Дели солтанлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дели солтанлығы
دلی سلطنت
Флаг
Флаг

Дели солтанлығының территориаль эволюцияһы
Дели солтанлығының территориаль эволюцияһы

 
 
1206 — 1555
Баш ҡала

Дели

Дин

Ислам

Идара итеү формаһы

монархия

Тарихы
 • 1206

Нигеҙләү

 • 1527

Тарҡалыу һәм моголдар менән баҫып алыныуы

 • 1539

Тергеҙеү

 • 1555

Тарҡалыу һәм моголдар менән баҫып алыныуы

 Дели солтанлығы Викимилектә
⚙️ Һиндостан тарихы
Боронғо Һиндостан
Урта быуат Һиндостаны
Хәҙерге заман Һиндостаны

Дели солтанлығы (фарс. سلطنت دهلی, һинд दिल्ली सल्तनत, бенг. দিল্লীর সুলতান) — хәҙерге Һиндостан территорияһында төркиҙәр нигеҙләгән һәм илдең төньяғында 1206—1526 һәм 1539—1555 йылдарҙа йәшәгән беренсе ҙур мосолман дәүләте. Был осорҙа беренсе тапҡыр дәүләттең баш ҡалаһы Дели була. Шулай уҡ тарихта беренсе тапҡыр миллионлаған индус монотеистар власы аҫтында ҡала. Дели солтанатының рәсми теле фарсы теле була.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанлыҡ башында Гуридтар — Гор өлкәһенән сыҡан афғандар тора. XII быуат һуңында Лахорҙы баш ҡала иткән Мөхәммәт Гури Һиндостандың төньяҡ-көнбайышына даими барымта яһаған. Уның Тараори (1192) һәм Чанадаваре (1194) эргәһендәге һуғыштарҙа еңеү яулағандан һуң Һиндостанға эйә булған полководецы Кутб-уд-Дин Айбек ҡурсалаусыһы вафат булғандан һуң Лахорҙан айырылып, үҙен Дели солтаны тип иғлан итә.

Төрки булараҡ, беренсе солтандар мәҙәни һәм сәйәси йәһәттән иран телле мөхиткә тартыла, әммә өсөнсө солтан Илтутмыш Төньяҡ Һиндостан тигеҙлегенең стратегик пункттарын үҙенә нығытып ҡуя һәм Делиҙа ныҡлы төпләнә. Ул 1236 йылда вафат булғандан һуң 30 йыл үҙ-ара барған һуғыштарҙан аҙаҡ тәхеткә Гийас уд-Дин Балбан ултыра. Уға солтанлыҡты яугир раджпуттарҙан һәм монгол баҫҡынсылығынан яҡларға тура килә. XIII быуат аҙағы Дели солтанлығының иң ҡеүәтле мәле була. Солтан Ала уд-Дин Хальджи Гуджаратты (1297 й. тирәһе) һәм Раджастханды (1301—1312 йй.) буйһондора, үҙ биләмәләрен Мәүереннаһр сығатайҙарының баҫҡынсыларынан һаҡлап ҡала. Ул һәм уның вариҫтары башлаған көньяҡҡа күсенеү дәүләтте тарҡатыуға юл аса. Баш ҡаланы Делиҙан Деканға күсергән солтан Мөхәммәт-шаһ ибн Туглак ваҡытында мосолмандар армияһы көньяҡҡа бығаса булмағанса төпкәрәк — Мадурайға тиклем инә һәм Мадурай султалығына нигеҙ һала.

Кутб-Минар һәм уның эргәһендәге Дели солтанлығы дәүерендәге һәйкәлдәр.

Туглак көньяҡта — Даулатабадта дәүләттең икенсе баш ҡалаһын төҙөү аша төрлө өлкәләр менән идара итеү мәсьәләһен хәл итергә теләй. Был идея тормошҡа ашмай һәм 1347 йылда Декан аҡһөйәктәре Дели монархының власын һанламай башлай. Делиҙан айырылған ерҙәрҙән Бахманид солтанаты төҙөлә. Тугдакидтар дәүләтен 1398—1399 йылдарҙа Тимерҙең (Тамерлан) Делиҙы бөлгөнлөккә төшөрөүе тарҡата. Бынан һуң солтанлыҡ бары тик төбәк сәйәси оойшмаһы булып ҡына ҡала.

Солтанлыҡтың һуңғы күтәрелеше 1451 йылда власҡа Лоди афған династияһының килеүенән һуң күҙәтелә. Был йылдарҙа Төньяҡ Һиндостанға төньяҡ-көнбайыштан күсенеүселәр ағыла. 1526 йылда солтанлыҡ төньяҡ-көнбайыштан килгән сираттағы күскенсе, Бөйөк Моголдар империяһына нигеҙ һалыусы Бабур һөжүмен күтәрә алмай ҡолай. Ул вафат булғандан һуң Шер-шаһ Сури ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә баш ҡалаһы Делиҙа булған солтанатты ҡабаттан аяҡҡа баҫтыра һәм уны реформалаштырырға тырыша, әммә Шер-шаһ вариҫтары Бөйөк Моголдарҙың баҫҡынсылығына ҡаршы тора алмай.

