Аюрведа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску



Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Аюрве́да (आयुर्वेदः от санскр. आयु «āyu» и वेद «veda» — «ғүмер белеме », «ғүмер фәне», йәки «оҙон ғүмерлелек ғилеме»)[1][2]Һиндостан халыҡ медицинаһы традицион системаһы. Аюрведа «Атхарваведа»ның өҫтәлмә өлөшө (Упаведа) булып иҫәпләнә һәм санкхья индуизм философия системаһына нигеҙләнгән.

Лабораторияларҙа тикшереүҙәр аюрведала ҡулланылған ҡайһы бер матдәләрҙән файҙалы препараттар эшләп була икәнен күрһәтһә лә, әлеге ваҡытта ҡулланылғандарының файҙаһы бар икәне иҫбатланмаған[3]. Аюрведа ялған фән (псевдонаука) тип иҫәпләнә[4]. Ҡайһы бер ғалимдар уны протофән (фән булдырылғансы тупланған белем) йәки парафән (фәнгә оҡшаған ғилем) тип иҫәпләй[5][6]. 2008 йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәр АҠШ һәм Һиндостанда сығарылған, Интернет аша һатылған аюрведа препараттарының 21 % составында кеше организмы өсөн хәүфле миҡдарҙа ауыр металдар ( ҡурғаш, терегөмөш һәм мышаяҡ) бар икәнен күрһәтә[7].

Аюрведа тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ведизм сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге медицина һәм үҫемлектәрҙең файҙалы сифаттары тураһында Ведаларҙа (боронғо философик текстар) , бигерәк тә Атхарваведа»ла яҙыла[8]. Атхарваведа —тәүге медицинаға бәйле тәүге һинд яҙмаһы. Ул сирҙең сәбәбе итеп тере агенттарҙы атай: мәҫәлән, ятудханья, крими һәм дурнама. Атхарвандар уларҙы эҙләп таба һәм дарыу ярҙамында, сирҙе еңер өсөн уларҙы үлтерә . Пурана осорондағы ( б.э. 3-12 быуаттар) тригумораль теорияға ҡарағанда был көтөлмәгәнсә алғараҡ киткән ҡараш. Атхарваведа фекерҙәренең ҡайһы берҙәре Пурана осоронда ҡалған булған. Был Сушрутаның медицина буйынса трактатында («Гаруда-пурана», карма канда) күренә. Атхарва теорияһына эйәреп, Пурана яҙмалары микробтар махау ауырыуын (проказа) тыуҙыра тип иҫбатлай . Шул уҡ бүлектә Сушрута паразит селәүсендәр (гельминттар) күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе ти. Был ике фекер Атхарваведа-самхиттарға хәтле бара. Гимндарҙың (йырҙар) береһе махау ауырыуын (проказа) һүрәтләй һәм уларҙы дауалау өсөн раджани аушадхи ҡулланырға кәрәк тип өйрәтә. Аушадхи ҡара һабаҡлы, ҡара таплы үҫемлек тип һүрәтләнә, был антибиотик сифаттарына эйә булған мүк (лишайник) булырға тейеш. Шулай итеп, Атхарваведа антибиотиктар ҡулланыу тураһында тәүге яҙма тиергә була . Бынан тыш, Атхарваведала кеше скелеты ентекләп тасуирлана [9]

Яджур-веда ла кеше тәнендәге дүрт һут иҫкә алына [10].

Буддизм сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге медицина буйынса айырым фәнни хеҙмәттәр 1500 йыл тирәһендә яҙылған. Яҙмаларҙың күбеһе һәм уларҙың авторҙары тураһында мәғлүмәт бөгөнгө көнгәсә һаҡланмаған. Ләкин медицина буйынса яҙмалар нисек күп булғаны тураһында беҙ күп томлы Тибеттағы буддистар әҫәрҙәре йыйынтығында һаҡланып ҡалған ҡулъяҙмалар һәм китаптар буйынса беләбеҙ .

Классик сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аюрведа белеме буйынса иң мөһим сығанаҡтар тип туғыҙ тарктат атала [11]:

