Нимесләр
Уҡыу көйләүҙәре
Нимесләр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Яңы Күл ауыл советы (Нуриман районы) |
Халыҡ һаны |
660 кеше (2002)[1], 771 кеше (2009)[1], 691 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452448 |
Нимесләр (рус. Нимислярово) — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 691 кеше булған[3]. Почта индексы — 452448, ОКАТО коды — 80245835004.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме «Нимис», «Нимисбай» антропонимдарынан алынған тип һанала[4]
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда бында 11 башҡорт һәм 171 типтәр йәшәгән; 1816 йылда - 278, 1834 йылда - 396, 1859 йылда - 795, 1859 йылда-1429, 1905 йылда - 1625, 1920 йылда - 2030 типтәр йәшәгән.
Хәрби топографтар мәғлүмәттәре буйынса, 1843 йылда 2 Нимесләр ауылы булып, улар бер-береһенән 3 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Икеһендә лә мәсет булған.
XIX быуат аҙағында ауылда 2 мәсет, 4 кибет, тимерлек булған; шаршамбы көндәрҙә баҙар үткәрелгән, 8 ноябрҙән бер аҙналыҡ йәрминкә ойошторолған[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
660 | ↗771 | ↘691 |
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡыҙылъяр): 18 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Иглин): 33 км
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15.04.1920), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры, бик күп миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы) менән бүләкләнгән[4].
- Исмәғилев Флүр Рәшит улы (10.10.1944, ғалим-инженер‑электромеханик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының административ‑хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм артабан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй, шул иҫәптән 2003—2009 йылдарҙа — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса, 2009—2013 йылдарҙа — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002)[7].
- Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы (27.07.1911—14.09.1979), 1937—1963 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- Шәмғолов Мәҙийәр (1874—1939) — мосолман дин әһеле. Японияның Кобе ҡалаһы мәсетенең беренсе имамы (1935—1938).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Нимислярово
- ↑ 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Исмәғилев Флүр Рәшит улы 2019 йыл 26 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нимесләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)