XIV быуатта солтанлыҡты Көнсығыш Европа (Алтын Урҙа) менән сауҙа бәйләнештәре бәйләй. Рәсәй менән Украина территорияларында (нигеҙҙә Ҡырымда, Волга буйында һәм Төньяҡ Кавказда) Делиҙа сүкелгән бер нисә еҙ һәм бер нисә тиҫтә алтын тәңкә табылыуы билдәле[1].

Мәмлүктәр династияһы (Му’иззи)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гулямдар династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1206—1210 йылдар. Кутб әд-дин Айбак (1192—1206 йылдарҙа Лахора малигы) 1210—1211 йылдар. Арам-шаһ

Шамси династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1211—1236 йылдар. Шамс әд-дин Илтутмиш 1236—1236 йылдар. Рукн әд-дин Фирүз-шаһ I 1236—1240 йылдар. Джалалатәад-дин Разийа-Бегум 1240—1242 йылдар. Муизз әд-дин Баһрам-шаһ 1242—1246 йылдар. Ала әд-дин Масуд-шаһ 1246—1266 йылдар. Насир әд-дин Махмуд-шаһ I (1227—1229 йылдарҙа Бенгал малигы)

Балбан династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1266—1287 йылдар. Гийас әд-дин Балбан (1259—1260 йылдарҙа Бенгал малигы) 1287—1289 йылдар. Муизз әд-дин Кай-Кубад 1289—1290 йылдар. Шамс әд-дин Кайумарс

Халджи династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1292—1296 йылдар. Джалал әд-дин Фирүз-шаһ II 1296—1296 йылдар. Рукн әд-дин Ибраһим-шаһ I 1296—1316 йылдар. Ала әд-дин Мөхәммәт-шаһ I 1316—1316 йылдар. Шиһаб әд-дин Умар-шаһ 1316—1320 йылдар. Кутб әд-дин Мөбәрәк-шаһ I 1320—1320 йылдар. Насир әд-дин Хусроу-шаһ (узурпатор)

Туглакидтар династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1320—1325 йылдар. Гийас әд-дин Туглак-шаһ I 1325—1351 йылдар. Гийас әд-дин Мөхәммәт-шаһ II 1351—1351 йылдар. Гийас әд-дин Мәхмүд-шаһ II (бер айҙан кәмерәк идара итә) 1351—1388 йылдар. Фирүз-шаһ III 1388—1389 йылдар. Гийас әд-дин Туглак-шаһ II 1389—1390 йылдар. Әбү Бәкр-шаһ 1390—1393 йылдар. Насир әд-дин Мөхәммәт-шаһ III 1393—1393 йылдар. Ала әд-дин Сикандар-шаһ I 1393—1395 йылдар. Насир әд-дин Мәхмүд-шаһ III (II) 1395—1399 йылдар. Носрат-шаһ 1399—1413 йылдар. Насир ад-дин Мәхмүд-шаһ III (II) (ҡабаттан)

Лоди династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1413—1414 йылдар. Дәүләт-хан Сайидтар (Сеидтар)династияһы 1414—1421 йылдар. Сайид Хизр-хан 1421—1434 йылдар. Муизз әд-дин Мөбәрәк-шаһ II 1434—1445 йылдар. Мөхәммәт-шаһ IV 1445—1451 йылдар. Ала ад-дин Алам-шаһ (1478 йылда вафат була)

Лоди династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1451—1489 йылдар. Бахлул-хан 1489—1517 йылдар. Сикандар-шаһ II 1517—1526 йылдар. Ибраһим-шаһ II

Суридтар династияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1539—1545 йылдар. Шер-шаһ 1545—1554 йылдар. Ислам-шаһ 1554—1554 йылдар. Фирүз-шаһ IV (бер ай идара итә) 1554—1555 йылдар. Әдил-шаһ 1555—1555 йылдар. Ибраһим-шаһ III 1555—1555 йылдар. Сикандар-шаһ I

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Пачкалов А. В. Связи Золотой Орды с Индией и Китаем в свете монетных находок // Евразия. Этнокультурное взаимодействие и исторические судьбы. М., 2004. С. 204—206.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алаев Л. Б. Средневековая Индия. — СПб.: Алетейя, 2003. — 304 с. — («Востоковедение: учебные пособия и материалы»). — ISBN 5-89329-590-0.
  • Босворт К. Э. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеалогии. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1971. — С. 243—250.
  • Пачкалов А. В. Связи Золотой Орды с Индией и Китаем в свете монетных находок // Евразия. Этнокультурное взаимодействие и исторические судьбы. М., 2004. С. 204—206.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]