Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Бабур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бабур
фарс. بَابُرْ
Бабур
Миниатюра детале. 1605—1615 йй., Британия музейы (Лондон)
Флаг
Бөйөк Моголдар империяһы
падишаһы
30 апрель 1526 — 26 декабрь 1530
Һуңыраҡ килеүсе: Һумаюн
октябрь 1504 — 26 декабрь 1530
Алда килеүсе: Мөким
Һуңыраҡ килеүсе: Һумаюн
июнь 1494 — 1500
Алда килеүсе: Ғүмәр-Шәйех-мырҙа
1497 — 1498
Алда килеүсе: Байһунғар мырҙа
Һуңыраҡ килеүсе: Солтан Али мырҙа
1511 — 1511
1507 — 1526
 
Дине: Ислам
Тыуған: 14 февраль 1483({{padleft:1483|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Андижан, Моголстан (хәҙерге Үзбәкстан)
Үлгән: 26 декабрь 1530({{padleft:1530|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (47 йәш)
Агра, Бөйөк Моголдар империяһы (хәҙерге Һиндостан)
Ерләнгән: Бабур баҡсалары (Бах-и Бабер), Ҡабул
Династия: Бөйөк Моголдар империяһы, Timurid dynasty[d] и Борджигин[d]
Атаһы: Ғүмәр-Шәйех-мырҙа
Әсәһе: Ҡутлуғ-Нигәр-ханым
Ҡатыны: 1) Ғәйшә Солтан-бәйим
2) Биби Мөбәрәк
3) Дилбәр-бәйим
4) Гөлрух-бәйим
5) Махам-бәйим
Балалары: улдары: Һумаюн,
Кәмрән-мырҙа,
Мөхәммәт Асҡар-мырҙа,
Әбү Насир Мөхәммәт Һиндал-мырҙа
ҡыҙҙары: Гөлбәҙән-бәйим, Фәхриниса һәм Алтын Бишик

Бабур (фарс. بَابُرْ «арыҫлан, юлбашсы, юлбарыҫ» тип аңлатыла[1]; ысын исеме — Заһир әд-дин Мөхәммәт (ғәр. ﻇَﻬﻴﺮْ ﺍَﻟَﺪّﻳﻦ مُحَمَّدْ بَابُرْ‎) , 14 февраль 148326 декабрь 1530) — Һиндостан һәм Афғанстан хакимы, юлбашсы, Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләүсеһе (1526). Шулай уҡ шағир һәм яҙыусы булараҡ та билдәле.

Тулы тәхет титулатураһы: әс-Солтан әл-Азам вә-әл-Ҡаған әл-Мөхәррам Заһир әд-дин Мөхәммәт Йәләл әд-дин Бабур, Падишаһ-и-Гази.

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бабур 1483 йылдың 14 февралендә Андижан ҡалаһында Фирғәнә әмире Ғүмәр-Шәйех-мырҙа II ғаиләһендә тыуған. Атаһы Тимурҙың өсөнсө улы Мираншаһтың бүләһе булып Тимуридтар нәҫеленән сыҡҡан[2]. Бабур сығатай төрки телен үҙенең туған теле тип һанаған, фарсы телен яҡшы белгән. Бабур мираҫын өйрәнеүсе британ ғалимы Аннетт Беверидж ХХ быуат башында уны барлас тип атай[3], әммә Тамерлан осоронда уҡ барлас ҡәбиләһе тулыһынса төркиләштерелгән булған һәм сығатай телендә һөйләшкән.

Әсәһе Ҡутлуғ-Нигәр-ханым (1459—1505) Сыңғыҙхан нәҫеленән сыҡҡан, уның атаһы Юныс хан Моголстандың хакимы булған[4]. Әсәһенең һеңлеһе Хуб-Нигәр-ханым юлбашсы Мырҙа Мөхәммәт Хәйҙәрҙең әсәһе булған һәм шулай итеп Бабурҙың ике туған ҡустыһы булып сыҡҡан. Бабурҙың һеңлеһе Ханзадә-бәйим үзбәк ханы Мөхәммәт Шәйбанда кейәүҙә булған.

