Дизентерия
Дизентерия | |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
004, 007.9, 009.0 |
MeSH |
D004403 |
![]() | |
Дизентери́я — йоғошло ҡаты эс китеү ауырыуы[1]; үҙенә хас бактерия йоғоуҙан килгән инфекцион ауырыу, нигеҙҙә нәҙек һәм йыуан эсәктәр заралана[2]; дизентерия бактериялары ҡуҙғыта торған йоғошло ауырыу[3]; көслө йәки хроник антропоноз эсәк инфекцияһы. Төрлө йәштәге кешеләрҙе зарарлай. Эләгеү юлдары: йоғошланған ашамлыҡ, һыу, бысраҡ ҡулдар. Инфекция сығанағы — ауырыу йәки үҙендә бактериялар йөрөтөүсө кеше. Ауырыуҙың барышына ҡарап көслө һәм хроник дизентерияне айырып йөрөтәләр. Дизентерия китереп сығарыусы микроорганизмдар ашҡаҙан-эсәк трактының буйынан-буйына һеңдерелә торған токсиндар эшләп сығара, улар, ҡанға эләгеп, ғөмөми йоғошланыу-ағыуланыу синдромы, нейротоксикоз башланыуға, организмдан һыу һәм тоҙ юғалыуға этәргес була. Ауырыуҙың көслө форманан хроник формаға күсеүе лә ихтимал.
Дизентерея тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дизентерияны Shigella бактериялары барлыҡҡа килтерә. Дизентерия Гиппократ заманынан уҡ (Б.Э.Т. 5-4 быуат) «көсәнеүле ҡанлы эс китү» булараҡ билдәле. Әбүғәлисинаның энциклопедик хеҙмәтендә әлеге ауырыуға хас билдәләр ентекләп, тасүирлап күрһәтелә. Дизентерия ҡуҙғатыусы микроорганизмды Рәсәйҙә беренсе булып А.С. Раевский тасүирлап бирә (Санкт-Петербург, 1875). П.И. Кубасов ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмды үлгән кешенең эске ағзаларынан һәм тәрәтенән айырып ала (Мәскәү, 1889). Дизентерия китереп сығарыусы микроорганизмдар япон микробиологы К. Шиг хөрмәтенә шигеллалар тип йөрөтә башлыйҙар. Дизентерия патогенезын һәм иммуногенезын өрәнеүҙә Ҡазан ғалимдәренең хеҙмәттәре әһәмиятле урын алып тора. А.Д. Адо дизентерия патогенезын тикшерә (1952); Д.К. Бәширова ауырыу кеше һеләгәйендә дизентерия антигендарының булыуын иҫбатлай (1953); А.Е. Резник дизентерияны бактериофагтар һәм сульфидин менән дауалау ысулдарын уйлап таба (1947), дизентерия антигендарының бәүел менән бергә бүленеп сығыуҙарын иҫбат итә (1963); Н.С. Спасский - дизентерия китереп сығарыусы микроорганизмдарҙың Штуцер-Шмитц төрөн (1958), А.А. Сорокин дизентерия ваҡытында күҙәнәк иммунитетын тәфсилләп өйрәнә.
Дизентерия ҡуҙғатыусы микроорганизмдар тышҡы тирәлектә: канализация һыуҙарында (25 тәүлектән 30 тәүлеккә тиклем), бүлмә температураһында икмәктә (30 тәүлеккә тиклем), һөт ризыҡтарында (3 тәүлектән 10 тәүлеккә тиклем) яҡшы һаҡлана. Дизентериянең таралуын булдырмай калыу дауалау-профилактика, санитария-гигиена һәм эпидемияларгә ҡаршы саралар комплексы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Спасский Н.Н. Экспериментальные материалы к вопросу о токсикозе при дизентерии, вызванной бактериями Штуцер-Шмитца. Казань, 1958; Баширова Д.К., Сорокин А.А. Клеточный иммунитет у больных различными формами острой бактериальной дизентерии. М., 1979; Лобзин Ю.В., Волжанин В.М., Захаренко С.М. Клиника, диагностика и лечение актуальных кишечных инфекций. СПб., 1999.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татар энциклопедияһы 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (тат.)