Альпака
| Альпака | |
| Ҡыҫҡаса атамаһы | V. pacos |
|---|---|
| Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Vicugna pacos L., 1758[1] |
| Таксономия рангыһы | төр[1] |
| Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | викуньи[d][1] |
| Таксондың халыҡ атамаһы | Alpaca, alpakka, alpaca[2] һәм alpaka |
| Тәүге атамаһы | C. pacos[d] |
| Наибольшая продолжительность жизни | 25,8 йыл[3] |
| Период беременности | 293 ± 51 тәүлек[4] |
| Этот таксон является источником | alpaca fiber[d][5] һәм Alpaca fur-skins[d] |
| Синоним для таксона | Lama pacos[d] |
| Вики-проект | Проект:Инвазионная биология[d] |
| Ареал таксона | ba, Боливия, Аргентина һәм Перу |
| URL секвенированного генома |
dnazoo.org/assemblies/Vi…[6] ensembl.org/Vicugna_pacos[7] |
Альпака, альпак (элек[8]альпак[9][10]; лат. Lama pacos йәки Vicugna pacos) — һөйәл аяҡлы йорт хайуаны, викуньянан (вигони) килеп сыҡҡан тип фараз ителә.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альпаканы йөнө өсөн аҫрайҙар, унан йылы, йомшаҡ юрғандар, пледтар һәм кейем яһайҙар, ә тиреһенән йорт өсөн кәрәк-яраҡ яһайҙар.
Альпаканың бейеклеге мундаһынан үлсәгәндә бер метрҙан артмай, ауырлығы яҡынса 70 килограмм. Йөнө йомшаҡ һәм оҙон (ҡабырғаларында уның оҙонлоғо 15-20 см етә).
Кәүҙәһе сағыштырмаса оҙон, һомғол аяҡлы, оҙон һәм нәҙек муйынлы, баш бәләкәй. Улар ламаларға ҡарағанда еңелерәк. Төҫө, ғәҙәттә бер тонлы көрән, ҡара йәки күкһел һоро, һирәк осраҡта сыбар.
Йәшәгән ерҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ Американың (Анд) бейек тауҙар бүлкәтендә үрсетелә. Бөгөн унда өс миллион самаһы альпака йәшәй, уларҙың күпселе Перуҙа көн итә.
Андта 3500-5000 метр бейеклектә, Эквадор, Көньяҡ Перу, Төньяҡ Чили, көнбайыш Боливия территорияһында йәшәй.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альпаканың башы
- Альпака Мәскәү зоопаркында
- Альпака һөлдәһе (Музей остеологии[en])
- Альпака ферма янында
- Альпака башы яҡындан
- Альпакалар
- Альпака Эквадор тауы янында
- (видео) Альпака көйшәүе
- Альпака йөнөн иләү, Сен-Готард, 2018 г.
- Боливия кешеһе альпакаһы менән
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 2012.
- ↑ http://www.sabencia.net/nomenclator.php
- ↑ Longevity of Mammals in Captivity; from the Living Collections of the World (ингл.) — 1 — 2005.
- ↑ Grzimeks Enzyklopädie (нем.) — 1 — M: Kindler Verlag, 1988. — Vol. 5. — S. 110.
- ↑ Тезаурус по искусству и архитектуре — 1981.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Ensembl
- ↑ В «Русском орфографическом словаре» (РОС) до 2012 г.
- ↑ Альпака 2021 йыл 22 октябрь архивланған. в «ИПС ОРФОГРАФИЧЕСКОЕ КОММЕНТИРОВАНИЕ РУССКОГО СЛОВАРЯ».
- ↑ Вот уже семь лет мы спорим с читателями — как же правильно склонять слово «альпака»? И где там ударение? Meduza. Дата обращения: 26 октябрь 2021. Архивировано 26 октябрь 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альпака, вид ламы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Индейцы Южной Америки одомашнили альпака минимум 1000 лет назад