  • «Чарака-самхита», (б.э.150 йыл) (унда эске органдар сирҙәрен дауалау тураһында яҙылған, 600 артыҡ үҫемлек, хайуан һәм минералдарҙан алынған дарыулау саралары тураһында мәғлүмәт бар. Уларҙы ҡулланыу тураһында һигеҙ бүлектә яҙыла: яраларҙы дауалау; баш сирҙәрен дауалау; бөтә организм срҙәрен дауалау; психик сирҙәрҙе дауалау; балалар сирҙәрен дауалау; ағыуҙарға ҡаршы саралар; ҡартлыҡ хәлһеҙлегенә ҡаршы эликсирҙар; енси әүҙемлекте арттырыу саралары[10]);
  • «Сушрута-самхита», ( б.э.350 й.) (башлыса операция менән дауалауға бағышланған; унда 300 артыҡ операция, 120 артыҡ хирургик инструмент һәм 650 артыҡ дарыу һүрәтләнә[10]. Унда Чарака Самхита һәм Атарваведала һүрәтләнгән медикаменттар тураһында яҙылған . Ҡайһы берҙәре Гиппократта ла осрай[12])
  • «Аштанга-хридая-самхита» (Шримад Вагбхата IV быуатта яҙған);
  • «Чикитса-самграха», йәки «Чакрадатту» (Чакрапанидатта )(Cakrapāṇidatta’s Cikitsāsaṃgraha or Cakradatta) XI быуат;
  • «Вангасена-самхиту» йәки «Чикитсасара-самграху», Вангасена (Vaṅgasena’s Vaṅgasenasaṃhitā or Cikitsāsārasaṃgraha) XI—XII быуаттар;
  • «Аюрведа-саукхью», Тодарамалла (Ṭodaramalla’s Āyurvedasaukhya) XVI в.;
  • «Вайдьяваллабха», Хастиручи (Hastiruci’s Vaidyavallabha) XVII быуат;
  • «Йога-ратнакара» (Yogaratnākara)авторы билдәһеҙ, XVIII быуат;
  • «Бхайшаджья-ратнавали», Говиндадаса (Govindadāsa’s Bhaiṣajyaratnāvalī), XVIII—XIX быуат;
  • «Шарнгадхара-самхита» ,Шарнгадхара (Śārṅgadhara’s Śārṅgadharasaṃhitā) XIV в.;
  • «Мадхава-нидана-самхита»;
  • «Бхавапракашу», Бхавамишра (Bhāvamiśra’s Bhāvaprakāśa) XVI быуат;[13]
  • «Харита-самхита»,
  • «Кашьяпа-самхита»,
  • «Бхела-самхита».

Исемлектәге өс хеҙмәт аюрведа буйынса булдырылған бөтә хеҙмәттәр тупланмаһы, ул «Брихат-трайю» тип атала. Бынан тыш боронғо медицина династияларына ҡараған Дридхабала, Чакрапанадатта, Нагарджуна, Арунадатта, Хемадри һәм башҡа авторҙарҙың хеҙмәттәре[11]. Аюрведа буйынса белем 1000 йыл тирәһендә тулыһынса тупланып бөткән тип иҫәпләнә.

Аюрведаның килеп сығыуы тураһында легенда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Легенда буйынса Аюрведа - ете аҡыл эйәһенә ете мең йыл элек Ғаләм тураһында бирелгән төплө белем. Ведаларҙа илаһ Брахма медицина буйынса белемде демиургтарҙың илаһы Дакшаға биргән тиелгән[14]. Дакша үҙ сиратында белемде игеҙәк илаһ Ашвиндарға биргән, ә улар «бөйөк табаибтар» булып киткән[15] һәм һуңыраҡ Индраға биргән. Индра белемде үҙ уҡыусыларына, ете һинд аҡыл эйәһенең береһе булған Бхарадваджаға тапшырған.

Легенда буйынса аюрведаны булдырыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изображение Дханвантари с целебными травами и сосудом амриты в руках

Легендар аюрведаны булдырыусы тип Дханвантари атала, илаһ Вишнуҙың аватары, ул «Бхагавата-пурана» һәм Ведаларҙа иҫкә алына. Индуизмдағы Дханвантари культы һаулыҡ һорау доғаларына бәйле. Ул хирургия, үләндәр менән дауалау , куркуманың зарарһыҙландырыу (антисептик) сифаты , тоҙҙоң яраларҙы уңалта алыуы тураһындағы белемгә эйә булған тип иҫәпләйҙәр[16].

Сир менән идара итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо һинд медицинаһында ике төрлө дауалау ысулы бар: шамана и шодхана. Тәүгеһе- ауырыуҙың хәлен еңеләйтеү, паллиатив метод. Shamana ысулдары сирҙең барышын һәм симптомдарын бер аҙ еңеләйтә . Shodhana – юҡҡа сығарыу, уның ысулдары сирҙең төп сәбәбен юҡҡа сығарырға тырышыуҙан тора (доши). Шамананан һуң сир ҡотороп китеүе бар, ә Шодханан һуң бындай хәл булмай . Аюрведала фармакология принциптары башҡа медицина системаларынан айырылып тора.Дарыуҙарҙың күбеһе үләндән эшләнә.

Тәм тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо һинд медицинаһы ашамлыҡтар һәм үләндәрҙәң тәме физиологик эффект бирә тип иҫәпләй һәм улар сирҙе диагностикалау системаһында ҡулланыла. Сеймалды эшкәртер алдынан ҡайнатып алғандан һуң (вываривание) (Vipaka) тәм нығыраҡ һиҙелә.

