Исмәғилев Ришат Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исмәғилев Ришат Сәлих улы
Эшмәкәрлек төрө:

педагог

Тыуған көнө:

15 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (99 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Нимесләр ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:

РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960),I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм "Почет билдәһе" ордендары кавалеры

Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15 апрель 1920 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың 1—7‑се уҡытыусылар съездары делегаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ришат Сәлих улы Исмәғилев 1920 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Нимесләр ауылында тыуған[2]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Брест ҡәлғәһендә һалдат бурысын үтәгән була һәм ошо герой-ҡәлғә өсөн барған яуҙа ҡатнаша. Һуғыштан ауыр яраланып ҡайта.

1943 йылдан алып Нуриман районының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәрендә эшләй.

1945 йылда Байгилде урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм унда 1985 йылға тиклем эшләй. Ул эшләгән йылдарҙа Байгилде мәктәбе республика уҡытыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса төп мәктәпкә әүерелә.

1955 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған.

1959 йылда «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.

I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың I—VII‑ уҡытыусылар съезы делегаты.

Ул 60‑ҡа яҡын хеҙмәт авторы. Үҙе тураһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы һәм мәғарифта ойоштороу һәләттәре тураһында ике тиҫтәләп китапта яҙылған (Ананьев, М. Гәрәев, Р.Әйүпов, Ф. Мостафина һәм башҡалар)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1960)
  • миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998;
  • И учебой, и талантом. Уфа, 2004.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • улы Флүр - техник фәндәр кандидаты, доцент
  • улы Зенфир -химия фәндәре докторы, профессор,
  • улы Фоат - техник фәндәр докторы, профессор
  • улы Рафаэль - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
  • ҡыҙы Флүрә - РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
  • улы Салауат -Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы
  2. Нимислярово [1]
  3. Нимислярово [2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нимислярово [3]
  • ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы[4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сегодня 95 лет Исмагилову Ришату Салиховичу[5]
  • Исмагилов Ришат Салихович[6]
  • Самая большая награда [7]