Усманов Салауат Мөҙәрис улы
Усманов Салауат Мөҙәрис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1947 |
Тыуған урыны |
Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Үрге Ҡаръяуҙы, Яңы Балтас ауыл Советы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 24 апрель 2020 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Бөрө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Усманов Салауат Мөҙәрис улы (17 сентябрь 1947 йыл —24 апрель 2020 йыл) — физик. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре (2007)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усманов Салауат Мөҙәрис улы 1947 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрге Ҡаръяуҙы ауылында тыуған. 1971 йылда Бөрө педагогия институтын физика һөнәре буйынса тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң 1973 йылға тиклем тиклем В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтында эшләй[1].
1974 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтын янындағы аспирантураны тамамлай. 1976 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп физик химия һөнәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1996 йылда «Математическое моделирование и молекулярное движение в олигомер-полимерных системах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
1976 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институтында: 1979 йылдан башлап дөйөм физика кафедраһы мөдире, 1989 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор. 1995 йылда ректор итеп тәғәйенләнә. 2012 йылда Бөрө дәүләт педагогия институты Башҡорт дәүләт университетының филиалы итеп үҙгәртелә, Салауат Мөҙәрис улы уның директоры булып ҡала[2].
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы янындағы Математик модель эшләү һәм өҙлөкһөҙ мөхит механикаһы проблемалы лабораторияһының ғилми етәксеһе. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: полимерҙар физикаһы проблемалары һәм моделдәре, радиацион хәүефһеҙлек, ғаләм эволюцияһы һәм тормоштоң барлыҡҡа килеүе. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев ордены (2007), В. А. Сухомлинский миҙалы менән бүләкләнгән[2][3]
2020 йылдың 29 мартында Салауат Мөҙәрис улын машина бәреп китә һәм 24 апрелдә дауаханала аңына килмәйенсә вафат була[4]
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайсин Ф. Р., Усманов С. М., Сивергин Ю. М. Моделирование методом Монте-Карло трехмерной свободно-радикальной полимеризации тетрафункциональных мономеров (на решетках разных размеров и геометрии в рамках формирования единичного трехмерного структурного элемен та). Часть I. -Уфа: Гилем, 2009. 180 с.
- Усманов С. М., Сивергин Ю. М. Моделирование методом Монте-Карло трехмерной свободно-радикальной полимеризации тетрафункциональных мономеров (на решетках разных размеров и геометрии в рамках формирования единичного трехмерного структурного элемента). Часть II. -Уфа: Гилем, 2009. 160 с.
- Обратные задачи в приложениях. Под общей редакцией проф. Усманова С. М. Бирск: БирГСПА, 2006. 304 с.
- Usmanov S.M., Usmanov T.S., Yagola A.G., Monakov Yu.B. Determination of catalyst active sites distributions in ionic polymerization. // Inverse Problems in Science and Engineering. — 2005.-V.13, 2. — p. 101—107.
- Усманов Т. С., Спивак С. И. Усманов С. М. Обратные задачи формирования молекулярно-массовых распределений. // М.Химия, 2004.- 400 с.
- Usmanov S.M., Zaikov G.E. Numerical Method of Solving Ill-Posed Problems of Dielectric Spectrometry. Huntington, New York: Nova Science Publisher, Inc. 2003. 164 p.
- Usmanov S.M., Latipov I.I., Shakiryanov E.D. Inverse Problems relaxation spectrometry./ Abstracts International Scool-Conference Inverse Problems: Theory and Applications. Khanty-Mansiysk, Russia. August 11-19, 2002. Part1. P. 57 61.
- Усманов С. М. Радиация (Справочные материалы). М.: Изд. Гуманитарный издательский центр Владос, 2001. 160 с.
- Усманов С. М., Сивергин Ю. М. Синтез и свойства олигоэфир(мет)акрилатов. М.: Химия, 2000 420 с.
- Усманов С. М. Радиация опасная и безопасная. Уфа: Китап, 1999. 192 с.
- Усманов С. М. Релаксационная поляризация диэлектриков. Расчет спектров времен диэлектрической релаксации. М.: Наука, 1996. 150 с.
- Усманов С. М. Численные методы решения некорректно поставленных задач и автоматизированная математическая обработка данных релаксационной спектроскопии. Уфа: Изд. БГУ, 1992. 150 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 17 сентябрҙә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар
- 24 апрелдә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Бөрөлә вафат булғандар
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡорттар
- Фән докторҙары
- Профессорҙар
- Ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары