Иҫке Күл
Ауыл | |
Иҫке Күл рус. Старокулево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452435 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Күл (боронғо исемдәре Иҫкауыл, Иҫке Мәсетле; рус. Старокулево) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 721 кеше[2]. Почта индексы — 452435, ОКАТО коды — 80245855001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1775 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1697 | 819 | 878 | 48,3 | 51,7 |
1959 йыл 15 ғинуар | 1456 | 645 | 811 | 44,3 | 55,7 |
1970 йыл 15 ғинуар | 1402 | 661 | 741 | 47,1 | 52,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 1183 | 545 | 638 | 46,1 | 53,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 873 | 398 | 475 | 45,6 | 54,4 |
2002 йыл 9 октябрь | 735 | 344 | 391 | 46,8 | 53,2 |
2010 йыл 14 октябрь | 721 | 333 | 388 | 46,2 | 53,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Башҡорттар йәшәй (2002).
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 40 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 йылда ауыл Күл тип атала. Күлауыл, Мәсетле тигән атамалар менән дә билдәле була. XIX быуат башында Яңы Күл ауылы бүленеп сыға. Әле был ике ауыл араһында алыҫлыҡ — 5 км. XIX быуаттың беренсе яртыһында Иҫке Күл ауылы Иҫке Мәсетле ауылы менән ҡушыла. Иҫке Мәсетле 1777 йылдан билдәле. 1920 йылда Иҫке Мәсетле атамаһы ҡулланылыштан сыға. Был ауылдарҙа аҫаба башҡорттарҙан тыш керҙәш башҡорттар ҙа булған. 1795 йылда 119 йортта 489 кеше йәшәгән, улар араһында Һалйот һәм Урман Көҙәй улустарынан күсеп килгән керҙәш башҡорттар ҙа булған. Һалйот улусынан килешеүһеҙ генә күсеп килгәндәр. 10 йорт хужалығында 27 керҙәш башҡорт теркәлгән. 1834 йылда уларҙың һаны 60-ҡа еткән[3].
1894 йылда Бүләкәй-Көҙәй улусының аҫаба башҡорттары “буш ятҡан” башҡорт биләмәләрен ҡаҙна ҡарамағына алыуға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Исай, Иҫке Күл, Яңы Күл, Ишморат, Баш-Шиҙе ауылдары кешеләре, мылтыҡтар тотоп, ер бүлергә килгән власть вәкилдәрен ҡыуып ебәрә. Шунан һуң урманлы биләмәләрҙе бүлергә тип урыҫ ирҙәре килә. Башҡорттар уларҙы ла ҡыуып ебәрә. Был күтәрелеште полиция баҫтыра[4].
Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ике мәсет, училище булған. 1906 йылда Иҫке Мәсетлелә (Иҫке Күл, Иҫкауыл) 2 мәсет, мануфактура магазины, 8 аҙыҡ-түлек магазины, мөгәзәй теркәлгән.
Граждандар һуғышы осоронда, 1918 йылдың август аҙағы — сентябрь башында В. К. Блюхер етәкселегендәге Йыйылма Урал отрядының шанлы походы Нуриман районы аша үтә. Походта ҡатнашыусылар бер нисә ауылда, шул иҫәптән Иҫке Күлдә лә туҡтала. Ауыл янында хәрби бәрелештәр ҙә була. Коммунистар һәм партизандар халыҡ араһында өгөт-нәсихәт алып барғанлыҡтан ҡыҙылдарҙың килеүенә ыңғай ҡараған кешеләр байтаҡ була. Иҫке Күлдә ошо ваҡиғаға арналған митинг үтә. Халыҡ араһында Совет власына ышаныс артаӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Иҫке Күлдә колхоздар тарихы 1929 йылда «Белем» ауыл хужалығы кооперативы ойоштороуҙан башлана. Уға 16 ярлы крәҫтиән инә. Рәйесе итеп С. Әхмәҙишин һайлана. Тәүге күмхуждың 11 аты, биш рәтле сәскесе, башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары була. 30 гектарҙа иген сәсәләр. Һәр ағза үҙ биләмәһендә лә сәсә. Һәйбәт уңыш алына. Шәхси биләмәлә үҫтерелгәнде дәүләткә тапшыралар, уртаҡ баҫыу уңышын һәр кешенең хеҙмәт көнөнә 28-әр килограмдан бүлешеп алалар. Күмәк эшкә аяҡ салыусылар ҙа була. Иҫке Күлдән Ямай менән Хөсәйен исемле бандиттар кешеләрҙең мөлкәтен урлай, колхоз милкенә һөжүм итә. 1932 йылдың көҙөндә тракторсы Исмәғил Ҡотоевты обрездан атып яралайҙар, тракторын күлгә батыралар. Ошо уҡ көҙҙө Нимесләр ауылы паромсыһын ҡурҡытып, өйөнә ҡышлауға керәләр. Бер нисә айҙан милицияның район бүлеге начальнигы Г. Әлмөхәмәтов етәкселегендә милиционерҙар бандиттарҙың эҙенә төшә һәм аулай башлай. Шул саҡта Әлмөхәмәтов үлемесле яра ала. Бандиттар юҡ ителә[5].
Бөйөк Ватан һуғышы барғанда «Белем» колхозы фронтҡа 27 ат оҙата. Механизаторҙар Сафура Яҡупова, Т. Зинурова, Мөслимә Сәйфиева, Нурисафа Ғәйнетдинова баҫыуҙа фиҙакәр хеҙмәт өлгөләре күрһәтә. Дәүләт келәттәренә игенде ташыуҙа колхозсылар М. Хисаева, Сәғиева, С. Бәҙретдинов тырышып эшләй. 1941 йылда тракторсы Тәғзимә Сәғиева райондың ҡатын-ҡыҙ тракторсыларынан беренсе булып Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, миҙал менән бүләкләнә[6].
1958-1960 йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү барышында «Белем» колхозы идараһы Яңы Күл ауылында урынлашҡан Баһау исемендәге колхоз составына ҡушыла.
Һуңынан иҫкекүлдәр Иҫке Күл, Иҫке Исай, Ишморат ауылдарын биләгән «Урал» колхозына инәӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Хәҙерге осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Күл ауылы Иҫке Исай ауыл биләмәһе үҙәге булып тора, унда ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан, урта дөйөм белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.
2017 йылда ауылдың 40 йыл элек һалынған клубы 11 майҙа төҙөлгән тикшереү акты менән авария хәлендә тип табыла. Иҫке клуб урынына 2018 йылда яңы мәҙәниәт үҙәге төҙөлә. Ул 96 урынлыҡ тамаша залынан, китапхананан һәм сменаһына 15 кешене ҡабул итерлек фельдшер-акушерлыҡ пунктынан тора. Үҙәк «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлә һәм 46,1 миллион һумға төшә, шул иҫәптән төҙөлөш-монтаж эштәре 27,2 миллион һумлыҡ була[7].
Топонимияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Күл ауылының атамаһы Иҫке һәм Күл (этноним) һүҙҙәренән яһалған. Ауылдан төньяҡта 5 км алыҫлыҡта Ҡариҙел йылғаһы аға. Ауыл уртаһынан Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы булған Йәнәлде (атаманың варианты – Йәләнде) йылғаһы аға. Ауылдан көнсығышта Кәрәкә тауы һуҙыла. Кәрәкә битләүенән Ағын шишмәһе сыға. Ауылдың төньяғында Күтерле күле, Шыланны яланы бар.
Викидәреслектә: Иҫке КүлӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда ете урам бар:
- Совет урамы – ауылдың үҙәк урамы, ул Өфө – Павловка автомобиль трассаһы өҫтөндә урынлашҡан.
- Йәштәр урамы
- Ғайнан Хәйри урамы (Айыу ос)
- Мәктәп урамы (Күскән ос)
- Колхоз урамы (Түбәнге Ос)
- Шишмә урамы
- Склад урамы.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле башҡорт яҙыусыһы Имай Насыриҙың "Күҙәй" романында Нуриман районы, шул иҫәптән Иҫке Күл ауылында барған ваҡиғалар һүрәтләнә.
Иҫке Күл ауылынан сыҡҡан башҡорт яҙыусыһы, беренсе башҡорт романы "Боролош" авторы Ғайнан Хәриҙең ошо романында ваҡиғаларҙың күп өлөшө Иҫке Күлдә бараӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлфиә Аҡбутина (9.10.1955), журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
- Әбделсәлих Ишмөхәмәтов (1787—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Роза Кәримова (7.11.1935—10.08.2020), театр актёры. 1959—1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1989—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
- Ғайнан Хәйри (Ғайнан Хәйретдин улы Хәйриев, 15.06.1903—16.10.1938), башҡорт совет яҙыусыһы, шағир һәм журналист.
- Мөхәмәтрәхим Һәйбәтов (1792—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Вәкил Шириев (12.04.1962), биология фәндәре докторы, профессор.
- Абдулманнаф Ырыҫҡолов (1795—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ https://kitaptar.bashkort.org/book/istoriya_sel_i_dereven_bashkortostana_i_sopredelnyh_territorij 2022 йыл 17 март архивланған., 447-се бит.
- ↑ [1]
- ↑ http://biblioteka-nuriman.ru/istoricheskaya-spravka/ 2022 йыл 17 март архивланған.
- ↑ http://biblioteka-nuriman.ru/wp-content/uploads/2020/07/nuriman-kolhoz.pdf 2022 йыл 18 март архивланған.
- ↑ https://mgazeta.com/articles/vazhno/2018-08-17/segodnya-v-sele-starokulevo-nurimanovskogo-rayona-bolshoy-prazdnik-1053554
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Күл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)