Ишморат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишморат
Ишморат
Рәсми атамаһы Ишморат
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иҫке Исай ауыл Советы (Нуриман районы)
Халыҡ һаны 223 кеше (2010)[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Почта индексы 452435

Ишморат (рус. Ишмуратово), Йәләндебаш — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. Иҫке Исай ауыл советына инә. Почта индексы — 452435, ОКАТО коды — 80245855003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1896 йылда Ишморатта 60 йорт була, уларҙа 340 кеше йәшәй. 1920 йылда йорттар һаны 107-гә етә, барлығы 585 кеше көн итә. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 528 255 273 48,3 51,7
1959 йыл 15 ғинуар 479 235 244 49,1 50,9
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 223 118 105 52,9 47,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда башҡорттар йәшәй.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишморат ауылы Ҡариҙелдең һул ҡушылдығы булған Йәләнде (Йәнәлде) йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә (Ҡыҙылъяр) тиклем көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай: 30 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә (Иҫке Күл) тиклем: 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына (Иглин) тиклем төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай: 55 км.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға XIX быуаттың 70-се йылдарында Өфө өйәҙе Бүләкәй Көҙәй улусының аҫаба башҡорттары нигеҙ һала. Йәнәлде (Йәләнде) йылғаһы башланған ерҙә урынлашҡанлыҡтан уны Йәләндебаш тип тә йөрөтәләр.

1894 йылда Бүләкәй-Көҙәй улусының аҫаба башҡорттары «буш ятҡан» башҡорт биләмәләрен ҡаҙна ҡарамағына алыуға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Исай, Иҫке Күл, Яңы Күл, Ишморат, Баш-Шиҙе ауылдары кешеләре, мылтыҡтар тотоп, ер бүлергә килгән власть вәкилдәрен ҡыуып ебәрә. Шунан һуң урманлы биләмәләрҙе бүлергә тип урыҫ ирҙәре килә. Башҡорттар уларҙы ла ҡыуып ебәрә. Был күтәрелеште полиция баҫтыра[2]. 1906 йылда ауылда мәсет, ике бакалея кибете эшләй[3].

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ишморатта «Октябрь» колхозы ойошторола. Хужалыҡ малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә[4].

1940 йылда «Октябрь» колхозында ҡарабойҙайҙан 15,2 центнер уңыш алына. 1941 йыл башына крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу тамамлана. «Октябрь» колхозында йылҡы фермаһы асыла. Һуғыш йылдарында бөтә ил халҡы кеүек үк ишмораттар ҙа таңдан төнгә тиклем ауыл хужалығы эштәрендә була. Ҡатын-ҡыҙҙар техникаға ултыра. Ишморат тарихына механизатор Нәжибә Кәлимуллинаның исеме инеп ҡалған[5].

1955—1960 йылдарҙа колхоздар эреләтелә, Нуриман районындағы 60 колхоз урынына 26 колхоз ҡала. Мәҫәлән, өс ауыл советы биләмәһендәге колхоздар Баһау исемендәге колхозға берләшә, һуңынан унан «Урал» колхозы бүленеп сыға. «Урал»ға Иҫке Исай, Иҫке Күл, Ишморат ауылдары инә[5].

Ишморатта умартасылыҡ үҫә. 1969 йылда «Урал» колхозы умартасылары Будапештта умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша. Ишмортаттан билдәле умартасы Мөхәмәтнур Нурмөхәмәт улы Гәрәев 1969, 1971 йылдарҙа Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, СССР колхозсыларының III съезы делегаты була. Колхоздың продукцияһы был күргәҙмәләрҙә миҙалдар менән билдәләнә[5].

«Урал» колхозы 2006 йылда конкурс производствоһын тамамлау тураһында Арбитраж суды билдәләмәһе менән бөтөрөлә[6].

Хәҙергеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишморатта төп мәктәп (Иҫке Күл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана эшләйИшморат, Нуриман р-нындағы ауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.. Ауылда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бар (2003 йылда төҙөлгән). Клуб та ошо приют бинаһында урынлашҡан[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]