнгән.

Логик — фәлсәфәүи трактат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Логико-философский трактат» структураһы буйынса киң аңлатмалар менән һүрәтләнгән ете афоризмдан тора. Йөкмәткеһе буйынса ул төп фәлсәфә проблемаларына тел менән донъяның мөнәсәбәттәре призмаһы аша ҡарарға кәрәк тигән теорияны тәҡдим итә.

  • Тел һәм донъя — Витгенштейн фәлсәфәһенең үҙәк төшөнсәһе."Трактатта " улар көҙгөләге кеүек ике яҡлы пар: тел донъяны сағылдыра, сөнки телдең логик структураһы донъяның онтологик структураһына тура килә.
  • Күп кенә фәлсәфәүи системаларҙа әйтелгәнсә ,донъя объекттарҙан түгел, ә факттарҙан тора. Донъя бөтә булған факттарҙы үҙ эсенә ала. Факттар ябай һәм ҡатмарлы ла була ала.
  • Объекттар, бер береһе менән үҙ-ара бәйләнешеп, факттарҙы барлыҡҡа килтерә. Объекттарҙың логик формаһы , үҙенсәлектәре бар. Был уларға теге йәки был мөнәсәбәттәргә инергә мөмкинлек бирә.
  • Телдә ябай факттар ябай һөйләм менән аңлатыла. Исемдәр-һүҙҙәр түгел, ә һөйләмдәр телдең иң ябай тел берәмектәре булып торалар.Ҡатмарлы факттарға ҡатмарлы һөйләмдәр тура киләләр.
  • Тел бөтөнләйе менән донъяла булған факттарҙы аңлатыусы.
  • Тел шулай уҡ мөмкин буласаҡ факттарҙы ла аңлата ала . Күҙгә күренгән тел бөтөнләйе менән логика закондарына буйһона һәм формалләшә. Логика закондарын боҙған һәм күҙәтелгән факттарға ҡағылышы булмаған һөйләмдәр мәғәнәһеҙ. Шулай итеп, этика, эстетика һәм метафизикаға ҡараған һүҙҙәрҙең мәғәнәһе юҡ. Тик һөйләп аңлатып булған әйбер генә эшләнә ала.
  • Витгенштейн үҙен бик ныҡ тулҡынландырған өлкәләрҙең мөһимлеген һис кенә лә инҡар итмәй, тик уларҙың файҙаһыҙлығын ғына әйтеп үткән. «Нимә тураһында әйтеп, һөйләп аңлатып булмай, шуның тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә кәрәк» — "Трактаттың "һуңғы аффоризмы ошо.

Вена түңәрәге ағзалары өсөн «Трактат» ҡулдан төшөрөлмәй уҡылған китапҡа әйләнһә лә, уның һуңғы афоризмы менән улар килешә алмайҙар, сөнки уларса «мәғәнәһеҙлек» аңлатмаһы «элиминацияға» тиң Шунлыҡтан Витгенштейн үҙенең фәлсәфәһен яңынан ҡарарға мәжбүр була.

Витгенштейндың үҙ трактатын яңынан эшкәртеүенең һөҙөмтәһе булып идеялар комплексы тора. Уларҙың нигеҙендә тел хәрәкәтсән контекстар системаһы булып аңлатыла. Тел берәмектәренең ҡулланылыу ҡағиҙәләрен асыҡлау һәм фекерҙәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү фәлсәфәнең төп маҡсаты тип ҡарала башлай.

Витгенштейндың яңы фәлсәфәһе фәлсәфә теорияһын түгел , ә уның методтарынан һәм практикаһынан ғибәрәт .Ул үҙе һәр саҡ үҙгәреп торған фәлсәфә фәне тик шулай үҙ предметының үҙгәреүенә яраҡлашырға тейешле тип уйлай. Витгенштейндың һуңғы ҡараштары Оксфорд һәм Кембридж фәлсәфәселәрендә үҙе яҡлыларҙы, уныңса фекер йөрөтөүселәрҙе табырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп лингвистик фәлсәфәгә нигеҙ һалына башлай.

Йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Витгенштейн идеяларының әһәмиәте бик ҙур, тик уларҙы интерпретациялау, бер нисә тиҫтә йылдар был йүнәлештә әүҙем эшләнгән һөҙөмтәләргә ҡарағанда, бик ныҡ ауыр икәнлеген күрһәткән. Был бер үк дәрәжәлә уның «тәүге» һәм «һуңғы» фәлсәфәһенә лә ҡарата әйтелгән һүҙҙәр. Ғалимдың эше тураһындағы фекерләү һәм уға баһа биреүгә төрлөсә мөнәсәбәттәр бар, тик, нисек кенә булмаһын, уның эшенең тәрәнлеге һәм масштаблы булыуы ситләтеп булһа ла раҫлана.

