Яҡупов Мансур Ҡалтай улы
Яҡупов Мансур Ҡалтай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1939 |
Тыуған урыны | Новоурусовка[d], Красноярский район[d], Астраханский округ[d], Волгоград өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 сентябрь 1973 (34 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (17 сентябрь 1939 йыл — 27 сентябрь 1973 йыл) — башҡорт биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мансур Ҡалтай улы Яҡупов 1939 йылдың 17 сентябрендә Сталинград өлкәһенең Новоурусовка ауылында тыуа.
1962 йылда Мәскәү өлкәһенең Хотьково ҡалаһындағы В. М. Васнецов исемендәге Абрамцево сәнғәт-сәнәғәт училищеһының керамика бүлеген тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Пенза ҡалаһында эшләй .
1965 йылдан алып РСФСР Сәнғәт фондының Башҡортостан бүлексәһендә рәссам булып эшләй .
Башкортостандың биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә скульптура, тимер сүкеү буйынса иң беренселәрҙән булып эшләй. Өфөләге «Башҡортостан» рестораны, «Моторостроитель» мәҙәниәт һарайы, «Башҡортостан» сауҙа-күңел асыу комплексы биналарын биҙәй
Мансур Ҡалтай улы Яҡуповтың эштәре Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәфис керамика: «Легенда» монументаль панноһы, 1965; «Онотолмаған», «Быуат», икеһе лә — 1966; "Шүрәле"гә яҡтыртҡыстар һәм битлектәр, яҡынса 1972; «Бәләкәй буденовсы», «Икмәк-тоҙ» сувенир һындары.
Скульптура: «Әкиәтсе», «Тормош тәгәрмәсе», «Ҡарт яугир», «Ҡыҙыл ат», «Башҡорт башы», «Ассоль» (1960—1970) — барыһы ла ағастан эшләнгән.
Сүкелгән тимер: «Башҡортостан улдары», «Ҡымыҙ», икеһе лә — 1966; «Уралда», «Башҡорт бесән сабыусылары», триптих «Вьетнам» (1960—1970).
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1965 йылдан алып Яҡупов Мансур Ҡалтай улының эштәре илебеҙҙең төрлө күргәҙмәләрендә, 1970 йылда — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә күрһәтелә.
Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1969).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1969).
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Скульптор М. Ҡ. Яҡупов портреты»н 1967 йылда РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтов яҙған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия. т. 7. — УФа, 2007.
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия». — Москва, 1970.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник». — Москва, 1974.
- Скульптура Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт.-сост. И. Н. Оськина. Уфа, 1996; Профессиональное декоративно прикладное искусство Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт. сост. С. В. Евсеева. — Уфа, 1997.
- Нехорошев Ю. Образы Башкирии //Творчество, − 12, 1969; М. Якубов: Буклет. Авт.-сост. А. Г. Янбухтина. — Уфа, 1969.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡупов Мансур Ҡалтай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
- http://ufa-gid.com/encyclopedia/jakubov.html
- http://kolybanov.livejournal.com/6189798.html