Эстәлеккә күсергә

Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 июль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Нимесләр, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 сентябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы (27 июль 1911 йыл — 14 сентябрь 1979 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, 1937—1963 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

Мөфтәхетдин Бәҙретдин улы Шәймөхәмәтов 1911 йылдың 27 июлендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең </ref>хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы</ref>Нимесләр ауылында тыуған. Башланғыс белем ала.

Эш урындары: 1930 йылдан — Нуриман районының «Билгеләр» колхозында, 1937 — 1963 йылдарҙа — Өфө нефть эшкәртеү заводы.

1934 — 1937 йылдарҙа Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә.

Өфө нефть эшкәртеү заводында һаҡсы, оператор ярҙамсыһы, ҡулайлама операторы, термик крекинг ҡулайламаһы операторы, атмосфера-вакуумлы ҡулайлама операторы, ҡулайлама инженеры һәм етәксеһе булып эшләй.

Мөфтәхетдин Шәймөхәмәтов етәкләгән саҡта уның бригадаһы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, мәҫәлән, 1959 йылда ның ҡулы аҫтындағылар һәр ай һайын планды 110—115 процентҡа үтәй.

Нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1959 йылдың 19 мартындағы указы менән Шәймөхәмәтов Мөфтәхетдин Бәҙретдин улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1963 йылдан хаҡлы ялда.

1979 йылдың 14 сентябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Профессионалы нефтегазовой отрасли. кн. 3. — Москва: изд. Нефтяное хозяйство, 2005.
  • Герои Социалистического Труда Башкортостана