Витгенштейн фәлсәфәһендә яңы англо-америка аналитик фәлсәфәһенең характерен яҡтыртыусы мәсьәләләр һәм темалар эшләнгән. Уның идеяларын феноменологик һәм герменевтик, шулай уҡ дини фәлсәфәгә (айырым алғанда, көнсығыш) яҡын килтерергә маташыуҙар билдәле.Һуңғы йылдарҙа Көнбайышта уның күп яҙма мираҫтарынан текстар баҫылып сыҡты. Йыл һайын Австрияла (Кирхберг-на-Векселе ҡалаһында) донъяның бөтә өлөштәренән фәлсәфәселәрҙе йыйған Витгенштейн симпозиумдары үткәрелә[1].

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Витгенштейн Л. Логико-философский трактат / Пер. с нем. Добронравова и Лахути Д.; Общ. ред. и предисл. Асмуса В. Ф. — М.: Наука, 1958 (2009). — 133 с.
  • Витгенштейн Л. Философские работы / Пер. с нем. М. С. Козловой и Ю. А. Асеева. Ч. I. — М.: Гнозис, 1994. — ISBN 5-7333-0468-5.
  • Витгенштейн Л. Философские работы. Ч. II. Замечания по основаниям математики. — М.: 1994.
  • Витгенштейн Л. Дневники, 1914—1916: С прил. Заметок по логике (1913) и Заметок, продиктованных Муру (1914) / Пер., вступ. ст., коммент. и послесл. В. А. Суровцева. — Томск: Водолей, 1998. — ISBN 5-7137-0092-5.
    • Др. изд.: Витгенштейн Л. Дневники 1914—1916 (Под общей редакцией В. А. Суровцева). — М.: Канон+РООИ «Реабилитация», 2009. — 400 с. — ISBN 978-5-88373-124-1.
  • Витгенштейн Л. Голубая книга / Пер. с англ. В. П. Руднева. — М.: Дом интеллектуальной книги, 1999. — 127 с. — ISBN 5-7333-0232-1.
  • Витгенштейн Л. Коричневая книга / Пер. с англ. В. П. Руднева. — М.: Дом интеллектуальной книги, 1999. — 160 с. — ISBN 5-7333-0212-7.
    • Др. изд.: Витгенштейн Л. Голубая и Коричневая книги: предварительные материалы к «Философским исследованиям» / Пер. с англ. В. А. Суровцева, В. В. Иткина. — Новосибирск: Сибирское университетское изд-во, 2008. — 256 с. — ISBN 978-5-379-00465-1.
  • Витгенштейн Л. Лекции и беседы об эстетике, психологии и религии / Пер. с англ. В. П. Руднева. — М.: Дом интеллектуальной книги, 1999. — ISBN 5-7333-0213-5.
  • Витгенштейн Л. Заметки по философии психологии. — М.: 2001.
  • Витгенштейн Л. Избранные Работы. М., Территория будущего, 2005. 2009 йыл 2 сентябрь архивланған.
  • Витгенштейн Л. Культура и ценность. О достоверности. — М.: АСТ, Астрель, Мидгард, 2010. — 256 с. — ISBN 978-5-17-066303-3, ISBN 978-5-271-28788-6.

