Мунда
Мунда | |
![]() | |
![]() |
Мунда (рус. Холка) — мөгөҙлө эре малдан башҡа дүрт аяҡлы хайуандарҙың ҡулбашы өҫтөндәге ҡалҡыу урын. Умыртҡа бағанаһы менән көрәксәләре араһында араһында урынлашҡан. Күп хайуандарҙың кәүҙәһенең иң юғары нөктәһе булып тора; аттар һәм эттәрҙең кәүҙә бейеклеген үлсәү өсөн стандарт урын (һыйыр малының буйы, ҡағиҙә булараҡ, янбашының өҫкө өлөшөнән үлсәнә).[1][2].
Йылҡы малы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылҡы малының мундаһы умыртҡаһының 3-сө һәм 11-се арҡа һөйәге араһында (аттарҙың күпселегендә 18 умыртҡа һөйәге) урынлаша. Йылҡының умыртҡа һөйәге сығынтыларының оҙонлоғо 30 сантиметрҙан ашыуыраҡҡа етеүе мөмкин.
Эттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эттең мундаһы умыртҡалыҡтың күкрәк (арҡа) бүлегенең тәүге биш умыртҡа һөйәгенән тора. Был урын хәрәкәтләнмәй торған эттең арҡаһындағы иң бейек нөктәһе булырға тейеш[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Partridge Eric. Origins: A Short Etymological Dictionary of Modern English. — Routledge. — ISBN 9781134942176.
- ↑ Whither the Withers on a Horse? Kentucky Equine Research (20 ноябрь 2014).
- ↑ Сайт по собаководству (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2009)