  • Шәрбәтле (Madhura) — шәрбәтле аҙыҡ туйындыра, һыуыта, дымлай, һөртөлә (буяла, һылаша) һәм тән ауырлығын арттыра.
  • Әскелтем (Amla) — әскелт йылы аҙыҡ һөртөлә һәм ауырлыҡты арттыра.
  • Тоҙло (Lavan) — тоҙло йылы аҙыҡ этәргес бирә, йомшата, һөртөлә һәм ауырлыҡты арттыра.
  • Әсе (Katu) — әсе аҙыҡ һалҡынса, ҡоро, таҙарта һәм ауырлыҡты кәметә (горький).
  • Ныҡ әсе, ҡырҡыу (Tikta) — ҡырҡыу, ныҡ әсе аҙыҡ этәргес бирә һәм ауырлыҡты кәметә(острый).
  • Ауыҙ ҡурыштыра торған (Kasaya) — ауыҙ ҡурыштыра торған аҙыҡ һалҡынса, ҡоро, хәрәкәтһеҙлекте аҙайта.

Сирҙәрҙе дауалағанда диета бик ҙур роль уйнай.

Тән таҙартыу һәм массаж[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традиционный аюрведический массаж в Гоа

Сирҙәрҙе дауалағанда диета бик ҙур роль уйнай.

Доштар (организмдағы төрлө типтағы энегрия) балансы боҙолғанда биш төрлө процедура, йәки таҙартыу ысулы ҡулланалар. Улар тураһында боронғо һинд медицинаһы яҙмаларында яҙылған , улар ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы һәм организмды даими сезонлы таҙартыу өсөн ҡулланыла. Был биш процедура панчакарма («панча-карма» — «пять действий») тип атала. Панчакарма курсы ғәҙәттә ҡыҫҡа сроклы диета менән ашау, массаж, дарыу үләндәрен ҡулланыуҙан тора. Эсте йомшартыу, ванналар, тирләткес процедуралар, дауалаусы матдәләр һалынған клизмалар, танау ҡыуышлығын таҙартыу, ҡан алдырыу кеүек процедуралар ҙа ҡулланыла.

Традицион һинд медицинаһында массаж да ҙур урын алып тора. Ул сирленең хәлен яҡшырта, йәки кешене йәшәртеү көсөнә эйә тип иҫәпләнә.Бигерәк тә төрлө хуш еҫле майҙар менән эшләнгән массаж - абхйанга киң ҡулланыла.

Аюрведаның башҡа илдәр медицина үҫешенә йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тибетский правитель Сонгцен Гампо

Донъялағы иң боронғо медицина системаларының береһе булған Аюрведа ғәрәп һәм Европа медицинаһы үҫешенә көслө йоғонто яһай. Боронғо заманда уҡ диңгеҙ һәм ҡоро юл аша сауҙагәрҙәр Парфия, Урта диңгеҙ , Каспий, Ҡара диңгеҙ буйындағы илдәргә , Көнъяҡ Себергә, Ҡытайға Һиндостан үҫемлектәрен алып килә. Башлыса улар нард, мускус, сандал, корица, алоэ һәм башҡа үҫемлектәр һәм хуш еҫле нәмәләр һата [10]. Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта яҙылған «Аштанга Хридая самхита» Чжуд Ши Тибет медицинаһы трактаты яҙыла . Тибет өлкәһенә аюрведа б.э.VII быуаттан үтеп инә башлай , был осорҙа Тибет башлығы Сонгцен Гампоның шәхси табибы булып Бхарадваджа мәктәбе вәкиле хеҙмәт итә[17]

Ғәббәсиҙәр хәлифәте сәскә атҡан осорҙа Бағдадта Һиндостандан бик күп табип эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәре хәлиф һарайында бик ҙур хөрмәт ҡаҙана. Математика, медицина, шулай уҡ фармакология һәм аюверда буйынса текстар (улар араһында Сушрута Самхита) Бағдадта беҙҙең эраның беренсе мең йыллығы аҙағында ғәрәп теленә тәржемә ителә[12].