Мәҡәләләр һәм журналдарҙағы публикациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Витгенштейн Л. «О достоверности» [фрагменты] / Пред. А. Ф. Грязнова // Вопросы философии. — 1984. — № 8. — С. 142—149.
  • Витгенштейн Л. Философские исследования // Новое в зарубежной лингвистике. Вып. XVI. — М., 1985. — С. 79—128.
  • Витгенштейн Л. Лекция об этике // Историко-философский ежегодник. — М., 1989. — С. 238—245.
  • Витгенштейн Л. Лекция об этике // Даугава. — 1989. — № 2.
  • Витгенштейн Л. Заметки о «Золотой ветви» Фрэзера 2006 йыл 8 февраль архивланған. / Перевод З. А. Сокулер // Историко-философский ежегодник. — М: 1990. — С. 251—263.
  • Витгенштейн Л. Дневники. 1914—1916 (сокращенный перевод) // Современная аналитическая философия. Вып. З. — М., 1991. — С. 167—178.
  • Витгенштейн Л. «Голубая книга» и «Коричневая книга» (сокращенный перевод) // Современная аналитическая философия. Вып. 3. — М., 1991. — С. 179—190.
  • Витгенштейн Л. О достоверности // Вопросы философии. — 1991. — № 2. — С. 67—120.
  • Витгенштейн Л. Культура и ценности // Даугава. — 1992. — № 2.
  • Витгенштейн Л. Заметки о философии психологии / Пер. В. Калиниченко // Логос. — 1995. — № 6. — С. 217—230.
  • Витгенштейн Л. Из «Тетрадей 1914—1916» 2007 йыл 29 сентябрь архивланған. / Пер. В. Руднева // Логос. — 1995. — № 6. — С. 194—209.
  • Витгенштейн Л. Несколько заметок о логической форме 2007 йыл 29 сентябрь архивланған. / Перевод и примечания Ю. Артамоновой // Логос. — 1995. — № 6. — С. 210—216.
  • Витгенштейн Л. Лекции о религиозной вере / Предисл. к публ. З. А. Сокулер // Вопросы философии. — 1998. — № 5. — С. 120—134.
  • Витгенштейн Л. Логико-философский трактат / Перевод и параллельный философско-семиотический комментарий В. П. Руднева // Логос. — 1999. — № 1, 3, 8. — С. 99—130; 3 °C. 147—173; 8 °C. 68—87. — часть 1, часть 2, часть 3.
  • Витгенштейн Л. Тайные дневники 1914—1916 гг.  (PDF)(PDF) / Предисловие и перевод В. А. Суровцева и И. А. Эннс // Логос. — 2004. — № 3—4 (43). — С. 279—322.

Л. Витгенштейн тураһындағы әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баллаева Е. А. Витгенштейнова концепция мира как «микрокосма»: О мировоззренческих идеях «Логико-философского трактата» // Человек. Общество. Познание. — М., 1981.
  • Беляев Е. И. Людвиг Витгенштейн. Обновление философии. — Саратов: Научная книга, 2007. — 167 с.
  • Бибихин В. В. Витгенштейн: смена аспекта. — М.: Институт философии, теологии и истории св. Фомы Аквинского, 2005. — 576 с. ISBN 5-94242-011-4
  • Вригт Г. Х. фон. Людвиг Витгенштейн: Человек и мыслитель. — М.: 1993. текст(недоступная ссылка)  (PDF)(PDF)
  • Галинская И. Л. Эстетика Л. Витгенштейна и искусство модернизма // Современная аналитическая философия. Выпуск 2. — М.: ИНИОН, 1989. — С. 109—133.
  • Григорян Г. П. Витгенштейн и Стросон о проблеме чужих сознаний // Историко-философский ежегодник / Отв. ред. Мотрошилова Н. — М., 1986. — С. 191—207.
  • Грязнов А. Ф. Эволюция философских взглядов Л. Витгенштейна: Критический анализ. — М., 1985. — 172 с. — (История философии).
  • Грязнов А. Ф. Язык и деятельность: критический анализ витгенштейнианства[8] / Предисл А. Ф. Зотова. — Изд. 2-е, доп. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2009. — 152 с. — (История лингвофилософской мысли). — ISBN 978-5-397-00775-7.— (История лингвофилософской мысли). — ISBN 978-5-397-00775-7.
  • Руднев, В. П. Божественный Людвиг. Витгенштейн: Формы жизни. — М.: Прагматика культуры, 2002. — 256 c. ISBN 5-7333-0242-9
  • Сокулер, З. А. Людвиг Витгенштейн и его место в философии XX в. 2007 йыл 25 октябрь архивланған. — Долгопрудный, 1994.
  • Хареньо Аларкон Х. Религия и релятивизм во взглядах Людвига Витгенштейна / Пер. с исп. Ю. В. Василенко. Екатеринбург: УрО РАН, 2011. — 278 с. — ISBN 5-7691-2202-6 (ошибоч.) .
  • Хинтикка Я. О Витгенштейне / Хинтикка Яаакко. Из «лекций» и «заметок» / Людвиг Витгенштейн / Сост. и ред. В. А. Суровцева. — М.: Канон+, 2013. — 272 с.
  • Эдмондс Д., Айдиноу Дж. Кочерга Витгенштейна. История десятиминутного спора между двумя великими философами 2007 йыл 15 июль архивланған. / Пер. с англ. Е. Канищевой. — М.: Новое литературное обозрение, 2004. — 352 с — (Библиотека журнала «Неприкосновенный Запас»). ISBN 5-86793-332-6

Мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Козлова М. С. Концепция философии в трудах позднего Витгенштейна // Природа философского знания. — М., 1975. — С. 218—263.
  • Цыркун Н. А. Эстетические аспекты философии Л. Витгенштейна // Вопросы философии. — 1981. — № 10. — С. 83—94.
  • Кузнецов В. Г. Проблема понимания языковых выражений в логико-семантической концепции Л. Витгенштейна // Вопросы философии. — 1985. — № 9. — С. 137—146.
  • Сокулер 3. А. Проблема «следования правилу» в творчестве Л. Витгенштейна и её интерпретации // Современная аналитическая философия / РАН ИНИОН — М., 1988. — Вып. 1. — С. 127—155.
  • Козлова М. С. Размышления о феноменах сознания в работах позднего Витгенштейна // Проблема сознания в современной западной философии. — М., 1989. — С. 190—212.
  • Рорти Р. Витгенштейн, Хайдеггер и гипостазирование языка. Пер. И. В. Борисовой // Философия Мартина Хайдеггера и современность. — М., 1991. — С.121-133.
  • Руднев В. Витгенштейн: — вскользь, по касательной // Художественный журнал. — 1995. — № 8.
  • Гарвер, Ньютон. Витгенштейн и критическая традиция 2009 йыл 24 июнь архивланған. / Перевод А. Ф. Грязнова // Логос. — 1995. — № 6. — С. 231—247.
  • Уиздом Дж. Витгенштейн об «индивидуальном языке» 2009 йыл 24 июнь архивланған. / Предисловие и перевод В. Руднева // Логос. — 1995. — № 6. — С. 260—271.
  • Руднев В. О недостоверности: Против Витгенштейна // Логос. — 1997. — № 9. — С. 117—129.
  • Руднев В. Божественный Людвиг (Жизнь Витгенштейна) // Логос. — 1999. — № 1. — С. 84—98.
  • Руднев В. Предисловие к публикации «Логико-философского трактата» // Логос, Логос # 1 1999 (11), С. 99-100.
  • Друри, Морис О’Кон. Беседы с Витгенштейном / Перевод В. Руднева // Логос. — 1999. — № 1. — С. 131—150.
  • Крипке С. А. Витгенштейн о правилах и индивидуальном языке / Перевод В. Руднева // Логос. — 1999. — № 1. — С. 151—185.
  • Козлова М. С. Витгенштейн: новый образ философии // Вопросы философии. — 2001. — № 7. — С. 25—32.
  • Вригт Г. Х., фон. Витгенштейн и двадцатый век // Вопросы философии. — 2001. — № 7. — С. 33—46.
  • Блур Д. Витгенштейн как консервативный мыслитель / Перевод А. Веретенникова // Логос. — 2002. — № 5—6 (35). — С. 47—64.
  • Муфф Ш. Витгенштейн, политическая теория и демократия / Перевод Артема Смирнова // Логос. — 2003. — № 4—5 (39). — С. 153—165..
  • Thurman R. A. F. Philosophical Nonegocentrism in Wittgenstein and Candrakīrti in Their Treatment of the Private Language Problem // Philosophy East and West, Vol. 30, No. 3 (Jul., 1980), pp. 321–337

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

См. шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Витгенштейн (фильм)
  • Стержень Витгенштейна

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Витгенштейн Людвиг // Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия, А.
  2. Генеалогия семьи Витгенштейн: Фанни Витгенштейн приходилась двоюродной сестрой Фанни Йоахим (в девичестве Фигдор) — матери скрипача Йозефа Иоахима.
  3. Божественный Людвиг — статья Вадим Руднева на сайте философско-литературного журнала Логос
  4. Не случайно именно на фронте мировой войны и в плену замысел «Трактата» был окончательно приведен в исполнение.
  5. Витгенштейн Людвиг / И. С. Добронравов, В. С. Швырев. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  6. http://www.liveinternet.ru/users/vlad_falco/post304445353/
  7. Игорь Дубровский Мировоззрение Витгенштейна // Вокруг Света : журнал. — 2005. — № 11 (2782).
  8. Об этой книге:
    Когда я выбираю для своих студентов, которым преподаю курс истории современной западной философии, некий минимум текстов, на мой взгляд, обязательных для понимания основных идей философии Витгенштейна и причин того влияния, которое оказал этот «несистематичный» философ-самоучка из Австрии на всю западную философию XX столетия, я и на сегодняшний день не могу найти ничего лучшего, чем небольшую книжку А. Ф. Грязнова «Язык и деятельность: критический анализ витгенштейнианства». … Когда речь идет о материалах для кандидатского минимума, я, не колеблясь, советую им проработать этот же текст.

    Зотов А.Ф. Предисловие ко второму изданию // Грязнов А. Ф. Язык и деятельность: критический анализ витгенштейнианства / Предисл А.Ф. Зотова. — Изд. 2-е, доп. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2009. — 152 с. — (История лингвофилософской мысли). — ISBN 978-5-397-00775-7.