Эстәлеккә күсергә

Янаки Сергей Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янаки Сергей Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 16 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө[1]
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, инженер

Янаки Сергей Георгиевич (17 сентябрь 1952 йыл16 октябрь 2021 йыл) — шағир, тәржемәсе, публицист. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы[2].

Сергей Георгиевич Янаки 1952 йылдың 17 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

Уның атаһы грек сығышлы сәйәси золом ҡорбаны, Ҡырымдан Уралға килә. Сергей һәм уның ағаһы Владимирҙың бала сағы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Черниковка ихаталарында үтә.

Белеме буйынса техник-электрик, төп һөнәре – инженер-элемтәсе. Өфө энергетика техникумын тамамлаған.

Владивостокта һәм Красноярскиҙа һөнәре буйынса эшләгән, Алтайҙа радиотелеграфист булған.

Ғүмеренең иң күп өлөшө «Башинформсвязь» йәмғиәте менән бәйле, бында ул нәшриәт эше менән шөғөлләнә.

Янакиҙың йыр ижадына һөйөүе бала сағынан бирле үҫешә бара. Үҙ аллы уҡый, белемен камиллаштыра[3].

Әҙип 2021 йылдың 16 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙәрен 2002 йылдан баҫтырып сығара башлай.

2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.

«Минең мәжүсилегем» шиғырҙар китабы авторы, «Әҙәбиәт гәзите»ндә, республика һәм рәсәй альманахтарында, киң матбуғат биттәрендә баҫыла.

Тәржемәләре «Рәсәй халыҡтарының хәҙерге заман әҙәбиәте. Шиғриәт» (2017 й.) антологияһында башҡорт һәм татар авторҙарының шиғри китапарында урын алған.

2007 йылда «Бельские просторы» журналының «Тәржемә» номинацияһында еңеүсе була.

«Минең мәжүсилегем» китабы шул йыйынтыҡҡа ингән шиғыр исеме менән атала — шағирҙың донъяны ҡабул итеүен, уның көнкүреш православ динле аңын һәм урыҫ фольклор традицияларына тартылыуын сағылдыра. Китапҡа төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙар ингән, һәм улар алты тематик бүлектән тора: «Время и камни», «От первого лица», «Чистописание», «Снова яблони в дыму», «Разговор с ветром», «Лыко в строку».

Янаки Сергей Георгиевич башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен, тәү сиратта беренсе башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен оҫта тәржемәләй.

Был йыйынтығына әлегә башҡа телдәрҙән тәржемә иткән әҫәрҙәре инмәгән.

«Минең мәжүсилегем» йыйынтығына үҙенсәлекле автор ижадының бер өлөшө генә ингән.

Сергей Янаки һүҙгә һаҡсыл ҡарай, төптән уйлап эш итеүсән етди шағир, әҫәрҙәрен классик шиғриәт йүнәлешендә яҙа. Йыйынтыҡҡа аннотацияла: «Үткән йылдар хәтере, киләсәк тураһында уйланыуҙар, ваҡыт бәйләнеше — шағир ижадының төп йүнәлеше» тип яҙылған.

Уның әҫәрҙәренә йөрәге һәм күңеле аша үткән күп автобиографик материал ингән. Шуға ла йырға әйләнгән шиғри юлдары тыңлаусыларҙың йөрәгенә үтә. Ә гитарала Сергей Георгиевич оҫта уйнай һәм тауышы ла юғары кимәлдә.

Шағир-бард төрлө аудитория алдында сығыш яһай. Үҙе тураһында йыш ҡына ирония менән һөйләй[5][6].

  • Колодец
  • Мытарь
  • Дурачок
  • Пластинка
  • Некогда
  • Корчевье
  • Михайловский мужик
  • Узник
  • Лошадь в школьном дворе
  • Жизни признание в любви
  • Безглагольное
  • Не защитил
  • Милостивец
  • Валерка
  • В глаза напустят пыли...
  • Двойная беда
  • Посиделки [7][8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Яҙыусылар союзы Идаралығының Почёт грамотаһы
  • «Рәсәй мәҙәниәт фонды» дөйөм рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Төбәк бүлексәһе Рәхмәт хаты
  • Бөтә донъя Татар конгресының Рәхмәт хаты
  • Бөтә Рәсәй Әҙәбиәт фестиваленең Рәхмәт хаты
  • ЛиФФт фестивалдәренең Рәхмәт хаттары
  • Татарстандың Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2021)