Ғайнан Хәйри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғайнан Хәйри
HairiH.jpg
Исеме:

Хәйриев Ғайнан Хәйретдин улы

Тыуған көнө:

2 (15) июнь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы
Иҫке Күл ауылы
хәҙерге Нуриман районы

Вафат булған көнө:

16 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (35 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй Империяһы → СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

поэма, шиғырҙар, очерктар

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Хәйриев Ғайнан Хәйретдин улы (15 июнь 1903 — 16 декабрь 1938) — башҡорт совет яҙыусыһы, шағир һәм журналист, ХХ быуаттың 30-сы йылдарында комсомол органдары хеҙмәткәре, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, беренсе башҡорт романы авторы.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғайнан Хәйретдин улы Хәйриев (әҙәби псевдонимы Ғайнан Хәйри) 1903 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) хәҙерге Нуриман районы Иҫке Күл ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылдарындағы, үҙ заманына ярашлы эшләп килгән мәҙрәсәлә башланғыс белем алғас, бер ни тиклем ваҡыт күрше ауылда китапханасы булып эшләй. 1921 йылда Ырымбур ҡалаһында яңы асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға китә һәм, уны уңышлы тамамлап, 1924 йылда Өфөгә ҡайта. Техникумда уҡыған осорҙа РКСМ (урыҫса — Российский коммунистический союз молодежи) сафына ингән егетте шунда уҡ БАССР-ҙың Арғаяш кантонына комсомол эшенә ебәрәләр. Ғайнан Хәйри унда РКСМ-дың Ҡолой волость комитеты секретары була, бер үк ваҡытта «Яңы ауыл» гәзитендә хеҙмәткәр вазифаһын да башҡара, көнүҙәк темаларға даими рәүештә мәҡәләләр баҫтыра. 1926 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Башҡортостан йәштәре» гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә. 1928—1933 йылдарҙа «Сәсән» һәм «Трактор» исемдәре аҫтында сыҡҡан журналдарҙың яуаплы сәркәтибе була. Төп эшенән айырылмай К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) филология факультетында уҡый.

Журналистика хеҙмәте менән бер рәттән Ғайнан Хәйри төрлө ойоштороу сараларының үҙәгендә була. Пролетар яҙыусыларҙың Рәсәй ассоциацияһы (урыҫса РАПП — Российская Ассоцияция Пролетарских Писателей) составында был ойошманың Башҡортостан ассоциацияһын ойоштороусыһы һәм уның етәкселәренең береһе, шулай уҡ РАПП-тың идара ағзаһы була. Бөтә был эшмәкәрлек менән бергә тағы ла Өфөлә нәшер ителгән байтаҡ гәзит һәм журналдарҙың редколлегия ағзаһы вазифаларын да атҡара.

Артабанғы йылдарҙа, сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле, башлыса әҙәби ижад менән генә шөғөлләнергә мәжбүр була. 1938 йылдың 16 декабрендә Ғайнан Хәйри үпкә ауырыуынан вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғайнан Хәйри әҙәби ижадҡа йәштән ылыға. Уның тәүге шиғырҙары Ырымбурҙа педтехникумда уҡыған осорҙа (1922—1923 йылдар) урындағы гәзиттәрҙә баҫыла башлай. Синфи көрәш, ауыл йәштәре тормошо тураһында яҙа.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кооператорҙар: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1926. — 80 бит.
  • Беҙҙең яҙ: Шиғырҙар һәм поэмалар. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1927. — 136 бит.
  • Башҡорт ауылында: Очерктар. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1927. — 101 бит.
  • Онотолған әкиәт: Очерктар. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1927. — 14 бит.
  • Сабата: Очерктар. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1928. — 39 бит.
  • Ҡатын: Повесть. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1931. — 23 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр / З. Шәрҡиҙең баш һүҙе менән: Шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1953. — 212 бит.
  • Боролош / С. Сафуановтың баш һүҙе менән: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 472 бит.
  • Поворот / Предисловие С. Сафуанова: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 650 с.  (рус.)
  • Боролош / С. Сафуановтың баш һүҙе менән. Икенсе баҫма: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 460 бит.

Тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гоголь Н. В. Иван Иванович нисек Иван Никифорович менән асыуланышҡан / Ғ. Хәйри тәржемәһе: Повесть. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1940. — 68 бит.
  • Гоголь Н. В. Танау / Ғ. Хәйри тәржемәһе: Повесть. — Өфө: Башҡортостан дәүләт издательствоһы, 1940. — 38 бит.

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ж. Лоҡманов. Ғ. Хәйри ижадына бер ҡараш. «Октябрь», 1947, № 1.
  • З. Шәрҡи. Ғайнан Хәйри. «Әҫәрҙәр» йыйынтығы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — бит.
  • С. Сафуанов. Ғайнан Хәйри. «Ағиҙел», 1963, № 6.
  • Ә. Вәхитов. Боролош йылдары йырсыһы. «Ағиҙел», 1973, № 6.
  • А. Махмудов. Творчество, испытанное временем. Газета «Советская Башкирия», 1973, 17 июня.
  • С. Сафуанов. Разносторонний талант. Газета «Вечерняя Уфа», 1973, 15 июня.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с.  (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
  • Мәхмүтов Ә. Тәүге роман авторы // Ағиҙел, 2013, 6-сы һан