Фарсы фәйләсүфе һәм табибы Әбүғәлисина (Ибн-Сина) ғәрәпсәгә тәржемә ителгән һинд трактатын («Аштанкар») үҙенең «Табиблыҡ фәне ҡануны»н(«Канон врачебной науки») яҙғанда ҡулланған тип иҫәпләнә [11]. Әбүғәлисина (Ибн-Сина) яҙмаларын Европа алхимиктары ҡулланған, уларҙың хеҙмәттәре Европала медицина һәм химия үҫешенә бик ҙур йоғонто яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Georg Feuerstein (нем.)баш., Subhash Kak, David Frawley. In Search of the Cradle of Civilization, — Quest Books, 2001, С. 212; ISBN 0-8356-0741-0, 9780835607414.
  2. История Древнего мира т. 3. Упадок древних обществ: в 3 т., Издание второе / Ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — М.: Издательство «Наука», 1983.
  3. Ayurveda. American Cancer Society (2011-08-26). — «The effectiveness of Ayurveda has not been proven in scientific studies, but early research suggests that certain herbs may offer potential therapeutic value»  7 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  4. Chaper 1: Psychomythology — 3rd. — Oxford University Press, 2013. — P. 20. — ISBN 978-0-19-969388-7.
  5. Quack Johannes Disenchanting India: Organized Rationalism and Criticism of Religion in India — Oxford University Press, 2011. — P. 213, 3. — ISBN 9780199812608.
  6. Manohar P. Ram The blending of science and spirituality in the Ayurvedic healing tradition // Science, Spirituality and the Modernization of India — Anthem Press, 2009. — P. 172–3. — ISBN 9781843317760.
  7. Saper RB; Phillips RS; Sehgal A; Khouri, N; Davis, RB; Paquin, J; Thuppil, V; Kales, S. N. Lead, mercury, and arsenic in US- and Indian-manufactured medicines sold via the internet (инг.) // JAMA : journal. — 2008. — Т. 300. — № 8. — С. 915—923. — DOI:10.1001/jama.300.8.915 — PMID 18728265.
  8. David Frawley. Gods, Sages and Kings: Vedic Secrets of Ancient Civilization, — Lotus Press, 2000, С. 332; ISBN 0-910261-37-7, 9780910261371
  9. АЮРВЕДА (недоступная ссылка с 11-05-2013 (2373  дней))
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Сорокина Т. С. История медицины в двух томах
  11. 11,0 11,1 11,2 Сорокина Ю. Б. Письменные источники и канонические тексты Аюрведы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 август 2009. 5 октябрь 2009 тикшерелгән.
  12. 12,0 12,1 Fjordman. A History of Medicine — part 3 // Euronews, 25.10.2008 Ҡалып:Webarchive
  13. Дагмар Вуястик «Медицина, бессмертие, мокша: запутанные истории йоги, аюрведы и алхимии в Южной Азии». 19 февраль 2018 тикшерелгән.
  14. Большой Энциклопедический словарь
  15. Песнь 9. Освобождение. Глава 3. Женитьба Суканйи и Чьяваны Муни // Шримад-Бхагаватам. (Перевод и комментарии А. Ч. Бхактиведанта Свами Прабхупады) Ҡалып:Webarchive
  16. Dhanavantari — the god of Ayurveda Ҡалып:Webarchive
  17. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Olma Media Group 2002 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

на русском языке
на других языках
  • Srikanta Sena: Ayurveda-Lehrbuch; Kompendium des Ayurveda-Klassikers Charaka-Samhita, 2 Bände, 2. Auflage 2005, Vasati Verlag. ISBN 978-3-937238-00-5
  • Srikanta Sena: Ayurveda — Materia Medica; Über die Eigenschaften von Pflanzen, Mineralien, Nahrungsmitteln und Rezepturen im Ayurveda, 1. Auflage 2007, Vasati Verlag. ISBN 978-3-937238-04-3
  • Dr. Vinod Verma: Ayurveda — Der Weg des gesunden Lebens, 1992, Verlag O. W. Barth. ISBN 3-502-67615-1
  • Hans Heinrich Rhyner: Das Neue Ayurveda Praxis Handbuch — Gesund leben, sanft heilen, 2004, Urania-Verlag. ISBN 3-03819-049-7
  • Dr. Thomas Hoffmann: AyurVeda Ritam — Gesundheit aus erster Hand, 2003, Julia White Publishing. ISBN 3-934402-11-9
  • Monika Kirschner/Bärbel Schwertfeger: Der Ayurveda Boom — Insidertipps und Hintergrundinformationen, Vgs-Verlagsgesellschaft. ISBN 3-8025-1562-5
  • Hans Heinrich Rhyner/Birgit Frohn: Heilpflanzen im Ayurveda, 2006, AT-Verlag. ISBN 3-03800-279-8
  • Erika Diehl/Edith Ch. Kiel: Klassische Ayurveda-Massage — Das große Handbuch, 2005, Urania-Verlag. ISBN 3-03819-039-X
  • Dr. Gabriel Cousens: Individuelle Ernährung mit Ayurveda, 1997, Verlag Hans Nietsch. ISBN 3-929475-43-X
  • Nathalie Neuhäusser: Die heilende Kraft der ayurvedischen Massage, 2005, Schirner, ISBN 978-3-89767-251-2
  • Marc S. Micozzi Fundamentals of Complementary and Alternative Medicine — Elsevier Health Sciences, 2010. — 624 б. — ISBN 9781437727050.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Йога Ҡалып:Альтернативная медицина