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы һәләк булғас, 12 йәшлек Бабур үҙ биләмәләрендә идара итеү өсөн көрәш башлай, шул уҡ ваҡытта Тимуридтар империяһын тергеҙеү идеяһы менән Мәүереннаһрҙы баҫып алырға пландар ҡора. 1497 йылда Сәмәрҡәндте яулап ала, әммә дүрт ай ҙа үтмәгәс, Тимуридтар араһындағы низағ менән файҙаланып, Шәйбан хан уны кире ҡайтара.

Бабурҙың яугирҙары

1500—1505 йылдарҙа Шәйбан хан менән Афғанстанға ҡыҫырыҡлап сығарыла, бында Бабур 1504 йылда Ҡабулды баҫып ала һәм үҙенең яңы дәүләтенең баш ҡалаһы итә. 1512 йылға тиклем Бохара һәм Сәмәрҡәндте ҡайтарырға маташып ҡарай. Иран шаһы Исмәғил I ярҙамы менән Сәмәрҡәндте яулап ала. Әммә төбәк сөнни-мосолман халҡы шиғыйҙар идаралығына ҡаршы була. 1514 йылдан Бабур Үҙәк Азияға дәғүә итеүҙән баш тарта.

1519 йылдан Бабур Ҡабулдан Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанға һөжүмдәр яһай башлай. 1525 йылда Дели солтаны Ибраһим шаһ Лодиның көнәркәше Аллам хан Бабурҙы ярҙамға саҡыра һәм 1526 йылда Бабур ғәскәр йыйып Делиға яуға сыға. Апрелдә Ибраһим шаһ Лоди менән Панипат янындағы һәм 1527 йылда раджпут кенәзе Санграм Сингх менән Кхануа янындағы алыштарҙа Бабур еңә. Бабурҙың ғәскәре үҙенең һуғыштарында пушкаларҙы һәм мылтыҡтарҙы уңышлы ҡулланған[5][1].

Һиндостанды яулап алғас, Бабур Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләй һәм үҙен уның падишаһы тип иғлан итә. Агра империяның баш ҡалаһы булып китә. 1520-се йылдарҙа Бабур Шәйбаниҙар менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштыра, улар 1528 йылда Һиндостандағы еңеүҙәр менән ҡотлап уға илселек ебәрәләр[6].

1529 йылға ҡарата Бабурҙың биләмәләре Көнсығыш Афғанстанды, Пәнджабты һәм Бенгалия сиктәренә тиклемге Ганг үҙәнен үҙ эсенә ала.

1530 йылда Бабур үҙенең илсеһен Бөйөк Мәскәү кенәзе Василий III ебәрә, илсе Мәскәүгә тик 1533 йылда барып етә[7].

Бабур 1530 йылдың 26 декабрендә Агра ҡалаһында вафат була. Ул дизентериянан[4], башҡа версия буйынса — ялған туберкулёз менән ауырыған тип фаразлайҙар. Уның васыятына ярашлы, Бабурҙы үҙе нигеҙләгән Ҡабул баҡсаһында ерләйҙәр. Һуңыраҡ был урында мавзолей төҙөлә.

Вафаты алдынан Бабур үҙенең биләмәләрен дүрт улына бүлгән: өлкән улы Һумаюнға Һиндостан, ә башҡаларына Пәнджәб, Ҡабул һәм Кандагарҙы биргән, шул уҡ ваҡытта кесе улдары империяның юғары хакимы булараҡ Һумаюнға буйһонорға тейеш булған.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бабур

Бабур шағир Алишер Нәүәүи менән хат алышҡан. Бабурҙың төрки телендә яҙылған шиғырҙары асыҡ образдар һәм афористиклығы менән айырылып тора. Бабурҙың иң төп әҫәре — «Бабур-намә» автобиографияһы, мемуар жанрының тәүге өлгөһө булып тора. «Бабур-намә»лә 1493 йылдан 1529 йылға тиклем ваҡиғалар һүрәтләнә, аҡһөйәктәр көнкүреше үҙенсәлектәрен, дәүерҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын йәнле итеп күҙ алдына килтерә. Француз шәрҡиәтсеһе Луи Базан үҙенең француз теленә тәржемәһендә Бабурҙың автобиографияһы мосолман әҙәбиәтендә бик һирәк күренеш тип яҙа[8].

