Сипайҙар ихтилалы
Восстание сипаев | |||
Төп конфликт: Һиндостан бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Ихтилал баҫтырыла. | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
| |||
Сипайҙар ихтилалы Викимилектә | |||
Сипайҙар ихтилалы (Сипайҙар ихтилалы, бөгөнгө тарих фәнендә 1857-1859 йылғы Һинд халыҡ ихтилалы, Һиндостандың Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн беренсе һуғышы) — һинд һалдаттарының инглиздәрҙең 1857-1859 йылдарҙағы аяуһыҙ колониаль сәйәсәтенә ҡаршы баш күтәреүе. Ихтилал Бенгалдың төньяғынан Пенджабҡа һәм Үҙәк Һиндостанға тиклем тарала. Армия һәм махарадждар башлай, ҡайһы бер өлкәлә уны крәҫтиәндәр хуплап, ул дөйөм ихтилалға әүерелә. Дели баш күтәреүселәр ҡулында була, әммә һуңыраҡ инглиздәр уны баҫып алалар. Ихтилал Британ Ост-һинд компанияһының хакимлығын юҡҡа сығара һәм ил туранан-тура Англия короллегенә буйһондорола ("Британия Раджа").
Тәүшарт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инглиздәр килгәнгә тиклем Һиндостан бик күп ваҡ кенәзлектәргә бүленгән була һәм улар бер туҡтауһыҙ бер-береһе менән һуғыша. Һиндостанды баҫып алғас, британдар беренсе сиратта иҡтисадты модернизациялау менән шөғөлләнә башлайҙар: Ганг каналын төҙөйҙәр, Бөйөк тәгәрмәсле юлды дауам итәләр, почта системаһын юлға һалалар, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары селтәре барлыҡҡа килә.
Ихтилалдың башланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]26 февралдә 1857 йылда 34-се Бенгал пехота полкында яңы патрондар тураһында имеш-мимештәр тарала башлай. Мылтыҡты ҡорор өсөн патрондың тышлығын теш менән йыртырға кәрәк була, ә тышлыҡ һыйыр һәм сусҡа майы менән эшкәртелгән тигән хәбәр тарала. Һыйыр индуизмда изге хайуан, ә сусҡа мосолмандар өсөн тыйылған. Мосолмандарҙың да, индустарҙың да дини тойғоларын мыҫҡыллау була был.
24 апрелдә 90 һалдат был мылтыҡтан атырға өйрәнергә тейеш була. 85 һалдат баш тарта, улар үлем язаһына хөкөм ителә, аҙаҡ был яза 10 йыл каторга менән алмаштырыла.
Икенсе көнө, йәкшәмбе, Мирутта сыуалыштар башлана. Ҡала баҙарында протест акциялары булғандан һуң, бер нисә йорт яндырыла, һинд подразделениялары 3-кавалерия менән бергә баш күтәрә.
11 майҙа баш күтәреүселәр Делиға китәләр, улар унда Бөйөк Могол йәшәгән һарайға килеп, уның ихтилал етәксеһе булыуын һорайҙар. Бахадур Шах бер ни тип тә яуап бирмәй. Ләкин уның ярандары риза була, сипайҙар һәм урындағы халыҡ магазин хужаларына, килмешәк чиновниктарға, һинд христиандарына һөжүм итә. Был ваҡытта ҡалала Бенгал туземдар пехотаһының өс батальоны торған була. Уның бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла, икенсе өлөшө уларға ҡаршы ҡорал күтәреүҙән баш тарта.
Ихтилалдың таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баш күтәреүселәр үҙҙәрен рәхимһеҙ тоталар, ҡатындарҙы ла, балаларҙы ла үлтерәләр.
Ихтилал киңәйгән һайын баш күтәреүселәр бер-береһе менән низағлаша башлай.
Ҡайһы бер мосолман лидерҙары иманһыҙҙарға ҡаршы һуғышҡа саҡыра, әммә тиҙҙән сөнниттәр һәм шиғыйҙар араһында ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә.Сөнниттәрҙең күпселеге ихтилалға ҡушылыуҙан баш тарта, сөнки уны шиғыйҙарҙың ихтилалы тип иҫәпләй. Мосолмандарҙың бер өлөшө, мәҫәлән, исмаилит лидеры Аға-хан I, британдар яғында була.
Пенджаб һәм Төньяҡ-Көнбайыш сиге сикхтары менән пуштундары британдарға ихтилалды баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтәләр.
Һөҙөмтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтилалдың еңелеүенә ҡарамаҫтан, инглиз колониаторҙары үҙ сәйәсәтен үҙгәртергә мәжбүр була. Ихтилал Британ Ост-һинд компанияһының хакимлығын юҡҡа сығара һәм ил туранан-тура Англия короллегенә буйһондорола.
Кинола.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Капитан Хайберских стрелков» / King of the Khyber Rifles — режиссёр Генри Кинг (США-Великобритания, 1953)
- «Бенгальская бригада» / Bengal Brigade — режиссёр Ласло Бенедек (США, 1954)
- «Безумие» / «Полет голубей» (Junoon) — режиссёр Шьям Бенегал (Индия, 1978)
- «Далёкие шатры» (The Far Pavilions) — режиссёр Питер Даффел (США-Великобритания, 1984)
- «Восстание: Баллада о Мангале Пандее» (The Rising: Ballad of Mangal Pandey) — режиссёр Кетан Мехта (Индия, 2005)
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великое восстание в Индии 1857-1859 гг. — М.: Учпедгиз, 1957. — 144 с. — 15 000 экз. ()
- Шаститко П. М. Нана Сахиб. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1967. — 168 с. — 15 000 экз. ()
- Выгода, хистәр ялҡыны. э. и. (деккер эдвард тарихы). Дөгө.Н.Кочергина. Библиоткеа фәнни фантастик һәм мажаралы. Ленинград бүлексәһе Детгиз, 1936.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кумар Мега. Сипайҙар империяға ҡаршы 2007 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Антон Кротков. Винтовка таҙартырға өйрәтмәгеҙ сипайҙарҙы
- Непомнящий Н. Н. Лакшми Бай, сипайҙар юлбашсыһы — ҡатын-ҡыҙ?