Эстәлеккә күсергә

Сафуанов Суфиян Ғаяз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Суфиян Сафуанов битенән йүнәлтелде)
Профессор Суфиян Сафуанов
Сафуанов Суфиян Ғаяз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Бикмәт, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 30 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, тәнҡитсе
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы

Сафуанов Суфиян Ғаяз улы (2 октябрь 1931 йыл — 30 ноябрь 2009 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962), профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге премиялар лауреаты.

Суфиян Ғаяз улы Сафуанов 1931 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Бикмәт ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1945 йылда Үрге Сәрҙек ете йыллыҡ мәктәбен, 1950 йылда Бөгөлмә педагогия училищеһын, 1954 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлай. Шунда уҡ 1954—1957 йылдарҙа аспирантурала уҡый.

1957 йылдан 1994 йылға ҡәҙәр СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1962 йылда «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1997 йылдан 2003 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтында татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 2005 йылға тиклем — профессоры була.

1951 йылдан КПСС ағзаһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа күп йылдар тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайлана.

Суфиян Ғаяз улы Сафуанов оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 2009 йылдың 30 ноябрендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Бикмәт зыяратында ерләнгән.

Матбуғатта Суфиян Сафуанов 1949 йылдан йәштәр темаһына арналған хикәйәләр һәм очерктар менән сығыш яһай башлай. Шулай ҙа уның төп һәләте тәнҡитсе — нәфис әҙәбиәт белгесе булараҡ асыла. Ул башҡорт яҙыусылары Али Карнай, Ғайнан Хәйри һәм Әнүәр Бикчәнтәев, татар яҙыусыһы И. Ғазиҙың тормошо һәм ижады тураһында китаптар баҫтыра. Ғалим «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (1967) авторҙарының береһе була. «Күп милләтле совет әҙәбиәте тарихы»ның (Мәскәү, 1972) 4-се томындағы башҡорт әҙәбиәтен яҡтыртҡан өлөшө лә уның тарафынан яҙыла. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның алты томлығын (Өфө, 1990—1996), шулай уҡ алты томлыҡ «Татар әҙәбиәте тарихы»н әҙерләгәндә лә туранан-тура ҡатнаша.

Суфиян Сафуанов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш шағирҙарҙың ижад емештәрен туплауға, репрессияға эләккән башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен донъяға сығарыуға тос өлөш индерә. Мәҫәлән, үҙ ваҡытында «онотолоуға» дусар ителгән романдарҙан — Ғайнан Хәйриҙең «Боролош»он, Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан»ын, шулай уҡ Сафуан Яҡшығолов, Шиһабетдин Шәһәретдинов (Ш. Шәһәр) һәм Хәсән Мохтарҙың әҫәрҙәре киң ҡатлам уҡыусыға барып етеүе уның күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһе.

«Дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәхифәләре» (1976) тигән ҙур хеҙмәте, «Хаҡлыҡ әҙәбиәте, дуҫлыҡ әҙәбиәте» (1981) тигән китабы башҡорт әҙәбиәтенең милләт-ара һәм халыҡ-ара ижади бәйләнештәре, уның үҙенсәлектәре кеүек мөһим проблемаларға арналды. Суфиян Сафуанов илебеҙҙең төрлө халыҡтары әҙәбиәттәрен Башҡортостанда һәм башҡорт әҙәбиәтен СССР-ҙың союздаш һәм автономиялы республикаларында пропагандалауҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәтте.

Ғалимдың «Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары» (Өфө, 1988) монографияһы был өлкәлә тәүге етди тикшеренеү булып тора.

Суфиян Ғаяз улы милли әҙәбиәттәрҙең (башҡорт, татар, рус, сыуаш, украин һ. б.) үҙ-ара йоғонтоһон һәм бәйләнештәрен өйрәнеүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Уның рус — башҡорт, татар — башҡорт, украин — башҡорт әҙәби бәйләнештәре, башҡорт әҙәбиәтенең белорус, үзбәк, ҡазаҡ, ҡырғыҙ, сыуаш, әрмән, литва, һинд һәм башҡа әҙәбиәттәр менән элемтә — мөнәсәбәттәре тураһындағы күп һанлы фәнни тикшеренеүҙәре төрлө нәшриәттәрҙә донъя күргән ғилми йыйынтыҡтарҙа урын алды һәм уның «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үрҙәре» (1976), «Хаҡлыҡ әҙәбиәте, дуҫлыҡ әҙәбиәте» (1981) китаптарында тупланды. Был хеҙмәттәр ғалим үҙе әҙерләгән «Башҡорт әҙәбиәтенең СССР халыҡтары әҙәбиәте менән үҙ-ара бәйләнеше» тигән 1981 һәм 1987 йылдарҙа рус телендә баҫылған ике томлыҡ библиографик исемлектә лә тулыһынса сағылыш тапты.

Әҙәбиәтсе-ғалим Морат Рәхимҡолов менән берлектә Суфиян Ғаяз улы «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» тигән алты томлыҡ тупланманың 4, 5 һәм 6—сы томдарын, Роберт Паль менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә «А. С. Пушкин һәм Башҡортостан» тигән китап нәшер итте.

Быларҙан тыш С. Сафуановтың башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре көндәлек торошо, Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары һәм шағирҙары, шул иҫәптән ХХ быуат баштары һәм урталарында йәшәп ижад итеүсе әҙиптәр, тел һәм әҙәбиәт ғалимдары тураһындағы күп һанлы мәҡәләләре һәм рецензиялары «Ҙур совет энциклопедияһы»нда (русса БСЭ), «Ҡыҫҡа әҙәбиәт энциклопедияһы»нда (русса «Краткая литературная энциклопедия»), «Лермонтов энциклопедяһы»нда, Украин Совет һәм Украин әҙәбиәт энциклопедияларында, башҡа әҙәби белешмәләрҙә, Башҡортостанда һәм Татарстанда нәшер ителгән күп гәзит һәм журналдарҙа даими баҫылып торҙо.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Юбилейный вечер памяти «Галимнәр күңеле - тирән дәрья». 21 октября в с. Татар-Улканово состоялся юбилейный вечер памяти «Галимнәр күңеле - тирән дәрья», посвященное 85-летию со дня рождения писателя, литературоведа, кандидата филологических наук Суфияна Сафуанова[5].
  • Романов В. Он преданно служил российской многонациональной литературе (К 85-летию со дня рождения Суфияна Сафуанова). Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 октябрь[6].
  • Улы Фәрит Суфиян улы Сафуанов (1.04.1958) — психология фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «В. П. Сербский исемендәге Социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт фәнни үҙәге»нең суд психологияһы лабораторияһы етәксеһе[7]; Мәскәү дәүләт психология-педагогия университетының клиник һәм суд психологияһы кафедраһы мөдире[8].
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Библиографический указатель.
  3. Библиографический указатель, часть I.
  4. Библиографический указатель, часть II.
  5. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. 2016, 21 октября 2017 йыл 12 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2016) (рус.)
  6. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2016)
  7. Федеральный медицинский исследовательский центр психиатрии и наркологии имени В.П. Сербского Минздрава России. Официальный сайт.Научные подразделения. Лаборатория психологии. Кратко о руководителе. Сафуанов Фарит Суфиянович 2017 йыл 10 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  8. Московский государственный психолого-педагогический университет. Официальный сайт. Институты и факультеты|Факультет юридической психологии|Кафедра клинической и судебной психологии|Сотрудники|Фарит Суфиянович Сафуанов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.  (рус.)