Бабур шулай уҡ «Деван», «Мубаййин», «Аруз Рисоласи», «Рисолаи Валидиййа», «Харб иши» әҫәрҙәренең авторы булып тора. Бабурҙың тарихсы, географ, этнограф, прозаик һәм шағир булараҡ яҙылған хеҙмәттәре шәрҡиәт фәне менән танылыу алған. Уның мираҫы БДБ илдәрендә , Чехияла, Словакияла, Германияла, Төркиәлә, Италияла, Францияла, АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Һиндостанда, Пакистанда, Афғанстанда һ. б. илдәрҙә өйрәнелә.

Бабурҙың ҡыҙы Гөлбәҙән бәйим, атаһының әҙәби традицияларын дауам итеп, «Һумаюннамә» тарихи хеҙмәтен яҙа.

Ҡабулда Бабур мавзолейы

Ҡатындары һәм балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө ҡатындарынан Бабурҙың 9 улы һәм 9 ҡыҙы тыуған, уларҙың күбеһе сабый йәки бала сағында мәрхүм булған[9]:

  • (1503 йылдан) Ғәйшә Солтан-бәйим, падишаһтың төп ҡатыны, Солтан Әхмәт мырҙаның өсөнсө ҡыҙы;
    • Фәхрениса-бәйим (1502—1502)
  • (1504 йылдан) Зәйнәб Солтан-бәйим (?—1508), Солтан Мәхмүт мырҙаның ҡыҙы;
  • (1507 йылдан) Махам-бәйим (Хәҙрәт-Вәлидә) (?—1535), Торбете-Джамдан шиғый шәйехе Әхмәттең ҡыҙы;
    • падишаһ Насир әд-Дин Мөхәммәт Һумаюн (1508—1556),
    • Миһр Йыһан-бәйим (1515 йылға тиклем тыуған, сабый сағында үлгән),
    • Ишан әд-Дәүләт-бәйим (сабый сағында үлгән),
    • шаһзада Барбул-мырҙа (1518—1521),
    • шаһзада Фаруҡ-мырҙа (1526—1527)
  • (яҡынса 1507 йылдан) Сәлихә Солтан-бәйим Сәхибә (Аҡ-бәйим), Солтан Мәхмүт мырҙаның ҡыҙы;
    • Гөлбар-бәйим (Гөлрух-бәйим) (1519 йылға тиклем тыуған),
  • (1508 йылдан) Масума Солтан-бәйим (?—1509), Солтан Әхмәт мырҙаның бишенсе ҡыҙы;
    • Мәсүмә Солтан-бәйим (Сәсәк Нур) (1509 йылға тиклем тыуған), Солтан Мәхмүт мырҙаның ҡыҙы;
  • (1509 йылдан) Гөлрух-бәйим (1545 йылға тиклем үлгән);
    • шаһзада Кәмрән-мырҙа (1509—1557), Ҡабул, Кандагар (1528 йылға тиклем), Молтан (1528 йылдан), Газни һәм Пәнджәб (1530—1553) нәүәбы,
    • Гөлизар-бәйим (1515 йылға тиклем тыуған, сабый сағында үлгән),
    • шаһзада Мөхәммәт Асҡар-мырҙа (1517—1554), Молтан (1528 йылға тиклем), Чандери (1528—1530), Самбхала (1530—1534) нәүәбы,
    • шаһзада Солтан Әхмәт мырҙа (1517—1525),
    • шаһзада Шахрух-мырҙа (1522—1527)
  • (1510 йылға тиклем) Дилбәр Ага-бәйим (Дилбәр Агача), Солтан Мәхмүт мырҙаның ҡыҙы;
    • Гөл Ранг-бәйим (Гөлсәсәк) (1511/15 — 1534 йылдан һуң),
    • Гөл Сара-бәйим (1515/17—1557),
    • шаһзада Әбү Насир Мөхәммәт Һиндал-мырҙа (1519—1551),
    • Гөлбәҙән-бәйим (1524—1603), «Һумаюн-намә»ең авторы,
    • шаһзада Алур-мырҙа (1524—1529),
  • (1519 йылдан) Биби Мөбәрикә (Бега-бәйим) (?—1556).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Үзбәкстандың Андижан ҡалаһында Бабурға һәйкәл ҡуйылған, уның исемендәге парк асылған, уның исеме Андижан дәүләт университетытна һәм Андижан өлкә китапханаһына бирелгән.
  • Ташкент ҡалаһындағы Алишер Навои исемендәге Дәүләт әҙәбиәт музейында Бабурға экспозиция бағышланған.
  • Ҡырғыҙстандың Ош дәүләт үзбәк музыкаль-драматик театрына уның исеме бирелгән[10], Ош ҡалаһының 43-сө һанлы мәктәбе Бабур исемен йөрөтә һәм мәктәп алдында уға бюст ҡуйылған.
  • «Бабурнамә» донъяның 31 теленә тәржемә ителгән.
  • Бабурҙың 525-йыллығына Үзбәкстанда Бабур һүрәте һәм уның әҫәрҙәрендәге миниатюралары төшөрөлгән 9 почта маркаһы сығарылған[11].
  • Төркиәлә Бабурҙың һүрәте менән почта маркаһы сыға[12].
  • Пакистандың Хатф-VII Бабур ҡанатлы ракетаһы уға арнап аталған.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бабур-наме. Записки Бабура. Пер. М. Салье. — Ташкент, 1958; Лирика. — М., 1957.
    Бабурнома. Записки Бабура. Одно из первых изданий «Бабур-наме» издано в 1857 году великим русским тюркологом Н. И. Ильминским в Казанской типографии.
  • Бабур. Рубаи. Перевод Наума Гребнева и Льва Пеньковского. Сувенирное издание. Изд-во Г. Гуляма, Ташкент, 1981. (1—19 перевод — Л. Пеньковского, 20—120 — перевод Н. Гребнева.) Тираж 1 000 экз.
  • Бабур. Избранная лирика. Перевод на русский язык. Издательство ЦК Компартии Узбекистана. Ташкент, 1982. 126 с.
    Переводы газелей: Л. М. Пеньковский, Р. Д. Моран, А. Наумов. Рубаи: Л. Пеньковский (1—18). Наум Гребнев (20—57, 59—106, 108—124). А. Наумов (19, 58, 107, 125—150). Кытъа: Н. Гребнев. Фарды: Н. Гребнев. Масневи: Л. Пеньковский, Н. Гребнев, Д. Лукашевич.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 История Узбекистана в период с XVI по XIX вв — параграф 9
  2. Бабер // Хәрби энциклопедия (рус.) : в 18 т. / мөхәррир В. Ф. Новицкий һ. б.. — СПб. : И. Д. Сытин тов-һы, 1911—1915.
  3. Annette S. Beveridge The Haydarabad Codex of the Babar-Nama or Waqi’at-i-Babari of Zahiru-d-Din Muhammad Babar, Barlas Turk in Journal of the Royal Asiatic Society of Great Britain and Ireland, (Jan., 1906), pp.79
  4. 4,0 4,1 Бабур
  5. Бабур-наме. Перевод М. А. Салье. — Ташкент. Главная редакция энциклопедий, 1992. — С.222-223.
  6. Mansura Haider, Relations of Abdullah Khan Uzbeg with Akbar // Cahiers du Monde russe et soviétique, Vol. 23, No. 3/4 (Jul. — Dec., 1982), pp. 313
  7. Уляницкий В. А. Сношения России с Среднею Азиею и Индией в XVI—XVII вв. — М., 1889. — С. 3.
  8. ЗАХИР АД-ДИН БАБУР->БАБУР-НАМЕ->ПРЕДИСЛОВИЕ
  9. The Timurid Dynasty// www.royalark.net
  10. В Ошском узбекдрамтеатре имени Бабура восстановительные работы после июньских событий будут завершены в конце апреля — Фергана АКИпресс
  11. Почтовые марки
  12. Philatelia.Ru: Классическая литература / Марки / Бабур Шах

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Flag of the Mughal Empire.svg Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы Flag of the Mughal Empire.svg
Алдан килеүсе:
15261530 Вариҫы:
Һумаюн